«Йәшлек» гәзите » Иман » 16 июнь – Миғраж кисе



15.06.2012 16 июнь – Миғраж кисе

Миғраж – ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Был төндә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күктәргә күтәрелгән, Аллаһы Тәғәлә әмере менән уға йәннәт һәм йәһәннәм күрһәтелгән.
Миғраж һүҙлектә баҫҡыс һәм юғары бер ергә күтәрелеү тигәнде аңлата. Миғраж – күккә күтәрелеү, Рәсүлүллаһҡа бәйғәмбәрлек биреүҙең туғыҙынсы йылында Рәжәб айының 27-се кисендә була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер бәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз. Был кисте мосолмандарға, Алла­һы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанып, гонаһтарына тәүбә итеп, доға уҡып үткәрергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға