17.02.2012 ИМАН АСҠЫСЫ – ӘҘӘП
Беҙ 70 йыл буйы дингә ҡаршы тәрбиә алдыҡ, мәктәптәрҙә уҡыусыларға атеистик тәрбиә бирҙек. Үҙем 30 йыл интернат-мәктәптә эшләнем. Уҡытыу-тәрбиә планын төҙөгәндә иң ауыры «Атеистик тәрбиә» бүлеге ине. Мин бер ваҡытта ла ислам диненә ҡаршы әңгәмәләр яҙманым, уҡыусыларыма христиандарҙың секталары барлығын ғына һөйләй торғайным. Партия ойошмаһы секретарының планымдың «Атеистик тәрбиә» бүлегенең тейешле талаптарға яуап бирмәгәне өсөн ҡултамғаһын ҡуймауына әле булһа ла аптырайым.
Иманлы быуын үҫеп килеүенә һөйөнәм. Урамда яулыҡ ябынып йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙҙы фанаттарса дингә инаныуҙа ғәйепләмәйек. Улар баштарын ҡаплап йөрөй икән, тимәк, иманлы, әҙәпле гүзәл заттар. Башҡа ярым шәрә, һыра һемереп йөрөгән ҡыҙҙар һымаҡ түгелдәр. Йәки булмаһа, бөтә кешегә күрһәтеп, егете менән урамда үбешеп тормаясаҡ. Беҙ шундай тәүфиҡлы ҡыҙҙарыбыҙ булыуына һөйөнөргә, ҡыуанырға тейешбеҙ.
Мәсеттә янымда намаҙ уҡып ултырған йәш кенә ҡыҙҙарҙы һәр ваҡыт һөйөп алам. Ошо ҡыҙҙарыбыҙҙың киләсәктә балалары ла иманлы, әҙәпле буласаҡ. Сөнки улар дини мөхиттә үҫә. Өләсәйем, әсәйем дә намаҙ уҡыны, атайым ауылыбыҙ мәсетенең имам-хатибы ине (йәндәре йәннәттә булһын!). Мин дә, һуңлабыраҡ булһа ла, намаҙға баҫтым, Аллаға шөкөр. Иманлы кешеләр күберәк булһа, илебеҙҙә тәртипһеҙлек тә әҙерәк булыр ине. Былай ҙа бит эскелек, наркомания һаҙлығына батабыҙ. Сәхнәлә матур ғына тауышлы йырсының ярым яланғас йырлап тороуы эсте бошора. Хатта урта йәштәге ханымдарҙың да күкрәктәренең яртыһын күрһәтеп йөрөүе аптырата, әрнетә.
Аҙым һайын тиерлек осраған араҡы, һыра магазиндары, рекламалары йәнгә тейә. Тормош булғас, туғандарҙан айырылып булмай, гонаһҡа батып туй, юбилейҙарға ла йөрөргә тура килә. ҡулдарына рюмка тотоп, матур теләктәр әйтеп, хәмер һемереүҙәренә иҫем китә. Аллаһыбыҙ ул теләктәрҙе бер ваҡытта ла ҡабул итмәйәсәк. Беҙҙең милләттең туй мәжлестәрен, урыҫ туйына әйләндереп, «горько!» тип ҡысҡырып, йәштәрҙе ата-әсәләре, бөтә туғандары алдында үбештереүҙәре – мәсхәрә, әҙәпһеҙлек. Мәжлестәрҙә әруахтарҙы иҫкә алып баҫып тороп хәмер һемереү – оятһыҙлыҡ. ҡыҫҡаһы, иманға тартылайыҡ, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә өлгө булайыҡ, ҡәрҙәштәрем.
Ғәлиә ӘХМӘТОВА.
Сибай ҡалаһы.