«Йәшлек» гәзите » Иман » һорау-яуап



20.01.2012 һорау-яуап

Ғәрәпсә әжере ҙурыраҡ
Доғаларҙы үҙ телеңдә уҡырға яраймы? Бәлки, үҙең аңламаған телдә уҡығансы, үҙ телеңдә уҡыу хәйерлерәктер...
Н. Хәлитова.
Өфө ҡалаһы.

ҡөрьән Кәрим беҙгә ғәрәп телендә ингән. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ ҙә ғәрәп булған. Шуға ла доға-сүрәләр шул телдә яҙылған һәм төҙөлгән. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәләгә үҙ телең­дә ялбарыу тыйылған булһа, Раббыбыҙ барыбыҙҙы ла бер холоҡ, бер өммәт итеп яратҡан булыр ине. Ә шулай ҙа үҙ телеңдә уҡыуға ҡарағанда тел ватып ҡөрьән уҡыуығыҙ хәйерле. Бының хаҡта Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Кем дә кем ҡөрьәнде оҫта итеп уҡыһа, хөрмәтте, изгелекте яҙыусы фәрештәләр менән бергә булыр. Кем изге китапты ауырлыҡ менән уҡыһа, уға икеләтә әжер булыр!» − тигән.
Бына ошо хәҙискә ҡарап, ғәмәлдәрегеҙҙе ҡылығыҙ. Ғәрәпсә хаталанып уҡыйһығыҙ икән, доғаны бағышлағанда: «Йә, Раббым, ғәрәп яҙыуын танымауым сәбәпле, һин индергән аят-сүрәләрҙе хәлемдән килгәнсә уҡыным. Кәмселектәрем булһа, ғәфү ит», − тиергә кәрәк.

Саҙаҡа биреүҙә уҙышығыҙ

Аят уҡытыу, ҡөрьән аштары үткәреү − бик сауаплы ғәмәл. Унда һәр кем хәйер таратыр­ға ашыға. Минең уйымса, мәжлескә килеүселәр унда хәйер йыйып ҡына ҡайта. Был мәжлестәрҙе хәйер таратмай ғына үткәреп булмаймы икән?
Л. Фәхриева.
Шишмә районы.

Хужаларҙан тыш, мәжлескә килеүселәр ҙә саҙаҡа таратһа, башҡалар шул саҙаҡаны алыр. Быларҙы бер үк нәмә тип ҡабул итергә ярамай. Аҡса йыйыу менән саҙаҡа таратыу һәм уны ҡабул итеп алыу икеһе лә бер үк әйбер түгел. Әҙәм балаларының хәйер өләшергә атлығып тороуы бик яҡшы. Аллаһыға шөкөр итергә генә кәрәк. Саҙаҡа биреүҙә уҙышалар икән, бик хәйерле. Аллаһы Тәғәлә ҡөрьән Кәримдә: «Аллаһҡа һәм әхирәт көнөнә иман килтереп инанғандар хуп эшкә өндәр­ҙәр, яраҡһыҙ эштән тыйырҙар. Бер-береһе алдында хәйерле эштәр эшләүҙә ярышырҙар! Улар изге күңеллеләр!» − тип әмер итә. Тик изгелек ҡылыу ниәтендә уҙыш­ҡанда шуны онотмайыҡ, иртәгәһе көндө аҡса һорап бурысҡа инерлек булмаһын. Шуға күрә саҙаҡа сама менән бирелһен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға