20.08.2011 РАМАҘАН АЙЫ НИСЕК ҮТӘ?
Рамаҙан айын «ун бер айҙың солтаны» тип юҡҡа ғына атамайҙар. Ислам буйынса был ай айырым бер дәрәжәгә эйә. Тап ошо айҙа мосолмандар төп ғәмәлдәребеҙҙең береһен үтәй – ураҙа тота. ҡәҙер кисе лә был изге айға тура килә, фитыр саҙаҡаһы бирелә.
Рамаҙанда күпселек мосолмандар ураҙа тотоп ҡына ҡалмай, башҡа изгелектәр ҡылырға ла тырыша. Ә кемдер был айҙа тормошон бөтөнләй үҙгәртмәй, һәүетемсә генә йәшәй.
Шуға ла, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың Рамаҙан айын нисек үткәреүен белергә теләп, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Артур МӨХӘММӘТОВ, 28 йәш:
– Рамаҙан айында теге йәки был изгелек ҡылдым, тип һөйләүҙе хуп күрмәйем. Дөрөҫөрәге, ислам буйынса «Уң ҡулың хәйер биргәнде һул ҡулың да күрмәҫкә тейеш» тип өйрәтелә. ҡылған игелектәрең хаҡында ҡысҡырып йөрөү матур түгел. Шуға ла дөйөм эштәр тураһында ғына һөйләмәксемен. Өфөлә йәшәйем, Рамаҙан айында күңелдә ниндәйҙер айырым бер матур хистәр урын ала. Мосолмандар менән тағы ла әүҙемерәк аралашырға мөмкинлектәр асыла. Мәҫәлән, ифтарҙар ойошторола, шунда йыйылабыҙ. Иғтибар иттегеҙме икән: быйыл республика мәсеттәрендә ауыҙ асыу саралары әүҙем ойошторола. Бөгөн дә мәсеткә барырға ниәтләйбеҙ.
Рамаҙан айын Хоҙай Тәғәлә башҡа айҙарҙан айырып билдәләгән. Намаҙ һәм башҡа изге ғәмәлдәр кешенең үҙе өсөн генә булһа, ураҙа тотоу – Хоҙай Тәғәлә өсөн. Был изге айҙа башҡарған игелектәр ҙә, насарлыҡтар ҙа бер нисә тапҡырға ҡабатлана. Шулай булғас, «ун бер айҙың солтаны» булған Рамаҙанда хаҡ мосолмандар игелектәрҙе айырыуса күберәк ҡылырға тырыша. Әммә мосолман ғүмере буйы башҡаларға ярҙам итергә, ысын йөрәктән йылмайып йөрөргә, кеше күңелен ҡырмаҫҡа бурыслы. Тик бер айҙа ғына түгел.
Айгөл АҪЫЛБӘКОВА, Өфөнөң иң модалы клубтарының береһендә администратор:
– Әсәйем яулыҡ ябынып йөрөп, ураҙа тота. Әммә минең тотҡаным юҡ. Шулай ҙа беҙҙең ғаилә өсөн Ураҙа ғәйете – иң ҙур байрамдарҙың береһе. Шуға таңдан тороп әҙерләнәбеҙ, бөтәһен дә ҡотлайбыҙ.
Быйыл әхирәтем менән Ураҙа байрамын үткәреү өсөн Төркиәгә бармаҡсыбыҙ. Был ваҡытта путевкалар ҡиммәтерәк булһа ла, махсус рәүештә, байрамға тура килтереп планлаштырҙыҡ. Күрге килә бит – унда был мөһим байрам нисек үтә икән? Әле дәртләнеп, сумаҙандар йыябыҙ, әсәйем ислам буйынса яулыҡты дөрөҫ ябынырға ла өйрәтте. Сит илдең мәсетенә барып, фитыр саҙаҡаһы бирергә, байрамды күрергә ине.
Айбулат ӘЛИБАЕВ, Республика балалар клиник дауаханаһы хирургы:
– Рамаҙан айы минең өсөн ябай һәм ҡәҙимге ваҡыт. Эшебеҙ шул тиклем күп. Үкенескә күрә, ураҙа тоторға мөмкинлек табылмай. Был беҙҙең быуын вәкилдәренең башҡа мөхиттә тәрбиәләнеүенә лә бәйлелер. ҡыҫҡаһы, ураҙа тотҡаным юҡ.
Үҙегеҙ, был айҙа ҡылған игелектәр икеләтә сауап булып яҙыла, тип яҙып тораһығыҙ бит. Минең эшем балаларҙы дауалауҙан тора. Рамаҙанда ла ошо гуманлы, мәшәҡәтле, әммә сикһеҙ ҙур кинәнес килтереүсе эшем менән булышам. 16 йәшкә тиклемге балалар менән эшләйем, улар араһында ураҙа тотҡандар ҙа осрағаны бар. Ураҙа, асығыу балалар һаулығына зыян килтерә, тип иҫбат итә алмайым.
Фәнирә ҒАЙСИНА, Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге хеҙмәткәре:
– Аллаға шөкөр, ураҙа тотам, йыл һайын Рамаҙан айын ҡыуанып көтөп алам. Был айҙа сауаптар күп яҙыла, тиҙәр, шуға ла намаҙ, зекер, доғаларҙы күберәк уҡырға тырышам.
Тик, форсаттан файҙаланып, шуны әйтеп үтке килә: Башҡортостандың аҫаба халҡы – мосолман. Беҙҙә диндең дәүләттән айырмалы икәнлеген беләбеҙ. Әммә ошо изге айҙа мосолман халҡының ураҙа тотҡанлығын белә тороп, урамдарҙа башҡаларҙың асыҡ кейенеп йөрөүен, магазиндарҙа сусҡа итенән эшләнгән колбасаларға презентациялар үткәрелгәнлеген күреү йәнгә тейә. Бындай сараларҙы саҡ ҡына кисектереп тороп булмаймы икән ни?!
Урамдарҙа Рамаҙан айы икәнлеген белдереп торған матур иғландар, рекламалар эленеп торһон ине.