02.07.2011 Өйрәнәйек доғалар
ЯУЫЗЛЫҡТАН һаҡЛАНЫУ ӨСӨН
Үҙеңә бер зарар эшләгәндәр, тип шикләнгән осраҡ та түбәндәге доғаны ҡат-ҡат уҡы.
«Мә шә-әл-лаһү лә ҡүүәттә иллә бил-ләһи лә йәти бил – хәсәнәти илләл – лаһү үә лә йәддәғүс – сәййи әти илләл – лаһ».
Сәфәргә сыҡҡанда уҡыла торған доға
«Аллаһүммә иннәә нәсьәлүкә фии сәфәринәә һәәзәл- бирра үәт-тәкүәә».
Мәғәнәһе: «Аллаһым, был сәфәребеҙҙә беҙ Һинән игелек үә тәҡүәлек һорайбыҙ».
40 һанының хикмәттәре
Бәйғәмбәргә Аллаһтың илсеһе булыу вазифаһы 40 йәшендә тапшырыла.
Бер ваҡыт 40 көн дауамында бәйғәмбәребеҙгә аяттар килмәй тора.
Нух заманында туфан алдынан 40 көн буйы ҡойоп ямғыр яуа.
Динебеҙ тарихынан билдәле булыуынса, Исраил ҡәүеме 40 йыл буйы барыр еренә бара алмайынса, сүллектә ҡаңғырып йөрөй.
Динебеҙ беҙгә бәйғәмбәребеҙҙең кәм тигәндә 40 хәҙисен өйрәнеп алырға һәм уларҙы башҡаларға ла өйрәтергә бойора. Ғалимдар, диндең төрлө өлкәһенә ҡараған 40 хәҙисте бергә туплап, бик күп китап яҙған.
40 йәшкә еткәндә кешенең рухы камиллыҡҡа ирешә. Изгелеккә юл тота, ата-әсәһенең ҡәҙерен белә башлай.
Ауырыуҙың баш осонда 40 тапҡыр «Әл-Фатиха» сүрәһе уҡылһа, ауырыу һауығырға мөмкин, тип өйрәткән бабайҙар.
Араҡы эскән кешенең намаҙы 40 көн буйына ҡабул ителмәй торор. Шулай булһа ла намаҙыңды ла ҡалдырырға ярамай.
Әгәр ҙә берәүҙең үле кәүҙәһе ҡаршыһында 40 мосолман: «Был яҡшы кеше ине», – тип торһа, мәрхүмдең гонаһтары ярлыҡаныуы мөмкин.