04.10.2019 Ауырып киткәндә уҡыла
«Бисмилләһ. Бисмилләһ. Бисмилләһ.
Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә».
Мәғәнәһе: «Бисмиллә .Бисмиллә. Бисмиллә.
Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәм әрнеүҙәрҙән ҡасып, Алланың бөйөклөгөнә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам».
Дин ғалимдары был доғаны, ҡулды ауыртҡан ергә ҡуйып, ете тапҡыр уҡырға ҡушҡан.