«Йәшлек» гәзите » Иман » Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу



20.09.2019 Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең тормошон ентекләп өйрәнгәндә, уның күп яфа-ғазап, сикһеҙ ҡайғы-хәсрәт кисергәнен күрәбеҙ. Ул – Алланың иң һуңғы бәй­ғәмбәре һәм һөйөклө ҡололор. Доға ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә уны шунда уҡ был яфаларҙан ҡотҡарыр ине. Беҙ юғарыла уның бындай ҡыйынлыҡтарҙы сабырлыҡ менән кисереүен күрәбеҙ.

Бәйғәмбәребеҙ хүммә тигән бер ауырыу менән ауырып ятҡанда, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ уның хәлен белергә килгән. Ул бер һыу һауыты һорап алған һәм уны бер ағасҡа аҫып, аҫтына ятҡан. Ауырыуҙың тәьҫирен кәметеү өсөн һыуҙы өҫтөнә тамыҙа башлаған. Ҡатындарҙың береһе:
– Эй, Алла илсеһе, хәлең яҡшырһын өсөн Аллаға доға ҡыл, – тигән.

Алла илсеһе: “Шуны онотмағыҙ, кешеләрҙең иң күп бәләгә дусар булғандары бәйғәмбәрҙәрҙер. Башҡалар – уларҙан һуңдыр”, – тип яуаплаған.

Уның сәхәбәләре араһында Үммү Зөфәр тигән бер ҡатын булған. Был ҡатын быума (эпилепсия) ауырыуы менән сирләгән. Аяҡтан ҡолағас, үҙ-үҙен белмәгән һәм өҫ-башы асылып киткән. Бер аҙҙан һуң һушына килгәс, тәненең күренергә тейеш булмаған (ғәүрәт) ерҙәренең aсыҡ булыуын белеп, бик борсолған. Бер көндө ул Алла илсеһенә килеп:
– Эй, Рәсүлулла! Мин ауырыным. Ауырып ҡолағас, өҫ-башым асылып киткән. Аллаға минең өсөн доға ҡыл, – тигән. Алла илсеһе:
– Теләһәң, ауырыуыңа сабыр ит, бының өсөн һиңә йәннәт булыр. Һиңә һаулыҡ һорап, Аллаға доға ҡылам, – тигән.
Бәйғәмбәребеҙ доға ҡылған, һәм ҡатын ошо ауырыу менән ауырығанда өҫтө-башы асылмай башлаған. Бәлки, шуның өсөндөр Ибне Ғәббәс был ҡатынды йәннәткә инәсәк ҡатын тип танытҡан.

Ғәҙәттә, уның доғалары бөйөк һәм әхирәткә йүнәлгән эштәр өсөн булған.

Шулай ҙа ауырлыҡтарҙан ҡотолоу өсөн доға ҡылыуҙы рөхсәт иткән үә ҡайһы саҡтарҙа ҡылған да.

Бәйғәмбәребеҙ: “Доға ҡылырға йы­банмағыҙ. Уның ҡабул булыуына ыша­нығыҙ. Дөрөҫлөктә доға бер ҡасан да хужаһын һәләкәткә илтмәҫ. Даими доғала булғандар төрлө фажиғәнән имен булыр, иншалла”, – тигән.

Бер хәҙисендә: “Әгәр Алла ҡолона доға ҡылырға форсат биргән икән, ҡабул итеү ишеген дә япмаҫ”, – тип әйткән. Аллаһы Тәғәлә кешегә доға ҡылырға насип иткән икән, был үҙе ҙур ниғмәт. Доға ҡылыуы менән кеше Раббыһын таный. Ә был әхирәттә ожмахҡа илткән ҙур ниғмәт булып тора. Ҡайһы осраҡтарҙа Алла шундуҡ доғаны ҡабул итмәүҙең сәбәбе Уның һөйөүе булып тора. Бәлки, Аллаһы Тәғәлә ауырлыҡтар биреп, беҙҙең доғаларыбыҙҙы ишетергә теләйҙер.

Дөрөҫлөктә, яратҡан ҡолоноң доғаһын ишеткәс: “Ябраил! Был ҡоломдоң доғаһына яуап итеп шундуҡ хәжәтен үтәмә. Мин уның доғаһын һөйәм (тағы ла ишетергә теләйем)”, – тигән Раббыбыҙ.

Ниндәй генә ауырлыҡ килһә лә, Аллаһы Тәғәләгә тәҡүә ҡылырға кәрәк. Хоҙай һеҙҙе ишетер.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға