«Йәшлек» гәзите » Иман » Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер



23.08.2019 Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер


Ҡиәмәт көнөндә Алла шулай тиер: « Эй, Әҙәм балаһы, минең хәлем мөшкөл ине. Һин хәлемде белергә килмәнең». Әҙәм балаһы түбәндәгесә яуаплар: «Эй, Раббым! Мин нисек һинең хәлеңде белергә бара алайым һуң? Һин бит- ғаләмдәр хужаһы!».
Алла шулай тиер: «Ҡолдарымдың берәүһенең хәле мөшкөл ине. Һин уның хәлен белешергә барманың. Әгәр уның янына барһаң, мине табыр инең. Мин һинән ризыҡ һораным. Ә һин миңә ризыҡ бирмәнең».
Теге кеше: « Мин нисек итеп һиңә ризыҡ бирә алам. Һин бит- ғаләмдәр хужаһы!»- тип яуаплар.
Аллаһы Тәғәлә шулай тиер: « Ҡолдарымдың берәүһе һинән ашарға һорағайны. Һин уға ризыҡ бирмәнең. Әгәр уны туйҙырған булһаң, шунда мотлаҡ минең бүләгемә лайыҡ булыр инең. Мин һинән һыуһынымды ҡандырыуымды үтендем. Ә һин үтенесемә яуапһыҙ ҡалдың».
« Эй, Раббым! Мин нисек һине һыуһыныңды ҡандыра алам? Һин бит ғәләмдәр хужаһы!» - тип аҡланыр Әҙәм.
Аллаһы Тәғәлә шулай тиер: « Һыуһаған ҡолдарымдың берәүһе һыу һораны. Уның үтенесен ҡәнәғәтләндерһәң, минең бүләгемә лайыҡ булыр инең».
Уйлан, кешем! Ҡылған изге ғәмәлдәреңде Хоҙай күреп, сауабын биреп тора. Һин изгелек ҡылған кеше рәхмәтле була белмәһә лә, үтенесен ҡәнәғәтләндер, ярҙам ит уға. Изгелекте Аллаһтың рәхмәте өсөн ҡыл. Үҙең яҡлаусыһыҙ , ярҙамға мохтаж хәлдә булғанда, Раббыбыҙ яныңда булыр.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға