«Йәшлек» гәзите » Иман » Йөрәк бәйләнеше



19.07.2019 Йөрәк бәйләнеше

Кешене Аллаһы Тәғәлә яралтҡан үә уға йән биргән. Йән тәндән сыҡһа, кеше мәйет була. Нисек кенә тырышма, нимә генә ҡылма, тән йәнһеҙ йәшәй алмай. Йәнде Аллаһы Тәғәлә бала әсә ҡарынында дүрт ай булғанда уҡ бирә, ошо мәлдә бала беренсе тапҡыр тибешә башлай. Йән­дәребеҙҙе Раббы­быҙ һәр ваҡыт тәр­биәләп, уға дөрөҫ йүнәлеш биреп, юл күрһәтеп тора һәм был бәйләнеш һәр кеше менән була. Тамам эшлектән сығып, гонаһҡа батҡандар ғына унан мәхрүм ҡала. Улар тураһында бәй­ғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Алла иғтибар ҙа итмәҫ...”

Бындай кешеләр дөрөҫ менән ялғанды айыра алмаҫ, хат­та хайуандарҙан түбән дәрәжәгә төшөрҙәр. Ҡөрьәндә “Тин” сүрәһенең 3 – 4-се аятта­рын­­да: “Беҙ кешене иң яҡшы шәкелдә яралттыҡ. Һуңынан (иман килтермәгәндәрҙе) иң түбән дәрәжәгә төшөрҙөк”, – тиелгән. Хоҙайҙан алыҫ­лашҡан һайын, кешенең дәрәжәһе төшә. Ниндәй генә хайуан булмаһын, үҙ әсәһен талап, араҡы алып эсмәйәсәк. Һыйырға араҡы эсереп ҡараһаң, моронон сөйөрөр, зарарлы икәнен белер. Ә кеше? Зарарлы икәнен белә, ләкин эсә. Шул ағыуға – шайтан һыуына бөтә аҡсаһын бөтөрә. Ә кем динен тотоп йәшәй, үҙенән-үҙе дөрөҫ донъя көтә.

Диндә булыу Алла менән кеше араһындағы бәйләнеште нығыта, юҡ икән – булдыра. Кешелә хәрәмде һиҙеү, го­наһты аңлау ҡеүәһе барлыҡҡа килә. Аҡылға һыймаҫлыҡ гонаһтар ҡылып, шуға үкен­мәү, хатта аңламау ҙа – үле йөрәк билдәһе.

Ҡайһыларҙың йөрәге ҡата башлай. Бының билдәһе шун­да: гонаһ ҡылғас, гонаһ икәнен аңлай, таный, ләкин еңел ҡарай, тыйылмай. Күңе­лендә үкенеү бар, ләкин уны тиҙ генә оноторға, уға ныҡ иғтибар итмәҫкә күнегә. Ошондай күренеште үҙегеҙҙә һиҙһәгеҙ, уйланырға ваҡыт еткән. Намаҙ, зекер, ураҙа, саҙаҡа биреү, етемдәргә булышыу, уларҙың башын һыпырыу кеүек йөрәкте йомшарта торған ғәмәлдәр ҡылырға кәрәк. Бигерәк тә зекер әйтеү фай­ҙалы һәм сауап­лы. Бәйғәм­бәребеҙ ғә­ләйһис-сәләм кәңәш итеп: “Зекер итегеҙ, сөнки зекер йөрәк ҡараларын таҙартыр”, – тип әйткән.

Хәҙерге заманда йөрәк­тәрҙең Алла менән бәй­ләнешен кеҫә телефоны менән сағыштырып була. Берәүҙең телефоны ныҡ “тота”, берәүҙең саҡ-саҡ эшләй. Кешеләр ҙә шулай уҡ: ҡайһыларҙың Раббыбыҙ менән бәйләнеше ныҡ, ҡай­һыларҙың юҡ дәрәжә­һендә. Телефондың иң фай­ҙалы нәмәһе – уның тап­шырғысы. Әгәр шул тапшырғыс эш­ләмәһә, ниндәй генә шәкелдә булмаһын, ул телефондан файҙа юҡ! Корпусы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, теле­фондың иң ҡәҙерле нәмәһе – тапшырғысы. Кешелә ул – йөрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кеше тәнен генә ҡайғырта, уның өсөн эшләй, аҡса туплай һ.б. Телефондың корпусы алтын булһа ла, гәүһәр менән биҙәлһә лә, берәй бәләгә осрағанда ярҙамға саҡырып булырмы? Әллә ул эшкинмәгән әйбер генә булырмы? Үҙ-үҙен генә ҡай­ғыртып, кейенеп-яһанып, фырт ҡына йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар – тап шул тапшырғыс­һыҙ затлы телефон. Иҫ киткес сибәр булып, күҙҙең яуын алып торһалар ҙа, фай­ҙаһыҙҙар. Ә корпусы титандан булған те­лефондың тапшыр­ғысы эшлә­мәһә, корпусы ныҡ булһа ла, фәтүә сыҡмаҫ. Көслө, батыр, етеҙ күренгән ир-ат та, йөрәге үле булһа, ошо эшләмәгән титан телефон һымаҡтыр. Үҙе менән бәй­ләнеше булмаған­дарға Раб­быбыҙ һиҙәйәт бир­мәй. Ундайҙарҙың доғаһын ишет­мәй, тормош көтөргә ярҙам итмәй, уларға шайтанды ирекле ҡыла. Ундайҙар бәхеткә лә эйә булмай. Күпме генә байлыҡ тупламаһындар, елгә оса.

Ошо вәғәзде йәштәргә һөй­ләү, аңлатыу зарур. Вайым­һыҙ ҡалмаһындар. Әлеге ваҡытта уларға ауыр, бөтә урында – телевизорҙа ла, урамда ла – йүнһеҙлек. Шайтан юлдары күп, ә дөрөҫ юл бер генә. Мәсет, намаҙ юлында тәрбиә алған кешенең генә Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеше ныҡ булыр. Ҡылған ғәмәл-ғибәҙәт­тәребеҙ, изгелек­тәребеҙ, хәләл ризыҡ менән генә туҡланыуыбыҙ шул бәйлә­неште нығыта.
Һәр мосолман быны һиҙеп, белеп тора. Алла ризалығы өсөн Ҡөрьән уҡырға мулланы саҡыра, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала, доғаларҙың ҡабул булырына ышана, дин әһеленең Алла менән бәйләнеше барлығын тоя. Һәр хәлдә, ул мәсеткә йөрөй, намаҙ уҡый, ураҙа тота һ.б. Һәр ғибәҙәт Раббы менән бәйләнешен нығыта. Кешенең күңеле дөрөҫтө һиҙә. Ә гонаһлы кеше мулла икән, уны доға ҡылырға саҡыр­майҙар ҙа. Быны ла кешенең йөрәге тоя – Алла менән бәйләнеше булма­ғандың доғаһынан файҙа самалы.

Шуны үҙебеҙҙең фитра­тыбыҙ менән белгәс, ниңә үҙебеҙгә лә Алла менән араны нығытмаҫҡа? Ауыр түгел бит, шайтан ғына мәшәҡәттәрҙе күп итеп күрһәтә. Ул – кешенең төп дошманы. Ниҙер эшләргә бойорһа, ки­реһен эшләргә кәрәк. Нимә­нелер мәшәҡәт итеп күрһәтһә, тимәк, бында беҙҙең өсөн ҙур файҙа.





Автор: И. Хафизов
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға