«Йәшлек» гәзите » Иман » Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар



05.07.2019 Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар



"Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Әғүҙү бикәлимәтилләһи тәәмма - мин кулли шайтани вә һәәммәһ - үә мин кулли ғаайнин ләәммәһ.”

Мәғәнәһе:" Мәрхәмәтле үә рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым.
Бөтөн шайтандарҙан, ҡурҡыныс хайуандарҙан һәм яман күҙе тейгәндәрҙән Аллаһы Тәғәләгә һыйынам».

Доғаға тип усығыҙҙы күтәреп, "Фатиха", Аятел-Көрси", «Ихлас», "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен уҡып, усығыҙға өрөп, баштан аяҡ осона тиклем тәнегеҙҙе һыпырып, үҙ-үҙегеҙҙе өшкөрөүҙе иртә- кисен башҡарһағыҙ, шифаһы тейер. Балаларығыҙ күҙлеккәндә лә уларға йыш уҡығыҙ.
Башҡаларға һоҡланып ҡараһағыҙ: « Собханаллаһ», « Мәшаллаһ» тип әйтергә онотмағыҙ.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға