«Йәшлек» гәзите » Иман » Хәҙистәр



19.04.2019 Хәҙистәр

*Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ. Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә- теләмәһә лә гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт ҡылыр. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.

*Үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға насар доға ҡылмағыҙ. Аллаһтың тәҡдиренә риза булығыҙ. Ниғмәттәрен арттырыуҙы һорап, доға ҡылығыҙ.

*Эшләмәйенсә доға ҡылғандар- ҡоралһыҙ һуғышҡа киткән кеүек булырҙар.

*Үлгәндән һуң үкенмәгән кеше юҡ. Яҡшы кешеләр яҡшылыҡтарын күберәк эшләп өлгөрмәгәнгә үкенер, яман кешеләр яманлыҡтарынан тыйылып тәүбә итмәгәндәренә үкенеп бөтә алмаҫ.

*Берәүҙең күңелендә орлоҡ хәтлем генә лә тәккәбберлек булһа, йәннәткә инмәҫ.

*Рәнйетелгән кешенең бәддоғаһынан ҡурҡығыҙ, уның доғаһын Аллаһҡа барып ирешеүҙән тотҡарлап ҡала алырлыҡ бер пәрҙә юҡ.

*Аҙға ла ҡәнәғәт бул − мохтаж булмаҫһың, көнсөллөктән ҡотол − тыныс булырһың, тыйылғандан тыйыл – иманың саф булыр.

*Үткәндәргә йәбешеп ятмағыҙ, үпкәләүҙәр, рәнйештәр менән йәшәмәгеҙ. Бәхетле мәлдәрегеҙҙе хәтерләгеҙ, кеше тормошонан көнләшмәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙы тейештер, тип ҡабул итегеҙ һәм үҙегеҙҙә булғандың ҡәҙерен белегеҙ. Хоҙайҙың биргәнен бер мәлдә генә юғалтыу бер ни тормай.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға