«Йәшлек» гәзите » Иман » Мәрхүмдәргә доға ҡылыу тәртибе



12.04.2019 Мәрхүмдәргә доға ҡылыу тәртибе

Мәрхүмдәр өсөн сауаплы булған ғәмәлдәр:

1. Ҡөрьән уҡып, сауабын мәйет рухына бағышлау.
2. Мәйет өсөн хәйер биреп, доға ҡылыу. Ибраһим бәйғәмбәр: «Рәббана фирлии үә лил-мөәминиинә йәүмә йакуумул-хисәәб» тип доға ҡылған. Мәғәнәһе: «Йә, Раббым, үҙемде, ата-әсәйемде һәм башҡа мөьминдәрҙе Ҡиәмәт көнөндә мәғфирәт ҡыл. Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Раббәнә әәтинәә фид-дуньйә хәсәнәтән үә фил-ахырати хәсәнәтән үә ҡынәә ғазабәннәәр» доғаһын йыш уҡыған. Мәғәнәһе: «Йә, Раббым, беҙгә донъяла яҡшылыҡ бир. Әхирәттә лә яҡшылыҡ бир. Йәһәннәм ғазабынан һаҡла».
3. Үлгән кешенең бурысы ҡалһа, уны түләгеҙ.
4. Изге эштәр эшләп, сауабын мәйет рухына бағышлағыҙ. Мәйет ерләнгәндең беренсе көнөнән башлап, етенсе көнөнә ҡәҙәр мохтаждарға саҙаҡа биреп, сауабын мәрхүмгә бағышларҙар. Был – сөннәт. Хәленән килмәгәндәр ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡырҙар, сауабын әхирәткә күсеүсегә бағышларҙар.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға