«Йәшлек» гәзите » Иман » Һуңғы юлға оҙатыусылар



05.04.2019 Һуңғы юлға оҙатыусылар

Оло ғына апайҙың ҡулдарына ҡарайым да уйлап ҡуям, кисә генә бер мәйет йыуып, һуңғы юлға оҙатты, бөгөн икмәк телеп, эҫе итеп һөтлө сәй яһай. Миңә сирҡансыҡ та түгел. Уйымды һиҙеп, һөйләп китте.

– Мәйеттән сирҡанмайым да, ҡурҡ­майым да. Тере кешенән ҡурҡ, ти торғайны бер мәрхүмә инәйем. Үҙем атай-әсәй ҡулында үҫмәнем, балалар йортонда тәрбиәләндем. Һәр кем эшләй ала торған эш түгел. Беҙ, бер нисә ҡатын, мәйет йыуырға йөрөйбөҙ, күнегеп тә бөттөк, – тине Зәкиә апай.

Уның, был эш бары тик бәрәкәт бирә, тигәненә аптырап та ҡуйғайным. Һәр кешенең йәшәү көсө бар. Энергияһы, мәрхүм булғас, тирә-яҡҡа тарала тигәнде дини китапта уҡығайным. Бразилияның ҡасандыр беҙ яратҡан “Клон” сериалында Жади әсәһенең мәйетен үҙе йыуа. Фильм юҡҡа ғына ошо сюжеттан башланмайҙыр. Мәйет йыуғанда гонаһ ғәфү ителә, тиҙәр. Ҡыҙ һуңынан гонаһ ҡылһа ла, гел алтынға күмелде. Зәкиә апай әйтеүе буйынса, ауылдаштар араһында абруйың үҫә, ихтирам итәләр, йыйылыштарҙа ла һүҙҙе тыңлайҙар.

– Мәйетте тәрбиәләгәндә һаҡ булырға кәрәк. Мәрхүм ирҙе – ирҙәр, ҡатынды ҡатындар йыуырға тейеш. Бер тамсы һыуын да төшөрмәй, һыуҙы йылымыс итеп йыуабыҙ, сепрәк ҡулланабыҙ. Тәүҙә битен өс тапҡыр сайҡап һыпырабыҙ, һуңынан ҡулдар, түш тирәһенән алып аяҡ бармаҡ суҡтарында тамамлайбыҙ. Ҡатындың сәстәре түшен ҡапларлыҡ булһын. Йыуғандан һуң өс тапҡыр сайындырырға. Уның өсөн айырым ижау йә ҡомған ҡулланабыҙ. Башына яулыҡ урайбыҙ. Иң ҡыҙғанысы – йәштән яулыҡ ябынып йөрөмәгәндәргә, бына хәҙер мосолман булдың, яулыҡ ябындың, тип әйтеү. Шуға ла ҡатындарға, һау сағығыҙҙа сәсегеҙҙе ҡаплап, яулыҡ ябынып йөрөүҙе ғәҙәт итегеҙ, тип әйтке килә.

Һыуҙы үҙебеҙ йылғанан йә ҡоҙоҡтан көйәнтәләп барып алабыҙ. Бер ҙә ашығырға ярамай. Һыуҙы биҙрәләргә ижау менән киреһенә ҡойорға кәрәк. Кейем кейҙергәндә лә, һыуҙы ҡойғанда ла киреһенсә эшләнелә. Йәғни, был донъяла уңдан һулға эшләнелһә, мәйет йыуғанда – киреһенсә. Мәйеттең тәненең етешһеҙлектәрен һөйләп йөрөү ҙур гонаһ һанала, – тип һөйләне ул.

Төпсөнә торғас, артығын әллә ни һөйләгеһе лә килмәне, Хоҙай эше, Ул белә, тип кенә ҡуйҙы. Шулай ҙа, төштәрегеҙгә инмәйҙәрме, тип һораным.
– Оло кешене йыуғы килеп, ынтылып тораһың. Күңелгә ауыр булһа ла әйтәйем, үҙенә ҡул һалып киткәндәрҙән ҡасабыҙ. Аят уҡыу түгел, борон зыяратҡа ла индермәгәндәр бит. Йәлләп берәүҙең балаҡайын йыуҙыҡ. Күңелдә бушлыҡ ине. Бөтә көстө алды, саҡ тәрбиәләп оҙаттыҡ. Һуңынан төшкә инеп йонсотто. Шуға бигерәк йәштәргә әйтке килә: ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Алла биргән йәнегеҙҙе, бәрәкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ, фәрештәләр ташламаһын.

Эйе, ҙур вазифалымы, ябай әҙәм булғанмы – барыһын да аҡ кәфенгә төрөп һуңғы юлға оҙатабыҙ. Зәкиә апай һөйләүенсә, теге донъяға китеп мәшәҡәттәрҙән ҡотолам, тимәһен кеше, алда ҙур хөкөм көтә барыбыҙҙы ла.
– Кешене ерләгәндә күп сығым китә, – тип һүҙен дауам итте апай, – шуға туғандарының хәлен аңлап, ҡайһы саҡ кәрәк-яраҡты үҙебеҙ тотоп барабыҙ.

Мин йәнә һорау бирҙем:
– Сихыр менән булышыусылар мәйет һыуының һабынын ҡуллана, быға һеҙ нимә әйтерһегеҙ?
– Дин мәйет һыуын аяҡ баҫмаған ергә түгергә ҡуша, беҙ шулай эшләйбеҙ. Йыуғанда ҡулланған сепрәктәрҙе лә күмдерәбеҙ – тәртибе шулай. Һыуҙы ташығанда өҫтөн ябып ҡына алып барабыҙ, бер туҙан да төшөрмәҫкә тырышабыҙ. Кем кешегә насарлыҡ уйлап, сихыр-фәлән менән ҡылана, үҙенә гонаһ.

Әгәр оло йәштәге туғандарығыҙ Хоҙай ҡушыуы буйынса көнө бөтөп, мәрхүм булһа, балалары, яҡындары мәйетте үҙҙәре тәрбиәләһә, үҙҙәренә – сауап.





Автор: М. ЯҠУПОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға