«Йәшлек» гәзите » Иман » Бар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә



29.01.2011 Бар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә

Сәләмәтлек – Аллаһы Тәғәләнән кешегә бирелгән иң ҙур ниғмәттәрҙең береһе. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Иртән һау-сәләмәт, имен һәм ризығы булған хәлдә уянған кеше бөтөн донъяға эйә», – тигән.
Сәләмәтлек беҙҙе был донъяла бәхетле итһә, ныҡлы иман әхирәттә бәхетле булыуға әҙерләй. Тормошта әҙәм балаһы ниндәй генә күңелһеҙ хәлдәргә тарымай. Иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы еңеү, сир-сырхауға тарығанда хәлебеҙҙе еңеләйтеү өсөн Аллаһыға инаныуыбыҙ көс булыр. Беҙгә ебәрелгән бәлә-ҡазалар, сирҙәр – тәҡдиребеҙ, сабырлығыбыҙ, ихтыяр көсөбөҙҙө һынау, тәүбәгә килеүгә саҡырыу. ҡөрьәндә әйтелгәнсә, Аллаһ үҙенең ҡолон шул дәрәжәлә һынарға мөмкин, Раббыһына юлыҡҡанда уның бер ниндәй ҙә гонаһы ҡалмаған булыр. Кешегә бирелгән ҡыйынлыҡтар, сиргә тарыу Хоҙай тәҡдиренә риза булған, сабыр иткән кешенең Раббыһы алдында дәрәжәһен күтәреү өсөн бирелергә мөмкин. Ауырыуға шифа – Аллаһ ҡулында. Ибраһим ғәләйһис-сәләм дә Аллаһы Тәғәләнән: «Эй, Раббым! Ауырыуҙар ҡайҙан килә?» – тип һораған. Аллаһы Тәғәлә: «Минән», – тип яуап биргән. Ибраһим ғәләйһис-cәләм: «Шифа ҡайҙан килә?» – тип һора­ған. Хоҙай тағы ла: «Минән», – тип яуап биргән. Ибраһим: «Шулай булғас, табип кем була һуң?» – тип һораған. Аллаһы Тәғәлә: «Мин уның ҡулына дауаланыу сараларын биреп ҡуйған кеше»,– тип яуап биргән.
Иң яҡшы һәм һөҙөмтәле сараларҙың береһе – Аллаһы Тәғәләнең шифалы һүҙҙәре – ҡөрьән Кәримдер. Бик күптәр күп сиренә сихәт, шифа табыуҙан өмөт өҙгәндән һуң ҡөрьән Кәрим менән дауалана. Изге китаптың «Исра» сүрәһендә лә: «Беҙ ҡөрьәндә мөьминдәр өсөн шифа һәм рәхмәт булған аяттар индерәбеҙ», – тиелгән. Йән тыныс­һыҙлығы, стресс, фажиғәләр, ҡайғы-борсолоу­ҙар беҙҙе һәр ерҙә һағалай. Былар, әлбиттә, күңел торошона ла кире йоғонто яһамай ҡалмай. Аллаһыға иман килтереү, уның ихтыярына тулыһынса буйһоноу, тормоштағы ауыр һынауҙарҙа үҙеңә изгелек, хәйер күрергә ынтылыу, Хоҙайҙың ике донъяла ла эшләгән изгелектәр өсөн әжерен биреренә ышаныу – бы­лар­ҙың барыһы ла беҙ­ҙең психик яҡтан сәләмәт булыуыбыҙға ыңғай йоғонто яһаусы сифаттар.
Күңелгә иң файҙалы аҙыҡ ул – иман, иң фай­ҙалы дауа – ҡөрьән дауаһы.


Һеҙ үҙегеҙгә үҙегеҙ табип

Шәриғәттә рөхсәт ителгән доғаларҙы уҡып йәки яҙып өшкөргәндән һуң шифаһы күрелһә, бының өсөн Аллаһыға шөкөр итергә кәрәк. Сирлегә эске иман ҡеүәһенә эйә булыу, эскерһеҙ рәүештә бар күңеле менән Хоҙайға инаныу, унан ихласлап ярҙам һорау фарыз. Дауаланыуҙың төп шарттары:
1. Ислам ҡушҡандарҙы үтәү. Бигерәк тә биш ваҡыт намаҙға эйә булыу. Ирҙәр – мәсеттә, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙ ваҡытын кисектермәйенсә, өйҙә лә уҡый ала.


2. Гонаһ­тарҙан һаҡланыу. Яман уй­лы булыу, хә­рәм ризыҡ ашау, хөсөтлөк ҡылыу.
3. Һәр көн ҡөрьән уҡыу. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә: «ҡөрьәнде уҡығыҙ, сөнки ул ҡиәмәт көнөндә үҙен уҡыусыларға шәфәғәтсе булып килә!» – тигән. ҡөрьән уҡыусы кеше Аллаһтың хозурында хөрмәтле заттар иҫәбендә булыр. Уҡыуы ауыр булып, ҡат-ҡат ҡабатлап уҡыусы икеләтә сауапҡа ирешер.
4. Даими рәүештә иртәнге һәм киске зекер – тәсбихтәрҙе уҡыу. Мәҫәлән, һәр көндө йөҙ мәртәбә түбәндәге доғаларҙы уҡыу.
«Ләә иләһә иллалааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкүә үә лә һүлхәмдү үә һүә ғаләә күлли шәй - иң ҡадиир»
Мәғәнәһе: «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ. Уға тиңдәр юҡ. Бар маҡтауҙар ҙа Аллаға. Уның һәр бер нәмәгә көсө етә».
Кем дә кем көнөнә йөҙ мәртәбә ошо доғаны уҡыһа, был доға уның өсөн ун ҡол азат итеү сауабына тиң булыр, уға йөҙ сауап яҙылыр, йөҙ гонаһы кисерелер, шайтан яуызлығынан имен булыр.
«Собханаллааһи үә би хәмдиһ».
Мәғәнәһе: «Аллаһыны маҡтап тәсбих әйтәмен». Кем дә кем көнөнә йөҙ мәртәбә ошо тәсбихте әйтһә, ул кешенең гонаһтары диңгеҙ күбеге ҡәҙәр күп булһа ла бөтөр.
5. Сәхих хәҙистәрҙә өйрәтелгән доғалар­ҙы уҡыу. Мәҫәлән, Ғабдуллаһ бин Хүбәйбә һүҙҙәренән риүәйәт ителгәнсә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Иртән һәм кисен өсәр мәртәбә «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыу һине бөтөн яуызлыҡтарҙан һаҡлар», – тигән.
6. Йортобоҙҙа дингә ҡаршы килә торған әйберҙәр булмаҫҡа тейеш. Өйҙә хәрәм ризыҡтар, әйберҙәр булырға, дин ҡушмаған эштәр башҡарылырға тейеш түгел.
Өй – йәндең, тәндең һаҡланыу, һыйыныу урыны.
7. Балаларҙы һаҡлау. Уларҙы һаҡлау өсөн Аллаһы Тәғәлә бер төркөм ҡағиҙә билдәләгән. Яҡындарыбыҙҙы ҡурсалау өсөн Ислам бик күп һаҡланыу сараһын күрһәтә, билдәле бер ҡағиҙәләрҙе тоторға бойора. Төрлө сирҙәрҙән һаҡлау, таҙалыҡта тотоу, ашын хәстәрләү – ата-әсәнең төп бурысы.
Мөхәммәт бәйғәмбәр балалары Хәсән менән Хөсәйенде төрлө шайтандарҙан, зәһәрле хайуандарҙан, яман күҙҙәрҙән һаҡлау өсөн түбәндәге доғаны уҡыр булған.
«Уғыйзүкүмәә бикәлимәәтилләәһит-тәәммә – ти мин күлли шәйтаанин үә һәәммәтин үә мин күлли ғайнин ләәммәтин».
8. Һәр бер эште «Бисмилла» тип башлау. Бисмиллаһыҙ башланған эш бәрәкәтһеҙ һәм һөҙөмтәһеҙ булыр.
9. Өҫтәмә нәфел ғибәҙәттәре ҡылыу (саҙаҡа биреү, ураҙа тотоу).
10. Аллаһыға күп мәртәбә зекер итеү, гонаһтарҙы ярлыҡауҙы һорау.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға