«Йәшлек» гәзите » Иман » Өйрәнәйек доға



23.01.2019 Өйрәнәйек доға

Тәүбә доғаһы
Мөхәммәт бәйғәмбәр вафат булыр алдынан ошо һүҙҙәрҙе йыш әйткән: “Собханаллаһи үә бихәмдиһи. Әстәғәфируллаһә үә әтүүбү иләйһи”.
Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәлә һәр төрлө кәмселектән пак. Уға маҡтау булһын. Хоҙайға тәүбә һәм истиғфар ҡылам”.

Йоҡлағанда ҡурҡҡан кеше уҡый торған доға
“Әғүҙү бикәлимәәтил – ләһиттәәммәти мин ғаҙабиһи үә шәрри ғибәдиһии үә мин һәмәзәтишшәйәәтыыни үә ән йәхдуруун”.
Мәғәнәһе: “Алланың ғазабынан, бәндәләрҙең насарлыҡтарынан, шайтандарҙың һәр төрлө яуызлыҡтарынан һәм бәйләнеүҙәренән Алланың бөтә кәлимә һүҙенә һыйынам”.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға