«Йәшлек» гәзите » Иман » Саҙаҡа бәләнән һаҡлар



08.02.2019 Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Саҙаҡа биреүҙә ун төрлө изгелек барҙыр. Бишеһе – донъяла, бишеһе әхирәттә булыр.

Донъяла булған бише.
- Саҙаҡа малды пак итер.
- Кешене гонаһтан арындырыр.
-Бәләләрҙе һәм ауырыуҙарҙы ҡыуыр.
- Саҙаҡа биреү мосолмандың күңелен шатландырыр, ғәмәлдәрен биҙәр.
- Саҙаҡа итеп бирелгән мал бәрәкәтле булыр, саҙаҡа биргән кешенең ризығы киң булыр.

Әхирәттә булған бише.
- Ҡиәмәт көнөндә тамуҡ утына күләгә булыр, саҙаҡа биргән кеше ҡиәмәт эҫелеген күрмәҫ.
- Саҙаҡа биргән кешенең ҡиәмәттә хисабы еңел булыр.
- Саҙаҡа биргән кешенең изгелеге яуызлыҡҡа ҡарағанда мизанда (үлсәүҙә) ауырыраҡ тартыр.
-Саҙаҡа биргән кеше ғазаптан ҡотолор.
-Хәйер биргән кешенең ожмахта дәрәжәһе артыҡ булыр.

Хәйер биреүҙә, доға уҡыуҙа Аллаһы Тәғәләнең ризалығы булыр, шайтанға ҡаршылыҡ ҡылыныр.

Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә үҙенең ҡатыны Ғәйшәне: “Эй, Ғәйшә! Үҙеңде Алланан һатып ал, уның ғазабынан йәнеңде ҡотҡар. Ярты хөрмә емеше менән генә булһа ла саҙаҡа бир. Был саҙаҡа менән мал кәмемәҫ”, – тип иҫкәрткән.

Фани донъяла изгелектә ярышайыҡ, мохтаждарҙы һөйөндөрәйек. Хәлебеҙҙән килгәнсә биргән саҙаҡабыҙҙа оло бәрәкәт булыр.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға