«Йәшлек» гәзите » Иман » Әҙәп булмаған ерҙә иман юҡ



15.01.2011 Әҙәп булмаған ерҙә иман юҡ

Бала сағымдан халҡымдың тарихы менән ғорурландым, милләттәштәремде күктәргә сөйөп, идеаллаштырып ҡараным. Элек, хәтерләүемсә, халыҡ ихлас, асыҡ, ярҙамсыл, йомшағыраҡ күңелле ине. Үҫә килә, тормошто нығыраҡ аңлай төшкәс, бөгөн милләтебеҙҙең йөҙө, холҡо насар яҡҡа үҙгәргәненә йәнем көйә. Әлбиттә, донъя алға барғас, кешеләр ҙә үҙгәрмәй тормаҫ, тиерһегеҙ, әммә, ыңғай яҡҡа ыңғайлаһындар ине…
Динһеҙ совет заманы үҙенең ҡурҡыныс эҙен һәм тамырҙарын ҡалдырған. Уның шаңдауы әле һаман да хәҙерге ололарыбыҙҙа һәм йәштәребеҙҙә сағыла. Һүҙ халыҡтың әҙәп-әхлаҡ һәм иманы хаҡында бара. Телевизорҙан көнө-төнө күрһәтелгән хәшәрәт тә үҙенең бысраҡ эшен эшләй – йәмғиәттең әхлағы боҙола.
Хәҙер бөтәбеҙ ҙә “заман ахыры”ның билдәләренә, күренештәренә шаһит булып йәшәйбеҙ. Боронғоларҙың “Инә ҡыҙын белмәҫ, ата улын белмәҫ”, “Тыумаған көсөк инәһенең эсендә үк өрөп ятыр”, “Наҙандар ғалим булыр”, “Кешеләрҙең кейеме күп булыр, әммә өҫтө яланғас булыр”, “Әҙәмдә әҙәп булмаҫ” һ. б. тигәндәре алдыбыҙға килде.
Тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ: урамда йәйгеһен ҡатын-ҡыҙҙар ярым-ялан­ғас йөрөй. Улар шәрә йөрөгәс, аҙғынлыҡ-бәйһеҙлек нисек артмаһын инде? Сәхнәләге артистарыбыҙҙың яланғас булыуына ла тәүҙә сәйерһенеп ҡараһаҡ, хәҙер бер кемдең дә иҫе китмәй. Был күренеште шулай булырға тейеш һымаҡ итеп ҡабул итәләр.
1985 йылдарҙа тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙы сит ил фильмдарында ғына күрһәк, бөгөн улар һис оялмай тарта-эсә. Ата-әсәләр балалары алдында ла яланғас йөрөүҙән, һүгенеүҙән, эсеү-тартыуҙан оялмай. Ә бит һәр ғаиләнең төп бурысы – әҙәпле, иманлы бала тәрбиәләү. Сөнки юғары әхлаҡлы, иманлы ил генә көслө була ала. Ә беҙ бөгөн, киреһенсә, халыҡтың деградацияһын, манҡортлоҡто, рухһыҙлыҡты, әҙәп­һеҙлекте күҙәтәбеҙ. ҡала туҡталыштарында ирҙәрҙең ласҡ-лосҡ төкөрөнөүенән, сүп-сар ташлауынан баҫырлыҡ та ер ҡалмай. Автобусҡа инһәң, урын бирерҙәр, тип көтмә. Ололар, ҡатын-ҡыҙҙар баҫып килгәндә, йәштәр һикереп тороп тиҙерәк урын бирергә тейеш тә бит. Үҙҙәренең ҡылыҡтарынан оялыу түгел, һис кем был хаҡта уйлап та бирмәй.
Элегерәк ололар ҡайҙалыр әҙәпһеҙлек, тәртип­һеҙлек күрһә, йәштәргә өгөт-нәсихәт уҡый башлай ине, ә хәҙер бер кем дә өндәшмәй. Әллә ошо йәшәү рәүешенә күнделәр, әллә ҡурҡалар…
Башҡортостанда халыҡтың мәҙәни кимәле, исмаһам, бер аҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрһен тиһәк, был проблема хөкүмәт кимәлендә ҡаралырға тейешле, мәктәптәрҙә дин, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен өйрәтеп, ҡала урамдарында, автобустарҙа социаль рекламалар элергә кәрәк (мәҫәлән, йәштәрҙе оялтыр өсөн автобуста “Һүгенеү – әҙәпһеҙлек”, “Ололарға урын бир!” тигән һымаҡ иҫкәртмәләр кәрәктер).
Мәктәптәрҙә бәләкәй синыфтар­ҙан уҡ гигиена, медицина тураһында бер ни тиклем башланғыс белем бирһәләр, йәштәр бала саҡтан төрлө инфекцион һәм йоғошло венерик ауырыуҙар хаҡында хәбәрҙар булып, аҙғынлыҡ та ул тиклем сәскә атмаҫ ине.
Рухи мөхитебеҙҙең кимәле хаҡында уйланһаҡ, хәл ҡот осҡос, дөрөҫөн генә бер кем дә әйтмәй. Ә ысынында етди уйланырға кәрәк…
Һуңғы ваҡытта матбуғат биттәрендә, ғилми конференцияларҙа “духовность, высокая нравственность, мораль” тип күп һөйләргә, яҙырға яраталар. Ысынында уларҙың нимә икәнен үҙҙәре лә белмәй, аңламай, аңларлыҡ кимәлдәге кешеләр юҡ тиергә лә мөмкин, һәм был юҫыҡта, милләтте ҡайғыртып, һис бер нәмә лә эшләнмәй. Ә халыҡ араһында иманһыҙлыҡ, эскелек, наркомания, фәхишәлек арта ғына.
Элек ярай аҡһаҡалдар булған. Хәҙер, белеүегеҙсә, халыҡтың юғары мәҙәнилеген үҫтерер өсөн махсус эш хаҡы алып эшләгән ойошмалар менән Өфө туп-тулы. Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары, район мәҙәниәт бүлектәре, театрҙарҙың бит эше ҡайҙалыр ситтә концерт күрһәтеүҙән һәм ҡунаҡ булып ҡайтыу­ҙан ғына тормай. “Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем алған шәхестәребеҙ бар, ә ҡайҙа эштәре? Исем алғандар, улар халыҡ араһында булырға тейеш бит.
Радио-телевидение, гәзит-журналдарҙың да эше ғәйбәт таратыу, яланғас ҡатын-ҡыҙ һүрәттәрен сығарыу түгел, ә төп бурысы халыҡтың әҙәп-әхлағын күтәреү булырға тейеш. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, ҡатын-ҡыҙҙар союзы, БДУ-ның этика һәм эстетика кафедраһы ла ошо тәңгәлдә ял белмәй тир түгергә бурыслы. Ғалимдарҙың яҙған китаптарын бер кем дә эҙләп алып уҡып ултырмай бит. Шуға ла бигерәк тә уларға, төрлө ерҙәргә барып сығыш яһап, хәҙерге заманда әҙәп-әхлаҡты бик ныҡ пропагандаларға кәрәк.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре лә никах теркәү генә түгел, ә матур һәм ныҡлы ғаиләне нисек ҡороу, һаҡлау хаҡында лекциялар менән сығыш яһап йөрөһә, яҡшы булыр ине. Улар, әйтеп үткән ойошмалар, “өҫҡорма” (надклассовое общество) ҡороп алған да, үҙҙәрен барыһынан да юғары “аҡһөйәк” тойоп, халыҡ араһына сығырға ҡыйынһыналар. Ә ябай халыҡ үҙенсә йәшәүен дауам итә.
Мәсеткә килгән кешегә генә вәғәз уҡыу менән сикләнмәй, муллаларға өйҙән-өйгә йөрөргә кәрәк. Иман йорттарына былай ҙа әҙер, мәғлүмәтле кеше килә. Дин әһелдәренә лә тейешенсә эш хаҡы билдәләп, күпме яҙыҡ эштәрҙән (эсеү, тартыу, фәхишәлек һ.б.) тыйған Ислам динен, ҡурҡмайынса таратырға кәрәк (ә беҙҙә, үкенескә күрә, киреһенсә эшләнә, дин таралыуынан ҡурҡып, мосолмандарҙы эҙәрлекләү бара).
Әгәр ҙә илебеҙҙәге дөйөм халыҡ әхлағы артабан да шулай аҫҡа тәгәрәүен дауам итһә, киләсәгебеҙ аяныслы буласаҡ. Ысынбарлыҡҡа ҡарағыҙ! Ауылдарҙа ла хәҙер йәше-олоһо “бисмиллаһ” һүҙен дә белмәй, ә һүгенә белә. Урамда иҫерек йөрөүҙән, урлашыуҙан, мәсхәрәләшеүҙән тартынмайҙар. Һис кемде тыйған кеше юҡ. ҡайҙа булып бөттө беҙҙең тәртип һаҡлаған, барыһына өлгө булған аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр? “Ололарҙы ихтирам итергә, хөрмәтләргә кәрәк”, “Ирҙәрҙең дәрәжәһе юғары”, “Атай һүҙе”, “Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән һүҙҙәр ҙә онотолдо. Халҡыбыҙҙа булған изге йолалар, юғары төшөнсәләрҙең юғала барыуы бик үкенесле.
Типһә – тимер өҙөрҙәй, баҫһа – баҡыр иҙерҙәй ирҙәрҙең, ихтыяр көсөн юғалтып, араҡы ҡоло булып, эшләмәй ятыуына ҡарауы ытырғаныс. Ә бит шулар­ҙың олаталары ҡасандыр илебеҙҙе яҡлап яу сапҡан бөркөттәй ир-егеттәр булған. Уларҙың үҙҙәренең бөгөнгө тоҡомдарының ошондай кимәлгә төшкәнен күрмәгәне яҡшы. Ундай манҡорт, иманһыҙ нәҫел ҡалыуҙан Аллаһ һаҡлаһын...
Үҙегеҙҙең эргә-тирәләге таныш, зыялы һаналып йөрөгән кешеләргә ҡарағыҙ. Араларында ысынлап та әҙәпле, милли рухлы, саф күңеллеләре аҙ бит. Үҙенә кәрәктә − ялағайлана-юхалана, таҫма телле була, кәрәкмәһә, дорфа һөйләшә, йә һаулыҡ та һорашмай үтә тәкәбберҙәр. Был ике йөҙлөләр ғәйбәт сәйнәп, кеше хаҡына инеп, берәүҙе майлап, икенсеһен хурлап ғүмерҙәрен үткәрә. Йәмғиәттә үҙҙәрен тота бел­мәй­ҙәр, ябай кешеләрҙе һанламайҙар, кешегә лә һанамай­ҙар. Мин-минлектәре менән ҡупырайып, эшләмәһәләр ҙә, эш күрһәткән булып йөрөйҙәр. Харам мал йыйып, төрлө гонаһтарға баталар. Был иманһыҙҙарҙа әҙәп-әхлаҡтың “ә” хәрефе лә юҡ. Үҙҙәренең ниндәй түбән рухи кимәлдә икәнен аңламай шул был бахырйәндәр. Ситтән ҡараһаң, көлкө лә, ҡыҙғаныс та хәл. Уларға күҙ һалһаң, ата-әсәләре йәл. Был бисараларҙы кем, ниндәй әсә тәрбиәләне икән, ҡайһы мәктәптә, ниндәй уҡытыусы уҡытҡан булды икән, тип хайран ҡалаһың. Юғары белемле, тигән ҡағыҙҙары булһа ла, һис тә бер синыф та уҡымаған кеше һымаҡ ҡыланалар. Тәрбиә күбеһенсә ғаиләлә бирелә. Әммә “бөкрөнө ҡәбер ҙә төҙәтә алмай” тигәндәй, “ана һөтө менән инмәгән тана һөтө менән инмәй шул”…
Түрәләрҙең ғәҙел булмауы, бөтә эштең таныш-белеш аша ғына эшләнеүе хаҡында әйтеп тә тормайым. Иң ҡурҡынысы шул, ялағайланыу, ярамһаҡланыу, ошаҡлашыу, ике йөҙлөлөк йәмғиәттә норма була башланы. Былар кире һыҙаттар тип түгел, ә, киреһенсә, шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул ителеүе – йәмһеҙ күренеш. Борон әпкәләй­ҙәрҙе яратмағандар, бөгөн иһә донъя – әпкәләйҙәрҙеке. Уларға табыналар, маҡтайҙар, үрләтәләр. “Балыҡ башынан серей” тиҙәр. Әгәр ҙә түрәләр ундайҙар­ҙы яратмаһа, хупламаһа, ваҡытында туҡтата белһә, был “әпкәлизм” тигән әшәкелек киң таралмаҫ ине.
Тағы ла шул, йәмғиәттә берҙәмлек юҡ, тарҡаулыҡ, битарафлыҡ, динһеҙлек хөкөм һөрә. Һәр кем, “миңә теймәһәләр, булды” тип, үҙе өсөн генә йәшәй, үҙен генә ҡайғырта, донъянан күберәк нимәлер алып ҡалырға тырыша: байлыҡ, юғары исемдәр, йомшаҡ һәм йылы урын. Ысынбарлыҡ шулай, тик был хаҡта һис бер кем өндәшмәй…
Ошондай ғәҙелһеҙлектәргә ҡарайым-ҡарайым да: “Эй, Аллам! Ошо ожмахтай гүзәл ереңдә ниңә был тамуҡ әһелдәрен яралттың инде?” – тип уйлайым.
Бөтә ерҙә лә, барлыҡ илдәрҙә лә, һәр йәмғиәттә лә шулай, тиерһегеҙ. Тик был фекер менән килешмәйем. Милләтемдең ундай булмауын, рухының юғары һәм таҙа булыуын теләйем.
Дин буйынса беҙ бер-беребеҙҙе яратырға, ғәфү итергә, белгәнебеҙҙе өйрәтергә тейешбеҙ. Икенсе яҡтан ҡараһаң, залимдар, кафырҙар менән дуҫ булырға ҡушылмай. Әҙәм балаһы ғүмер буйы үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә тейеш. Әлбиттә, беҙгә Аллаһ яҙмышты алдан яҙған, был кешеләрҙе лә беҙ “уларға ҡарап тәүбә итһен” тип яралтҡан. Әммә яҙмышты бер ни тиклем доға менән үҙгәртергә була, кеше яҡшы яҡҡа үҙгәрәм тиһә, тәү сиратта наҙанлыҡтан арынырға, Ислам динен өйрәнергә тейеш! Хаталы яҙған наҙан түгел, ә үҙен бар ҡылған Раббыһын танымаған наҙан була. Дин ғилемен белмәгән, тотмаған кешене −”наҙан” тигән боронғолар.
Ислам үҙе үк “тәртип” тигәнде аңлата. Сөнки иманһыҙҙа – әҙәп, әҙәп булмаған ерҙә иман булмай. Һуңғы йылдарҙа диндән бөтөнләй алыҫ кешеләргә лә “иманлы” һүҙен тағып һөйләй башланылар. Ә иман бары тик Аллаһ Тәғәләгә тулыһынса инанған, барлыҡ Ислам ҡанундарын ихлас үтәгән, саф күңелле кешеләрҙә генә була. Фасиҡ (боҙоҡ, намаҙ ҡылмаған) мосолманда иман булмай, уға ышанырға ярамай. Сөнки ул хатта ки үҙен яралтҡан Раббыһына буйһонмай. Уларҙың рухи кимәле хайуандар­ҙыҡынан күпкә түбән. Сөнки, хайуандар тулыһынса Раббыбыҙға буйһоноп йәшәй, ә кеше буйһонмай, шуға кимәле лә насар.
Беҙ был донъяға һынау өсөн генә килгәнбеҙ, хәҙерге тормошобоҙҙағы барлыҡ ғәмәлдәребеҙ, ҡылыҡ-фиғелебеҙ өсөн теге донъяла яуап тотасаҡбыҙ. Фани ғүмеребеҙҙе нисек үткәрһәк, әхирәттә урыныбыҙ ҙа шунан сығып билдәләнәсәк. Ярай, был донъя нисек тә үтер ҙә ул, ә әхирәт мәңгелек бит.
Мосолман булып вафат булһаҡ ҡына ҡасан да булһа ожмахҡа инеребеҙгә өмөт була. Ә кафырҙар мәңге тамуҡта ҡаласаҡ. Әгәр әҙәм күңелендә туҙан бөртөгөндәй генә эрелек-тәкәбберлек була икән, ул унан таҙарынғансы ожмахҡа инә алмаясаҡ. Беҙҙең ҡәберҙә, ҡиәмәт көнөндә яуап бирәсәгебеҙ бар. Унда бер кемдең дә юғары исеменә, байлығына, күкрәгендәге орден-миҙалдарына, погонындағы йондоҙҙарына, дәрәжә-титулдарына ҡарамаясаҡтар. Аллаһ алдында һәр кем тигеҙ, бөтәбеҙҙе лә ҡылған ғәмәлдәребеҙ буйынса хөкөм итәсәктәр...
Көн артынан − көн, ай артынан − ай, йыл артынан йылдар үтә. Кешеләр эшкә бара-ҡайта, ашыға, йүгерә, тик бер нәмәгә лә ваҡыты етмәй, шулай ғүмере үтә. Ә туҡтап, ултырып уйланырға форсаттары юҡ, һәр кем үҙен, идеалмын, тип хис итә. Берәү әйткән: “Әгәр ҙә кеше үҙенең ысынында ниндәй икәнен белһә, йөрәге ярылып үлгән булыр ине”, – тип.
Уйлағанығыҙ бармы, һеҙ яратмаған ябай кешене Аллаһ ни өсөн шулай яралт­ҡан? Ни өсөн һеҙ шундай таш йөрәкле, ә ул йомшаҡ күңелле? Сөнки Аллаһы Тәғәлә әҙәплеләрҙе ярата, үҙенең яратҡан ҡолдарына ғына (ғәфү итеүсе, миһырбанлы һ.б.) үҙ сифаттарын һәм дини ғилем бирә. Кешенең күңеле ни тиклем нескә, ябай, йөрәге йомшағыраҡ, сафыраҡ, ул шул тиклем Аллаһы Тәғәләгә яҡыныраҡ була. Шуға үҙегеҙҙең күңелдәрегеҙгә, йөрәктәрегеҙгә ҡарағыҙ, уйланығыҙ! Фиғелегеҙ ниндәй? Балаларығыҙға дөрөҫ тәрбиә бирәһегеҙме? Уларҙы, үҙегеҙҙе, иманлы, әҙәпле, тип әйтә алаһығыҙмы? Көслө милләт булайыҡ тиһәк, эште үҙебеҙҙән, ғаиләнән, тәрбиәнән башларға кәрәк.
Яҙғандарым барығыҙға ла билдәле. Бары тик, милләтемдең киләсәген уйлап, әсенгәнем-уйҙарымды ғына теркәнем. Яҙғандарымды уҡып, уйланмай йөрөгәндәр уйланһын, яҡшы яҡҡа үҙгәрһә ине, тигән өмөттән сығып яҙҙым был юлдарҙы.

Ғ. Аматуллаһ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға