«Йәшлек» гәзите » Иман » Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмайыҡ!



04.01.2019 Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмайыҡ!

Рабиғел-әүүәл айын халыҡта Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр. Ул – бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән, шулай уҡ вафат булған ай. Хоҙай илсеһе тыуған көнөн ураҙа тотоп үткәрә торған булған.

Ислам динен ҡабул иткән замандан башлап (922 й.) беҙҙең ата-бабаларыбыҙ был айҙы ҙурлап байрам иткән. Бәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм рухына Ҡөрьән сүрәләре уҡып, салауаттар, мөнәжәттәр әйтеп, уның тормош юлы, күркәм холоҡтары тураһында вәғәз-нәсихәттәр һөйләп үткәргән.

Мин үҙем ауылда ошоларҙы күреп үҫтем. Ул ваҡыттарҙа Мәүлит айының бер көнөн дә ҡалдырмай, инәйҙәр өй рәтенән сиратлап Мәүлит уҡыта ине. Бигерәк тә фарсы телендә яҙылған “Хәмдебихәт” тигән мөнәжәттең көйө иҫтә ҡалған. Шуны өйрәнһен тип, йәштәргә, йырсыларға (хатта Зөһрә Сәхәбиеваға ла) мөрәжәғәт итеп ҡараным, әммә бер кемдең дә килеп сыҡманы, бәлки, теләктәре булмағандыр. Әсәйемдең дәфтәренән уларҙы күсереп, Мәүлит һайын мәжлестәрҙә өләшәм. Зәки Вәлиди нәҫеленән булған Миңлебаныу һәм Нажиә әхирәттәрем менән осрашҡанда ла уҡыйбыҙ.

Шуныһы күңелде ҡыра, хәҙерге заманда ситтә белем алып ҡайтҡан йәштәрҙең (һәм уларға эйәреүселәрҙең) беҙҙең дини йолаларға ҡараштары икенсе. Ниндәй матур дини ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ булмаһын, “это ваши бабаи придумали”, – тиҙәр. Белһә ине улар беҙҙең халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалғанын, ниндәй иманлы булғанын!

Беҙҙең ауылда Зәки Вәлидиҙең атаһы атаҡлы Әхмәтша мулла ғәрәп илдәренең ғалимдары менән бәйләнештә тороп, ғилемен даими арттырып, уҡытҡан. Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәт менән аралашҡан. Хатта кешеләр Стәрлебаштағы, Стәрлетамаҡтағы данлыҡлы мәҙрәсәләрҙә башҡа өлкәләрҙән килеп белем алған. Мөмкинлегем булһа, был егеттәрҙе йыйып, үҙебеҙҙең дин тарихын, Хәнәфи мәзһәбенең ҡағиҙәләрен өйрәтмәйенсә эш башлатмаҫ инем.

Ошо заман елдәре арҡаһындалыр, инде хәҙер Мәүлит уҡытыуҙар бөтөнләй тиерлек туҡтаған. Ҡайһы бер йәш муллалар мәйеттәргә Ҡөрьән уҡыу мәжлестәрен дә, бидғәт, ти. Шуны аңламайым, нисек инде Ҡөрьән сүрәләре уҡыу, бәйғәмбәребеҙгә салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм салауаттар әйтеү, кешеләргә дини нәсихәттәр һөйләү бидғәт (гонаһлы яңылыҡ) була икән ул?!

Бәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәһе һәм беренсе хәлифә Әбү Бәкер: “Бер дирһәм булһа ла сарыф итеп Мәүлит мәжлесе ойошторған кеше сәғәҙәтле Йәннәттә минең янда булыр”, – тигән. Беҙгә сәхәбә, бәйғәмбәребеҙҙең дуҫы, беренсе хәлифә шулай тип әйткән. Ә был темаға хәҙис тә бар: “Әгәр бер йәмәғәт Аллаһы Тәғәләне иҫкә алып, зекер мәжлесенә йыйыла икән, уларҙың тирә-яғына фәрештәләр ҙә йыйылып зекерҙә ҡатнаша, уларға Аллаһы Тәғәләнән тыныслыҡ булып, рәхмәт яуа”.

Үҙебеҙҙең арҙаҡлы ғалим Ризаитдин Фәхретдин былай тип яҙған: “Мәүлит мәжлесе ваҡытындағы ризыҡтан бәрәкәт булмаған бер генә осраҡ та юҡ. Әгәр ҙә Мәүлиткә тип әҙерләнгән ризыҡтың әҙ генә күләме башҡа ризыҡтар менән ҡатнашһа, уларҙы тәғәм итеп ҡулланған кеше гонаһтарҙан арыныр. Мәүлит доғаһы уҡылған һыу нур менән тулыр, кем дә булһа ул һыуҙы эскән икән, ул кеше ауырыу һәм сырхауҙарынан ҡотолор. Мәүлит мәжлесе ойошторған аҡсаның бәрәкәте, башҡа аҡсалар менән ҡатнашып, уларға ла күсер”.

Зәйтүнә КҮСӘПОВА.
Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға