«Йәшлек» гәзите » Иман » Фани донъя мәңгелек түгел



28.12.2018 Фани донъя мәңгелек түгел

Америкала йәшәүсе бер юлсы, оҙаҡ йылдар буйы хыялланған хикмәт эйәһе булған бер ғалимды күреү өсөн Ҡаһирә ҡалаһына юл тота. Уның өйөнә барып ингәс, бер бәләкәй генә өҫтәл, ятыр өсөн бер түшәк менән юрған һәм бөтә ерҙә китаптар күреп ҡала. Был хәлгә хайран ҡалып, хужанан:
– Һинең йорт йыһаздарың ҡайҙа һуң? – ти.
Ғалим һорауға һорау менән:
– Һинеке ҡайҙа? – ти.
Юлсы, ғәжәпләнеп:
– Мин бит бында уҙып барыусы юлсы ғынамын. Йорт йыһаздарын үҙем менән алып йөрөү – аҡылға һыймаҫлыҡ эш, – тип яуап ҡайтара.
– Мин дә, һинең кеүек, был донъяла уҙып барыусы ғынамын. Шуға күрә хәжәтемдән тыш әйбер йыйып йәшәүемде аҡыллы эш тип һанамайым. Күп кеше был донъяға мәңгелеккә килмәүен белмәй. Белһәләр ҙә, уны бик тиҙ оноталар. Хәжәттән тыш кәрәкмәгән әйберҙәр йыйып, донъяның йәмен, матурлығын күрмәйенсә йәшәйҙәр. Иң ҡыҙғанысы, бик күп кеше һаташып, донъя зиннәтен йыя-йыя, бер-береһенә йылмайырға ла онота. Иң ҙур бәхетһеҙлек – донъя зиннәтенә ҡол булып йәшәү.

Эй, хөрмәтле дин ҡәрҙәшем! Ысынында аҡыллы кеше донъяла үҙен юлсы итеп күҙалларға тейеш. Ә бит донъяла кешеләр бер ерҙән икенсе ергә барғанда, юлға сыҡҡанда иң кәрәкле әйберҙәрен генә ала. Һәр беребеҙҙең был фани донъялағы сәфәре ҡараңғы гүргә инеү менән бөтәсәк. Ҡәбер донъяһына аяҡ баҫҡан кеше йортон һәм йортона йыйған бер әйберен дә үҙе менән алып китә алмаясаҡ. Ғүмер буйы кейеп йөрөгән йөҙөгөн дә бармағынан һалдырып аласаҡтар. Шуны белә тороп та, бөтә көсөңдө мал йыйыуға ғына бағышлау – бик ҙур аҡылһыҙлыҡ. Ләкин был һүҙҙәрҙе ишетеү һәм аңлау ҙа күп кешене донъяға ҡол булыуҙан айныта алмай. Аллаһы Тәғәлә лә үҙенең изге китабында: “Эй, бәндәләр, донъя тормошо һеҙгә бик йоғонто яһай. Донъя түгел, Әхирәт кенә мәңгелек”, – тигән.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға