«Йәшлек» гәзите » Иман » Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән



11.10.2018 Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән

Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән
Йылан арбаусы ир иң ағыулы йылан менән дуҫлашып, уның менән бер ҡасан да айырылмаған һәм муйынына уратып алып йөрөгән. Үҙе кешеләр менән аралашырға, уларға төрлө ҡыҙыҡ хәл тураһында һөйләргә яратҡан. Әммә уны оҙаҡ тыңлап тормағандар, янынан тиҙерәк китеү яғын ҡарағандар. “Мине бер кем дә яратмай һәм аңламай, шуға мине тыңларға ла теләмәй­ҙәр. Кешеләрсә түгел был”, – тип зарланған йылан арбаусы. Үҙенең зарын кешеләргә лә һөйләй алмаған, көйөнөп, муйынында уралып йөрөгән йыланға һөйләгән.
Бер мәл быны күреп торған сит кеше йылан хужаһына былай тип ҡысҡырған: “Эй һин, ҡулыңдағы йыланыңды ситкә ташла, шул саҡта үҙеңдән берәү ҙә ҡасмаҫ. Тап ошо ҡылыҡ һинең яҡтан кешеләрсә булыр. Бәләңдә кешеләр ғәйепле түгел.
Үҙеңдең насар ҡылыҡтарыңдан арына алһаң, Бәхеткә лә, Аллаға ла, кешеләргә лә яҡын булырһың”.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға