«Йәшлек» гәзите » Иман » Исламда никах яңыртыу юҡ



19.10.2018 Исламда никах яңыртыу юҡ

Исламда никах яңыртыу юҡ
Ирем менән арабыҙ һыуынды. Юҡтан сәбәп табып, ирешәбеҙ ҙә китәбеҙ. Ул айлап алыҫ Себер яҡтарында эшләй. Миңә хыянат та итә шикелле. Ярты төн уртаһы булһынмы, ҡатындар шылтырата. Үҙе, эш буйынса шылтыраттылар, тип аҡлана...
Нимә булды һуң беҙгә? Әллә күҙ тейҙеме икән? Мулланан яңынан никах уҡыт­һаҡ, күңелдәребеҙ тынысланмаҫмы? Исламда никах яңыртыу тигән төшөнсә бармы?

Һеҙҙең һорауығыҙға Ислам университеты уҡытыусыһы, “Хәмзә” мәсете имам-хатибы Тулҡын хәҙрәт Кәримбирҙиев яуап бирә:
– Никах яңыртыу тураһында Ҡөрьәндә әйтелмәгән. Дин ғәмәлдәренә тура килмәгән һүҙҙәр әйтелһә, ғәмәл ҡылынһа, никах яңыртырға була. Һеҙҙең осраҡта был кәрәкмәй. Ирегеҙ хыянат итә икән, ғаиләһен һаҡларға теләһә, тәрбиәһеҙ ҡылығы өсөн ғәфү үтенһен, ихлас күңелдән үкенеп, башҡаса был аҙымға бармаҫҡа тәүбә итһен. Аллаһы Тәғәлә күңелегеҙҙе тыныс­ландырыр, рәхмәтенә ирештерер. Хоҙайҙың рәхмәтенә өмөт өҙмәгеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға