«Йәшлек» гәзите » Иман » Тел – бысаҡ кеүек ҡорал



27.07.2018 Тел – бысаҡ кеүек ҡорал

Тел –  бысаҡ кеүек ҡорал
Зәйнулла хәҙрәт өҫтөнән бер туҡтауһыҙ ялыу яҙалар. Шунан һуң уны төрмәгә ултырталар. Шикәйәт яҙыу­сы кеше, байтаҡ ваҡыт үткәс, ауырый башлай. Ниндәй генә табипҡа мөрәжәғәт итеп ҡарамаһын, уны дауалай алмайҙар. «Шикәйәт яҙғаным өсөн бирелгән язалыр»,– тип, Зәйнулла хәҙрәттән ғәфү үтенергә уйлай.
– Мин һине ғәфү итәм, – ти Зәйнулла хәҙрәт. – Тик бер шартым бар.
– Бер генәме? – тип һөйөнә ул.
– Бер генә… Өйөңдәге иң ҙур мендәрҙе алып сыҡ та, шуның мамығын урам буйлап тарат…
Шикәйәтсе әлеге үтенесте тиҙ арала башҡарып, хәҙрәт янына йүнәлә.
– Бик тиҙ эшләгәнһең, – ти Зәйнулла хәҙрәт. – Еңел булдымы?
– Бер ҙә ауыр булманы.
– Хәҙер таратҡан мамыҡты йыйыштырып ал инде. Йыйып бөтөрә алһаң, ғәфү итәм, – ти хәҙрәт.
– Уны нисек йыйып бөтөрмәк кәрәк? – тип һорай шикәйәтсе, аптырап.
– Һүҙҙе лә сәсеүе генә еңел… – ти Зәйнулла хәҙрәт.
Хөрмәтле дуҫым, шуны бел: күңелеңдә ниҙәр уйлағаныңды, фекерләгәнеңде тел аша башҡаларға аңлата алыуың – иң ҙур ниғмәттәр­ҙең береһе. Уның Алла тарафынан кешегә бирелгән ниндәй ҙур бүләк икәнен аңлау өсөн телһеҙҙәрҙең хәлен аңлау ҙа етә.
Тел – ул бысаҡ кеүек ҡорал. Бысаҡ менән, яҡшы эштәр эшләү менән бергә, насарлыҡ та ҡылып була. Табип ҡулындағы был нәмә кешене үлемдән ҡотҡарырға мөмкин, әммә шул уҡ ваҡытта вәхши кешенең ҡулында булһа, ул уның менән меңләгән кешенең ҡанын түгә ала. Ҡул йәрәхәте бик тиҙ төҙәлә, әммә тел менән яһалған йәрәхәт мәңге төҙәлмәй. Ҡайһы берәүҙәр бер-береһенең күңелен ҡыйып, ғәйбәттән нисек ғазапланғанын күреп, ләззәт алып шатлана. Кешенең кәмселектәрен эҙләп, бөтәһенә лә уларҙың етешһеҙ яҡтарын һөйләп йөрөгәндәр ҙә бар.
Кешегә ауыр һүҙ әйтеп, уны рән­йетеү өсөн күп көс кәрәкмәй, әммә рәнйеткән кешенең ғәфү итеүен алыу өсөн күпме генә көс түкһәң дә, ҡайһы бер саҡта ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Ғәйбәт таратып йәиһә кешеләр­ҙең кәмселектәрен һөйләп йөрөү араҡы эсеү, сусҡа ите ашауға бәрәбәр. Аллаһы Тәғәлә изге китабында ғәйбәт һөйләүҙе һәм кешенең кәмселеген фаш итеп ләззәтләнеүсене кеше ите ашауға тиң тип сағыштыра.
Көндәрҙән бер көндө бәйғәмбәребеҙ вәғәз һөйләй торған мөнбәргә менеп, ҡаты тауыш менән өндәшә: «Эй, теле менән генә иман килтереп, күңелдәренә иман нуры инмәгән бәндәләр! Мосолмандарға зыян килтермәгеҙ, уларҙың кәмселектәрен эҙләп йөрөмәгеҙ. Берегеҙ мосолман ҡәрҙәшенең кәмселеген эҙләп йөрөһә, Алла ла ул бәндәнең кәмселеген эҙләр. Һәм ул ҡайҙа ғына ҡасһа ла, уны табып, оятҡа ҡалдырыр».
Эй, һөйөклө дуҫым! Ғәйбәт һөйләү, кешеләрҙең етешһеҙлектәрен тикшереү иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Ғәйбәт һөйләүгә ҡарағанда телһеҙ ҡалыуым хәйерлерәк, тип уйла. Мендәр мамығы кеүек, һүҙҙәр­ҙе тирә-яҡҡа туҙҙырма. Таратыуы еңел булһа ла, йыйыштырып алыуы мөмкин түгел.
(«Бәхеттәрҙең серҙәре»
китабынан).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға