«Йәшлек» гәзите » Иман » Фитыр саҙаҡаһы



09.06.2018 Фитыр саҙаҡаһы

Фитыр саҙаҡаһы
Фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.
Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү вәжиб. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәй кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу, гонаһтар­ҙы бөтөрөү өсөн бирелә. Хәлле кешенең өҫтөнән фитыр төшөрөлмәй, хатта үлгәс тә үтәлергә тейеш. Үҙе бирмәһә, уның вариҫтары бирә (гүр саҙаҡаһы). Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә, уға биреү дөрөҫ була.

Фитыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәргә кеше башына 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, хәллеләргә кеше башына 4 ҡаҙаҡ хөрмә йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле. Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр (бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм).
Быйылғы иҫәпләп сығарылған күләме: хәллеләргә – 50 һум, уртаса йәшәгән хәллеләргә – 150 һум һәм бай йәшәгәндәргә 250 һумдан билдәләнгән.
Хәҙистә: “Ғәйет көнөндә меҫкендәргә фитыр саҙаҡаһы биреп, һораныуҙарынан ҡотҡарығыҙ”, – тип әйтелә. Икенсе төрлө әйткәндә, һеҙ байрам иткән көндәрҙә улар ҙа шат, тамаҡтары туҡ булһын, тигән мәғәнәлә.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәлләмдең тағы бер әйтеүенән: “Өс ғибәҙәт өс эш менән күтәрелә”, йәғни ҡабул була:

1. Намаҙ зәкәт биреү менән ҡабул ителә. Сөнки башҡа бер хәҙистә: “Зәкәт бирмәгән кешенең намаҙы ҡабул булмаҫ”, – тиелә.
2. Доғалар Мөхәммәт ғәләйһиссәлләмгә салауат уҡыу менән ҡабул була. Сөнки башҡа бер хәҙистә әйтелгәнсә: “Миңә салауат әйткәнсегә ҡәҙәр доға ҡабул булмаҫ”.

3. Ураҙа фитыр саҙаҡаһы бирмәйенсә ҡабул булмай.
Фитыр саҙаҡаһын биргәнсе, ураҙаларыбыҙ күк үә ер араһында аҫылынып торасаҡ.
Әгәр бер кеше фитыр саҙаҡаһы бирһә, ул кешенең гонаһтары ярлыҡана, уттан (йәһәннәмдән) ҡотола, ураҙаһы ҡабул була, йәннәткә инергә лайыҡлы була. Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең изгелектәрен ҡабул ҡыласаҡ, сират күперенән йәшен тиҙлеге менән үтәсәк.
Фитыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында бирә алмаһаң, бурыслы булаһың, бәлиғ булған балаһы һәм ҡатыны өсөн биреү вәжиб түгел.
Фитыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә.

1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы – фәҡир тип һанала.
2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс-ҡеүәте булмағандарға.
3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.
4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә һ.б. (етемдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.
5. Бер туғаныңа, ике туғаныңа, икенсе дин кешеһенә.
6. Зәкәт фондтарына. Хәҙерге ваҡытта мәсеттәрҙәге махсус йыйылған саҙаҡа фондтарына. Мәсеттәге дөйөм саҙаҡа менән бутар­ға ярамай.

Кемдәргә фитыр саҙаҡаһы бирелмәй.

1. Үҙ атай-әсәйеңә.
2. Үҙ өләсәй-олатайҙарыңа.
3. Үҙ балаларыңа.
4. Үҙ ейәндәреңә.
5. Ир – ҡатынына, ҡатын – иренә.
6. Байҙарға.

Фитыр саҙаҡаһын Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң, ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөрөү артығыраҡ. Шулай уҡ рамаҙан айы башланыу менән һәм уның барышында биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фитырҙы аҡсалата йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.
Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандар ҙа бирергә тейеш.


Фитыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға: “Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”. Мәғәнәһе: “Әй, Аллаһы Тәғәлә, фитыр саҙаҡаһы биреүсенең ураҙаһын ҡабул ит, доғаһын ҡабул ит, гонаһтарын ғәфү ит. Иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр, уны хәйерле маҡсатына ирештер”.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға