«Йәшлек» гәзите » Иман » Ниәт һәм ифтар доғалары



15.05.2018 Ниәт һәм ифтар доғалары

Ниәт һәм ифтар доғалары
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашап бөтөп, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт әйтелә:
«Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Халисал-лилләһи тәғәлә».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап, ҡояш байығанға тиклем Рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым».

Ҡояш байып, сираттағы көндөң ураҙаһы тамамланғас, бер семтем тоҙ йәки бер йотом һыу, шулай уҡ хөрмә кеүек татлы емештәр менән ифтар ҡылыу, ауыҙ асыу − сөннәт сауаплы.

Ауыҙ асҡандан һуң ошо доға уҡыла:
«Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғфир ли йә ғәффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххартү».
Мәғәнәһе: «Эй, Алла, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом, мин Һиңә иман килтер­ҙем. Һинең ризығың менән ауыҙ асам. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Алла! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға