«Йәшлек» гәзите » Иман » Хоҙай һорағанына бирер



08.06.2018 Хоҙай һорағанына бирер

Хоҙай  һорағанына  бирер
Рухи остаз Ибраһим ибн Әҙһәм Басра ҡалаһы урамдары буйлап барғанда ҡалала йәшәүсе хәҙрәттәр йыйылып, унан:
− Эй, хәҙрәт, Аллаһы Тәғәлә үҙенең китабында: «Һеҙ минән һорағыҙ. Мин доғаларығыҙға яуап ҡайтарырмын», – тигән. Нимә булды икән беҙгә? Беҙ Аллаһы Тәғәләнән һорайбыҙ ҙа, ни эшләп һуң доғаларыбыҙ ҡабул булмай икән? − тип һораған.
− Эй, Басра ҡалаһы халҡы, Аллаһы Тәғәлә нисек һеҙҙең доғаларығыҙға яуап бирһен? Һеҙ, Раббыбыҙға иман килтер­ҙек, Уны таныныҡ, тип әйтәһегеҙ ҙә ул, әммә Ҡөрьән өйрәткәнсә эшләмәйһегеҙ. Алла илсеһе Мөхәммәт бәйғәмбәр­ҙе хөрмәт итәбеҙ, тиһәгеҙ ҙә, ул өйрәткән юлдан ситләшеп йөрөйһөгөҙ. Шайтан − беҙҙең дошманыбыҙ, тип һөйләйһегеҙ, әммә эшләгән эштәрегеҙгә ҡарағанда, уны дуҫ иткәнһегеҙ. Йәннәткә эләгергә теләйһегеҙ ҙә бит, әммә унда эләгергә берәй тырышлыҡ күрһәтәһегеҙме? Үлемгә әҙерләнәһегеҙме? Кешеләрҙе тикшереп ғүмер уҙғараһығыҙ, әммә үҙегеҙ кәмселектәр һаҙлығына төшөп батҡанығыҙҙы һиҙмәй йөрөйһөгөҙ. Вафат булған кешене ерләй­һегеҙ, әммә үлеменән ғибрәт ала белмәйһегеҙ. Иртә-кис, ашап торғас, Аллаһы Тәғәлә ниғмәттәренә рәхмәт әйтә белегеҙ.
Эй, Басра халҡы, һеҙ бит тере булһағыҙ ҙа, Хоҙай ҡаршыһында мәйеттәр кеүек йәшәйһегеҙ. Доғаларығыҙҙың ҡабул булыуын теләһәгеҙ, күңелдәрегеҙҙе терелтеп, мәйет булыуҙан үҙ-үҙегеҙҙе ҡотҡарығыҙ, − тип яуап ҡайтарған.
«Доға ҡылыу − ғибәҙәттең елеге», − тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр. Аллаһы Тәғәләне танып, Унан һорамайынса, доға ҡылмайынса йәшәгән бәндә ғифләт йоҡоһонда ғүмер кисерә тигән һүҙ. Доғаһыҙ кеше үҙенең кем икәнлеген, донъяға ни өсөн килгәнлеген, тиҙҙән ҡайҙа барасағын белмәйенсә йәшәй. Доға ҡылыу, Аллаға ышаныу, Уны таныуға һәм Унан һорау дарыуына кешенең сәләмәтлеге, тыныслығы, бәхете һалынған. Доға шишмәһенән ауыҙ итмәгән кеше үҙен һәм башҡаларҙы, мин бәхетле, тип алдамаһын. Доғаның ҡабул булыуы һәм булмауы мөһим түгел, иң мөһиме − доғалы булып йәшәүҙә. Сөнки күп кеше Хоҙайҙан һорағанының ҡабул булмауына ҡайғыра. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ сөннәтендә шундай һүҙҙәр бар. Әгәр ҙә кешенең һораған үтенесе ҡабул булмаһа ла, хәйерлерәк бер әйбер менән алмаштырыла. Шуға күрә әҙәм балаһы доға менән йәшәргә тейеш.
Доғаларың ҡабул булһын тиһәң, һәр хәлеңдә лә Аллаһы Тәғәләгә ышан һәм Уға таян. Уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшә. Ашаған ризығың, кейгән кейемең, йәшәгән йортоң хәләлдән булһын. Доғаң ҡабул булһын тиһәң, кешеләрҙе ҡулың менән дә, асыулы телең менән дә рәнйетмә, күңелең сабыйҙар­ҙыҡы кеүек саф булһын. Аллаһы Тәғәләнең рәхимлегенә, шәфәғәтенә өмөт ит.

Мәхмүт ШӘРӘФЕТДИН.
(«Бәхеттәрҙең серҙәре” китабынан).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға