«Йәшлек» гәзите » Иман » Мосолман тормошонда тиҫбе



11.05.2018 Мосолман тормошонда тиҫбе

Мосолман тормошонда тиҫбе
Тиҫбе «тәсбих» һүҙенән алын­ған. Тәсбих – Аллаһы Тәғәләне маҡтау-ололау, етешһеҙлектәрҙән пакланыу, доға, Алланы зекер итеү. Тиҫбе – зекерҙәрҙе һәм нәфел намаҙҙарын һанап барыу өсөн епкә теҙелгән ынйы-мәрйен бөртөктәре, муйынсаҡ. Зама­нында Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙе тәсбихте бармаҡтары менән һанап барған, шулай итергә сәхәбәләрен дә өйрәткән. Ҡатын-ҡыҙға кәңәш биреп, ул: «Тәсбих, тәһлил әйтеп тороғоҙ. Әйткәндәрегеҙҙе бармаҡ менән һанап барығыҙ. Ҡиәмәт көнөндә уларҙан был турала һорау буласаҡ һәм яуап та алынасаҡ», – тигән. Әбү Һөрәйрәнең дә ятҡан килеш тәсбих әйтеп, таштарҙы йәки хөрмә емеше төштәрен ырғытып тороуы билдәле. Уның мең төйөн төйнәлгән ебе булыуы хаҡында ла риүәйәттәр бар. Төйөндәр бөткәнсе тәсбих әйтмәй тороп, ул йоҡларға ятмаған. Зекер әйтеүҙе тиҫбе менән һанап барғанда яңылышыуҙарға урын ҡалмай. Тиҫбе тартып Раббыбыҙҙы ололау, уны иҫкә төшөрөү мосолман тормошонда бик ҡәҙерле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға