«Йәшлек» гәзите » Иман » Сабыр итеүселәргә лә сауап яҙылыр



27.04.2018 Сабыр итеүселәргә лә сауап яҙылыр

Сабыр итеүселәргә лә сауап яҙылыр
Түҙемлекте, ауырлыҡ килгәндә сыҙамлыҡ күрһәтеүҙе, үҙеңә хужа булыуҙы, йәмһеҙ һәм яҙыҡ ғәмәлдәрҙән тыйыла белеүҙе сабырлыҡ, тиҙәр.
Был донъя торғаны – имтихан. Кеше донъяла төрлө хәлдәргә тарый. Ҡайһы бер хәлдәр кешеләр­ҙе шатландыра, ҡайһылары ҡайғыға һала. Шатлыҡ ваҡытында – шөкөр итә, ҡайғылы ваҡытта сабыр итә белеү мосолманға фарыз ҡылынған.
Аллаһы Тәғәлә шулай бойора: «Бары тик сабыр итеүселәргә генә хисапһыҙ мөҡәфәттәр, сауап­тар буласаҡ» («Зөмәр» сүрәһе, 10-сы аят).
Бер хәҙисендә бәйғәмбәребеҙ: «Мосолманға шатлыҡлы мәлендә лә шөкөр итеү бер хәйер сауап», – тигән.
Сабырлыҡ өс төрлө була:
1. Бәлә һәм һәләкәттәргә ҡа­рата сабырлыҡ. Әгәр һәләкәт Алла ҡолоноң малына, йәненә һәм балаһына төшһә, кешенең был бәхетһеҙлекте туҡта­тыр­ға көсө һәм белеме етмәһә, ул ваҡытта сабыр итергә бурыслы.
Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә шулай ти: «Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдары­ғыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылабыҙ. Эй, Мөхәммәт, сабыр итеүселәргә һөйөнсө бир» («Баҡара» сүрәһе).
2. Ғибәҙәтте сабырлыҡ менән ҡылыу. Ғибәҙәттәге ҡыйын­лыҡ­тар­ға сабырлыҡ күрһәтеүсене Хоҙай ҙур дәрәжәгә өлгәштерә. Динебеҙҙең маҡсаты – кешене сыҙам итеп тәрбиәләү. Шуның һөҙөмтәһендә уны донъялыҡта ла, Әхирәттә лә бәхетле итеү.
3. Гонаһлы эштәр ҡылмаҫҡа сабыр итеү. Кеше бар яҡтан да Аллаһы Тәғәлә әмеренә буйһон­һа, икенсе яҡтан нәфсеһе, күңелендәге гонаһлы теләктәре ҡотҡоһона бирелеүсән. Бындай саҡта Алла юлынан тайпылһа һәм шайтан ҡотҡоһона бирелһә, кеше ҙур гонаһҡа дусар була. Насар өндәүҙәргә ҡаршы тороу, яҙыҡ эштәр ҡылмаҫҡа сабыр итеү, динебеҙ ҡушҡан әмер ул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға