«Йәшлек» гәзите » Иман » Хәҙистәрҙән һабаҡ ал!



30.03.2018 Хәҙистәрҙән һабаҡ ал!

Хәҙистәрҙән һабаҡ ал!
- Аллаһы Тәғәләгә һәм Әхирәт көнөнә иман килтергән кеше күршеһен рәнйетмәһен.

- Кешенең ризығы гонаһтары сәбәпле киҫелә.

- Сирлеләрҙе саҙаҡа менән дауалағыҙ.

- Аллаһы Тәғәлә иман килтергән кешенең йәннәткә инеү юлын еңеләйтә, фәрештәләр уның өҫтөндә ҡылған эштәренә риза булып, ҡанаттарын йәйеп торор, ерҙәге һәм күктәге нәмәләр, хатта һыуҙағы балыҡтар ҙа Хоҙайға ғибәҙәт ҡылыусының гонаһтары ярлыҡауын теләп торор. Раббының ҡолоноң башҡаларҙан айырмалығы йондоҙҙар янында тулған ай кеүек булыр.

- Уң ҡул менән ашағыҙ һәм эсегеҙ. Сөнки һул ҡул менән шайтан ғына ашай һәм эсә.

- Мосолман шатлыҡлы хәлендә шөкөр ҡылыр. Был уның өсөн хәйерҙер, сауаптыр. Ҡайғылы ваҡытында сабыр итер. Был уның үҙе өсөн хәйерлелер.

- Кешегә дуҫ булһаң да, урта бул: ихтимал, бер көн килер – дуҫың дошманға әйләнер, бер дошманыңа асыуланһаң да, урта бул: ихтимал, бер көн килер – шул әҙәм менән дуҫ булырһың.

- Изгелек эшләү һәләкәткә осрауҙан һаҡлар.

- Күңелендә Ҡөрьәндән бер нәмә лә булмаған әҙәм буп-буш өй эсе кеүектер.

- Көнөнә биш ваҡыт намаҙ уҡыһаң, биш мәртәбә таҙа йылға һыуында ҡойоноп сыҡҡан кеүек булырһың.

- Етемдәр малына ҡул һуҙыу – ризыҡтың иң яманы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға