«Йәшлек» гәзите » Иман » Ҡөрьән ашы тәртиптәре



14.10.2017 Ҡөрьән ашы тәртиптәре

Ҡөрьән ашы тәртиптәреМиңә Ҡөрьән ашы тураһында бик күп һорау бирәләр. Уларға яуап итеп, түбәндәгеләрҙе бәйән итәм.

Дини мәжлескә саҡырылған­һығыҙ икән, иң беренсе динде ихтирам итегеҙ. Кеше саҡырһағыҙ, үҙегеҙ өлгө булырға тейешһегеҙ. Бында иң әүәл дөрөҫ кейенеү, табында хәләл ризыҡтар булыу мөһим. Аятта кәрәкһеҙ темаға һөйләшеү булырға тейеш түгел. Миңә, имам булараҡ, Ҡөрьән аштарына көн дә йөрөргә тура килә. Иң беренсе һүҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ кейенеүҙән башлайым. Әлбиттә, вәғәземде дөрөҫ аңларлыҡ итеп, үпкәләшеүҙәр булмаҫлыҡ итеп һөйләйем.
Кеше һине ихтирам итеп, шундай оло ашҡа саҡыра икән, ниңә әле унда түш, ҡулдар күренеп торған асыҡ, ҡыҫҡа итәкле кейем кейеп барырға?! Фәрештәләр беҙҙең менән бергә доға ҡылғанда ғына доғалар тиҙерәк ҡабул була. Ә инде дөрөҫ кейенмәгән ҡатын-ҡыҙ булған ергә фәрештәләр инмәй, ояла.
Өйгә аят уҡытҡанда аҙан әйтелергә тейеш. Аҙан яңғыраған ерҙән яман көстәр ҡаса.
Табынға динде ихтирам иткән, шулай уҡ өйрәнеү өсөн олораҡ кешеләрҙе, ҡыуанысыңды уртаҡлашыу өсөн туғандарыңды саҡырыу дөрөҫ була. Ҡөрьән уҡылған өйҙә шулай уҡ фотолар тормаҫҡа тейеш. Аш-һыуҙы саманан тыш күп әҙерләү ҙә исрафҡа инә, етерлек кенә әҙерләгеҙ. Хәйерҙе тик саҡыр­ған кешенең генә таратыуы хуплана. Хәҙер уны бөтә кеше лә таратыу модаға инде, был, беренсенән, монафиҡлыҡ, икенсенән ваҡытты күп ала.
Күстәнәс алыу мотлаҡ түгел. Муллаға айырым күберәк биреү ҙә нисектер ситен. Ул мәсет исеменә бирелә. Ә аҡ таҫтамал өҫтәлгә Ҡөрьән китабын һалыу өсөн ҡуйыла. Ирҙәргә түбәтәй кейеү һәйбәт. Тик ул булмаһа, урамда кейеп йөрөгән малахай, бүректә, фуражкала ултырыу килешкән эш түгел. Шуға күрә өйөгөҙҙә артыҡ түбәтәй тотоу ҡамасау итмәҫ. Тоҙ ялатыу ысынлап та бар. Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм, аш алдынан һәм ашап бөткәс тоҙ яларға кәрәк, тип әйтеп ҡалдырған. Тәһәрәтләндереүгә килгәндә, хәҙер күп өйҙә уңайлыҡтар бар бит. Тас тотоп, ҡомған менән йыуындырыу мотлаҡ түгел. Һәр кем йыуыныу бүлмәһендә йыуынып инә ала. Ә инде аҡсалата хәйер өләшһәләр, шунда йыуы­ныр­ға кәрәк, тип уйлайым. Аҡсала бысраҡ күп. Беҙҙең яҡта өҫтәлдең ике яғына бер башы еүешләтелгән таҫтамал биреп, ҡулдарын һөрттөрәләр.
Доға ҡылыу оҙаҡ булмаһын. Ҡайһы бер хәҙрәттәр, бигерәк тә абыстайҙар ҡул күтәрттереп оҙаҡ итеп доға ҡылдыра. Был да артыҡ тырышыу, тип әйтке килә. Диндә ауырлыҡтар булдырмайыҡ.
Әҙерәк туй тураһында ла әйтеп үтәйем.
«Әсе» тип ҡысҡырышып ултырыу – бер оят, өҫтәлгә шул иҫерткес нәмәне ултыртып туй үткәреү – мең гонаһ. Яңы ғына яралған йәш ғаилә сабый һымаҡ. Ҡурсыуға, һаҡлауға, кәрәк саҡта ата-әсәһенең ситтән күҙәтеүенә лә, әпәүләп ебәреүенә лә мохтаж. Ике йәш кешенең башланып ҡына торған уртаҡ байрамын хәрәм менән атҡармағыҙ. Уларҙың юлында былай ҙа һынауҙар кәртә булырға әҙер генә тора бит.

Азат Хәлилов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға