«Йәшлек» гәзите » Иман » Ураҙа бөтә ауырлыҡтан ҡотҡара



06.06.2017 Ураҙа бөтә ауырлыҡтан ҡотҡара

Ураҙа бөтә ауырлыҡтан ҡотҡараТирә-яҡта ҡоштар һайрай, күңелгә шундай рәхәт. Көнмө был әллә төнмө? Күңел ҡыуаныс хисе менән тулған, еңел генә күтәрелеп, күкте байҡайһың, офоҡта күк йөҙө алһыу төҫкә инә башлаған, йондоҙҙар ҙа берәм-берәм күҙ ҡыҫа. Эргәләге талғын ғына йылға ағымын да ишеткәндәй булаһың. Йомшаҡ ел йөҙгә бәрелә, татлы еҫтәр бөркөлә. Күкрәк киреп тын алам. Иҫ киткес! Был ниндәй донъя? Ҡарап һоҡланып туйып булмай. Бөтә кешелек ынтылған ожмах ошо түгелме?

Аҡса етмәй, быны ни эшләтәйем, шуны ҡалайыраҡ башҡарып сығайым, тимәй­һең, юҡ-бар һүҙ ишетеп, асыу ҡатыш үсләшеү тойғолары ла юҡ. Кешенән артта ҡалмайым тип, тынысһыҙланыуҙар, интегеүҙәр ҙә кисермәйһең. Ниндәй затлы кейем кейһәң дә, риза булмай, яңыһын таптырмайһың. Рәнйеү, үпкәләү, зарланыу, бушҡа һуҡраныуҙың бер тамсыһы ла юҡ был һиллектә. Кинәнеп йәшә лә йәшә. Күңелде ҡәнәғәтлек солғап алған. Был донъяны һис кенә лә ташлап китке килмәй, әммә ул мөғжизәле тормош йылына бер тапҡыр ғына килә. Йыл да күңелең, йәнең, тәнең менән көтөп алаһың. Өҫтөңдән бөтә йөк төшөп, үҙеңде нурҙар күтәреп алғандай тояһың. Рамаҙан айы Аллаһы Тәғәлә тарафынан булдырылған. Бары тик Уның ҡушыуы буйынса ураҙа тотоп, Унан көс алаһың.
Ауыр минуттарҙа әҙәмдәр үҙҙәренә ҡул һалып (йәштәрҙең, алмалай матур йәш ҡыҙҙарҙың үҙ ғүмерен ҡыйыуы бик үкенесле), был донъя мәшәҡәттәренән ҡотолорға уйлай. Улар ҡаты яңылыша. Һәр нәмәгә яуап бирергә кәрәк шул.
Ураҙа тотоп, бөтә проблеманы ла хәл итеп була. Ошо бер ай түҙемлекте, сабырлыҡты һынап, ҙур бәхет бирә, ожмах ҡапҡаларын яҡынайта.

Мәҙинә ЯҠУПОВА.
Әбйәлил районы,
Яңауыл ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға