«Йәшлек» гәзите » Иман » Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!



26.05.2017 Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!

Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек! Шәғбан айының 29-сы көнө тамамланғас, 27 майҙа Рамаҙан айы башлана. Был мөбәрәк айҙа ҡылған изгелектәребеҙ, Алланың ризалығы хаҡына тотҡан ураҙаларыбыҙ менән гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, ифтар мәжлестәре яҡындарыбыҙ менән осрашыу ләззәте бүләк итһен.

Ислам динендә Рамаҙан айында ураҙа тотоу мосолмандарға фарыз ҡылына. Ураҙа – исламдағы биш шарттың береһе, Рамаҙан айы – ун ике айҙың солтаны.Был айҙың мәғәнәһе – яныу. Сөнки ураҙа тотҡандарҙың һәм тәүбә иткәндәр­ҙең гонаһтары ярлыҡаныр һәм юҡ ителер. Ураҙаның асылы – йылына бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән тыйылып тороуҙың, аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың нимә икәнлеген аңлатыу, нәфсегә хужа булыр­ға өйрәтеү. Ураҙа кешене һис тә сирләтмәҫ. Ул зәғифтәрҙе ҡеүәтләндерер, зиһенде, уйҙарҙы таҙартыр. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә файҙалы нәмәләрҙе әмер итер, зарарлы нәмәләрҙе ҡушмаҫ.
Ураҙа менән нәфсене лә, шайтанды ла еңеп була. Хәҙис-шәрифтә лә: «Шайтан тамырҙарығыҙҙа ҡан кеүек борғаланыр. Ураҙа тотоу менән юлдарын тарайтырһығыҙ», – тиелә. Алла юлында бер көн ураҙа тотҡандың тәнен йәһәннәмдән етмеш йылға алыҫлатыр. Ун бер ай дауамында ашҡаҙан, уға бәйле ағзалар ял итер, сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Ураҙала фәҡирҙәргә ярҙам итеү теләге лә тыуыр. Ул ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр.
Ураҙа тотҡанда көндөҙ ҡан ағышы яйланыр, күҙәнәктәрҙәге һыуҙың аҙайыуы һөҙөмтәһендә йөрәгебеҙ рәхәтлек кисерер. Нервылар ҙа тыныслана. Медицина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, ураҙа тотоу ҡан әйләнеше боҙолоуға, ҡанда холестерин кимәле артыуға, ҡан баҫымы күтәрелеүгә, һимереүгә, үт ҡыуығы һәм бөйөр ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү сараһы булып тора. Ураҙаның кешегә йоғонтоһон тикшергән Европа ғалимы уны «бысаҡһыҙ башҡарылған операция» тип атай.
Ураҙала булыу – бөтә насарлыҡтарға ҡаршы ҡалҡан. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһы уртаҡ, шуға ла ғәйбәт һөйләүселәрҙән һәм хәрәм, файҙаһыҙ нәмәләрҙән йөрәкте һаҡлау кәрәк.
«Асыуығыҙҙы эскә алығыҙ, дошмандарығыҙҙы ғәфү итегеҙ. Шул саҡта ғына Аллаһы Тәғәлә алдында һөйкөмлө бәндәләр булырһығыҙ», – тип әйтелә «Әл-Ғимран» сүрәһендә.
Рамаҙан айында йәннәт ҡапҡалары асыҡ булыр.
Ураҙа тотоуҙан бәлиғ булмаған балалар, ураҙа тоторға хәле булмаған оло кешеләр, сирлеләр, йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындар, сәфәрҙә булыусылар азат. Ураҙаны борсаҡ тиклем генә булһа ла аҙыҡ ашау, дарыу йотоу, енси яҡынлыҡ ҡылыу, ризыҡты тәмләү, әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләү, мунса инеү боҙа.
«Сәхәрһеҙ ураҙа дөрөҫ булмаҫ. Сәхәргә тороғоҙ, сәхәр ризығын ашағыҙ, унда оло бәрәкәт бар», – тип әйтелә хәҙистә.
Ауыҙ асыу, ифтар мәжлестәренә туғандарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе, ураҙа тотоусы башҡа таныштарығыҙҙы саҡырығыҙ. Ҡунаҡтар саҡырып һыйлаған, йомартлыҡ күрһәткән кешеләр гонаһтары кисерелеүгә өмөт итә ала. Ауыҙ асыусылар араһында доғалар, Ҡөрьәнде белгән кешеләр булыуы мөһим, сөнки табында аят уҡыла.
Ураҙа айы тамамланғас, һәр кемебеҙгә фитыр саҙаҡаһы биреү фарыз. Ул Рамаҙан айына рәхмәт йөҙөнән, был айҙа иҫән-һау йәшәү хөрмәтенә бирелә. Уны байрамға тиклем етемдәргә, мохтаждарға бирергә кәрәк. Әйбер менән дә, аҡса менән дә түләргә була.
Тормош – ул изгелек, яҡшылыҡ ярышы, ғүмерҙең хәйерлеһе – Аллаһы Тәғәлә әмерендә, ғибәҙәттә үткәргән көндәр һәм кистәр.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, ураҙаны хәлебеҙҙән һәм мөмкинлегебеҙҙән килгәнсә тоторға онотмайыҡ, Рамаҙан айында изгелектә ярышайыҡ. Изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ, тормошобоҙға бәрәкәт ҡун­һын! Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул ҡылынһын!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға