«Йәшлек» гәзите » Иман » Мәрхүмдәр доға өмөт итә



05.04.2017 Мәрхүмдәр доға өмөт итә

Мәрхүмдәр доға өмөт итәКеше мәрхүм булғас, уның ситтә йәшәгән яҡындары ҡайта, әммә уларға мәйетле йортта күрешергә ярамай, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?

Төрлөһө төрлө яҡта йөрөгән туғандарҙың ҡайҙа күрешеүе мөһим түгел. Тимәк, уларҙың мәйетле йортта күрешеүендә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ.
Мәрхүмдең өсө менән етеһен бергә уҡытыу дөрөҫмө? Ҡырҡын уҡыталар, 51-се көнөн уҡытыу мотлаҡмы?
Мәрхүмдәрҙең өсө менән етеһен һәм башҡа көндәрен уҡытыу зарурлығы шунан тыуған: улар­ҙы оноторға ярамай, вафат булғандар доғаға мохтаж. Һәр ваҡыт рухтарына аяттар бағышлап, Ҡөрьән уҡытып торорға кәрәк. Уларҙы ҡасан уҡыһаң да ярай. Аятты аныҡ көндәрҙә генә уҡытыу мөһим түгел. Иң кәрәге – әруахтарҙы онотмау.
Мосолманды табутҡа һалып ерләү яраймы?
Мәрхүмде табутта ерләргә ярамай. Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләй­һис-сәләмде тупраҡтан яралтҡан, уның балалары ла тупраҡҡа кире ҡайтырға тейеш. Ер – пак, шуға ла кешене, өс ҡат кәфенгә төрөп, ергә һалалар. Ә табут тупраҡ менән кеше араһында кәртә булып тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға