«Йәшлек» гәзите » Иман » Изге доғалар менән үткәрегеҙ!



29.03.2017 Изге доғалар менән үткәрегеҙ!

Изге доғалар менән үткәрегеҙ!Рәжәб – Аллаһы Тәғәләнең үҙ айы. Был айҙы ихтирам итеп, уға хөрмәт күрһәткән кешене Алла фани донъяла ла, Әхирәттә лә үҙ рәхмәттәренән мәхрүм итмәҫ, ти. Рәжәб айы мосолмандарҙа кесе хаж ҡылыу айы ла булып тора. Ғәрәптәр элек-электән айҙы ураҙа тотоп, ҡорбан салып үткәрә торған булған. Төрлө һуғыш һәм яу сабыуға сик ҡуйылған. Был ай – һаңғырау ай. Бән­дәләрҙең гонаһтары хаҡында Аллаһы Тәғәлә ишетеп бармай, рәхмәт- бәрәкәттәре яуып ҡына тора. Мосолман, рамаҙан айынан башҡа, башҡа дини айҙарҙа кәм тигәндә 14 тапҡыр ураҙа тота, шуның өсөһө рәжәб айына тура килергә тейеш. Рәжәб айының 26-һында, йәғни миғраж кисендә тотҡан ураҙа йөҙ көн ураҙа тотоуға һәм йөҙ төн буйына намаҙ уҡыуға тиң. Айҙың һәр кисе һәм төнө, бигерәк тә йома кистәре – мосолман өсөн үтә лә ҡәҙерле кистәр. Рәжәб айының беренсе йомаһы алдынан буласаҡ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең ата-әсәһе үҙҙәренең никах төнөн үткәрә һәм уның әсәһе ауырға ҡала. Ул Рәғәиб кисе тип атала. Быйыл ул 30 мартҡа тура килә. Бәйғәмбәрҙең атаһы Ғабдулла бин әл-Хашим, Мәккә ҡалаһын төйәк иткән Хашим ырыуының Көрәйеш ҡәбиләһенән сыҡҡан ваҡ сауҙагәр, улы тыумаҫ борон уҡ вафат була, ә әсәһе, Мәҙинә ҡалаһы ҡыҙы Әминә, улын алты йәшендә үкһеҙ етем ҡалдыра. Малайҙы тәүҙә олатаһы, унан атаһы менән бер туған ағаһы тәрбиәләй. Мосолмандар Рәғәиб кисендә бәйғәмбәребеҙҙең иҫтәлеген хөрмәтләй, доғалар уҡый, Аллаһы Тәғәләнән мәрхәмәтлек, изгелек һәм теләктәренең ҡабул ителеүен һорай. Был төндә Аллаһы Тәғәлә үҙ ҡолдарына рәхмәтен дә күберәк бирә, доғаларҙы ла ҡабул итеп кенә тора, тиҙәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға