04.02.2017 Мәрхүмдәр доғаға мохтаж
Әруахтарҙы иҫкә алыу, ҡәберҙәрен зыярат ҡылыу – мосолман өсөн маҡтаулы эш. Вафат булыусының туғандары уны иҫкә алыу табыны йыйырға тейеш.
Шәриғәт өйрәтеүенсә, аш әҙерләп, дин әһелдәре, күршеләр, дуҫ-иштәр, ҡәрҙәштәр саҡырыла. Мулла Ҡөрьән уҡырға бурыслы. Иҫкә алыу мәжлесендә саҙаҡа өләшеү шарт булыр. Тауыш сығарыу, юҡ-бар ғәйбәт һөйләү, мәйеттең яман ғәҙәттәрен иҫкә алыу тыйыла. Сөнки бындай һүҙҙәр әруахтың рухын бысрата, сауапты кәметә.
Мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын, йылын үткәреү сөннәт һанала. Быларҙан тыш, йыл һайын йыйылып, уны иҫкә алыу кисәһен билдәләп үтеү ҙә – маҡтаулы ғәмәл. Вафат булған бәндәнең йәне тәненән айырылғандан һуң үҙенең шул хәленә тиҙ генә өйрәнеп китә алмай, башҡа рухтар уны үҙҙәре эргәһенә тиҙ генә ҡабул итмәҫ. Шуға күрә уны йыуатыу өсөн Ҡөрьән бағышлатыу, саҙаҡа биреү сауаплы. Тәндән айырылған йән ер йөҙөнә бағып торор, әҙәмдең яҡшы эштәрен күреп һөйөнөр, насарлыҡтарынан көйөнөр, тип әйтәләр. Уны Ҡөрьән аяттары һәм саҙаҡа ғына тынысландырыр. Әммә хәйерҙе теләһә кемгә биреү дөрөҫ түгел. Диндар кешеләргә, етемдәргә, мохтаждарға ғына биреү сауаплы булыр.
Мосолмандарҙың изге эштәренең береһе – ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу, уларҙы таҙа тотоу. Улар өҫтөнә баҫырға, ғибәҙәт ҡылырға ярамай. Әруахтарҙың мәңгелек йорто булған урындарға йорт һалған әҙәмдәр бәхетһеҙлеккә дусар булыр, иманһыҙ һаналыр. Ҡәберлеккә тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡып инергә кәрәк. Ике рәҡәғәттең һәр береһендә «Фатиха» сүрәһе, унан һуң «Аятел-Көрси», өс мәртәбә «Ихлас» сүрәһе уҡыла һәм доғаның сауабы әруах рухына бағышлана.
Зыяратҡа инеп, ҡәбер эргәһенә килгәс: «Үәғәләйкүм-әссәләмү-йәһләд-дийәрминәл-мөслиминә, вәлмөэминә рәхмә Аллаһү тағәләл-мөстәһ-диминә минкүм вәлмөстәхәйринә миннәәтүм линасәләфүн үә нәхнү ләкүм тәбәғүн үә әнна ин шаллаһу бикүм лихикүнә нәсьәлү Аллаһы Тағәләна үә ләкүмүл-ғафийәтә», – тип уҡырға кәрәк.
Мәғәнәһе: «Мосолмандарҙан сәләм булһын. Мәңгелек йортҡа һеҙҙән һуңғылар булып килгән беҙгә лә Аллаһы Тәғәлә рәхмәт ҡылһын. Унан һеҙҙең өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә тыныслыҡ һорайбыҙ».
Был доғаны уҡығас, мосолман ҡәбер янына килеп, мәйеттең йөҙөнә ҡаршы ултырыр һәм «Йәсин» сүрәһен уҡыр. Зыярат ҡылған кешеләрҙең доға-аяттары әруахтарға еңеллек килтереп, һеҙгә сауап булып килеп ирешер. Ҡәберҙәр эргәһенән үткәндә «Ихлас» сүрәһен ун бер мәртәбә уҡып үтегеҙ.
Вафат булыусының насар ғәҙәттәрен иҫегеҙгә төшөрөп, хәтер яңыртмағыҙ. Ул әруахтарға ҡылған доғаның сауабын кәметер.