«Йәшлек» гәзите » Иман » МӘҮЛИТ КӨНӨ /Ҡисса-аңлатма/



12.12.2016 МӘҮЛИТ КӨНӨ /Ҡисса-аңлатма/

МӘҮЛИТ КӨНӨ /Ҡисса-аңлатма/
Әссәләмәғәләйкүм, ЙӘШЛЕК гәзите!
Һеҙҙең гәзит -минең бик яҡын дуҫым! 2017 йылға яҙылып та ҡуйҙым инде! Яратам мин һеҙҙең йәштәрсә ҡыйыу гәзитегеҙҙе! Әле бөтөн хаҡ мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ тыуған ай Раббиғел әүүәл айында Мәүлит байрамдары үткәрәләр. Быйыл был ай декабргә тура килде. Ошо аңлатма - шиғырым байрамдар үткәргәндә ярҙам итһә, бик шат булыр инем. Балалар өсөн дә ҡулай булыр тиеп уйлайым.

МӘҮЛИТ КӨНӨ /Ҡисса-аңлатма/

Мәүлит көнө ниндәй көн ул?
Кемдер әйтер: *Белмәйем.*
Белгәндәремде әҙерәк
Һеҙгә лә мин һөйләйем.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт
Ошо айҙа тыуалыр,
Раббиғелдең Әүүәл айы -
Мәүлит айы булалыр.

Раббиғел-Әүүәл айының
Ун беренсе кисендә,
Донъяға ир бала тыуған
Алыҫ ғәрәп илендә.

Был ир балаға исемен
Мөхәммәт тип ҡушылған,
Ҡара сәсле, нурлы йөҙлө,
Бик күркәм бала булған.

Ата йөҙөн ул күрмәгән,
Йәтимлекте татыған,
Алты ғына йәштә саҡта
Әсәһе үлеп ҡалған.

Аҫыраулыҡта үҫкән ул,
Хәләл хеҙмәт күрһәткән,
Ул байыраҡ кешеләрҙең
Һарыҡ көтөүен көткән.

Тоғролоҡ, киң күңеллелек
Уға хас сифат булған,
Быныһы бай, был ярлы тип
Ул кеше айырмаған.

Егерме биш йәше тулғас,
Хәҙисәгә өйләнгән,
Ошонан һуң ғүмер юлы
Сауҙа менән бәйләнгән.

Ҡырҡ йәшендә Аллаһ уны
Үҙенән Рәсүл иткән,
Ҡөръән китабы һүҙҙәрен
Уның күңеленә керткән.

Үҙе яҙырға белмәгән
Мөхәммәт Рәсүлебеҙ
Сәхәбәләренә әйтеп
Яҙҙыртҡан Ҡөръәнебеҙ.

Егерме өс йыл башҡарған
Пәйғәмбәр изге эшен!
Ислам диненә өндәүгә
Биргән ул барлыҡ көсөн!

Беҙҙең һөйөклө Пәйғәмбәр
Мөхәммәт Рәсүлебеҙ!
Тыуған көнөң - Мәүлит көнө
Маҡтайбыҙ һине бөгөн!

Мәүлит көнө - изге байрам
Күңелдәргә нур һибә,
Ошо нурҙар шатлыҡ тулы
Иманға алып килә.

Барлыҡ мосолман шатлана
Мөхәммәт тыуғанына!
Раббыбыҙға изге эштә
Ярҙамсы булғанына!

Раббыға шөкөрҙәр ҡыла
Намаҙҙа һәм доғала,
Мөхәммәтте Илсе итеп
Ебәргәнгә донъяға!

Раббиғел - Әүүәл айының
Һәр бер көнө байрам ул,
Мәүлит айын салауаттар
Күп әйтеүҙәр файҙа ул!

Беҙҙе мосолман итеүсе
Мөхәммәт Рәсүлебеҙ,
Һиңә маҡтауҙар яуҙырып
Үтһен һәр бер көнөбөҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә
Ғафури районы Родина –Ватан ауылы



Изге ғәмәлдәр менән үткәрәйек!
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рабиғел әүүәл айының 11-дә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, Мөхәммәткә алты йәш булғанда әсәһе лә баҡый донъяға күсә. Малай әсә наҙы күрмәй, етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, ышаныслы ир булып буй еткерә.
Мәүлит, Мөхәммәт бәй­ғәмбәр тыуған көн – ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә рәсүллуллаһ йәшәгән заман, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тура­һында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Бәйғәм­бәрҙең кендек инәһе Абдулмоталиб ҡыҙы Сафия: «Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуғанда эргәһендә булдым. Был сабыйҙың үҙендә 35 ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе уның бәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнле-йәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә сәждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас: «Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклыҡ ебәрҙек», – тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның бәйғәмбәремен», – тип әйткән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уны: «Әссәләмәғәләйкүм, рәсүллуллаһ», – тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым – бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағастар япраҡ ярҙы, сәскәләр атты. Һуңғы бәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты», – тип хәтерләй.
Мәүлит тыуыу ваҡыты йәки тыуған көн тигәнде аңлата. Мөхәммәт бәйғәмбәр Рабиғел әүүәл айының 11-нән 12-се айына тыуып, 23 йыл бәйғәмбәрлек ит­кәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була.
Исламда изге көн һанал­ған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға