«Йәшлек» гәзите » Иман » Һижри иҫәп буйынса бөгөн яңы 1438 йыл башланды



02.10.2016 Һижри иҫәп буйынса бөгөн яңы 1438 йыл башланды

Һижри иҫәп буйынса бөгөн яңы 1438 йыл башланды
Мөхәррәм айы. Диндә йыл хисабы тап ошо айҙан баш ала, һижри йыл менән иҫәпләгәндә, 1438 йылға аяҡ баҫтыҡ. Исламдағы 4 изге айҙың - Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан һәм Мөхәррәм - береһе ул. Был - тыйылыу айы. Кешеләр был осорҙа бер-береһен һүҙ менән дә, ғәмәле менән дә рәнйетмәҫкә тейеш. Был бик ҙур гонаһ һанала. Бер-беребеҙгә Аллаһтан сабырлыҡ һорайыҡ, сабырлыҡ күрһәтәйек. Ай башының ике көнөндә һәр кем ураҙа тотһа, бер ай ураҙа тотмаҡ сауабы бирелә. «Рамаҙан ураҙаһынан һуң ураҙаларҙың артығырағы Мөхәррәм айында ураҙа тотмаҡтыр», - тиелә Хәҙис Шәрифтә.

Аллаһы Тәғәлә илебеҙгә тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, милләт-ара күркәм мөғәмәлә насип итһен!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға