21.09.2016 Мәсет – ауылға бәрәкәт
Америкала йәшәүсе башҡорт егете Илсур Ғиниәтуллин атаһы иҫтәлегенә мәсет һалды
Һәр кешенең хыялы була. Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, хыял барыбыҙға ла йәшәргә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс өҫтәй. Берәүҙәр матди байлыҡ тураһында янһа, икенселәр күңелендә изге хыял йөрөтә.
Салауат районының Әлкә ауылы уҙаманы Фуат Ғиниәтуллиндың хыялы яҡты, ниәттәре изге була. Ул тыуған ауылында мәсет һалырға ниәтләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйҙарын тормошҡа ашырырға насип булмай. Ҡаты сир уны беҙҙең арабыҙҙан алып китте. Әммә үҙе булмаһа ла, уның тураһындағы яҡты иҫтәлек халыҡ араһында йәшәй, Фуат Хәлил улының эшен дауам итеүселәр бар. Ҡатыны Луиза Вәли ҡыҙы, Америкала йәшәүсе улы Илсур һәм ҡыҙы Светлана, яҡындарының хыялын тормошҡа ашырып, мәсет төҙөнө.
Илсур Ғиниәтуллин төп бағыусы булһа, Өфө ҡалаһынан Рифмир Йоносов үҙ бригадаһы менән "Фуат Хәлил улы" мәсетен дүрт айҙа һалды. Төҙөүселәрҙе ашатыу, төҙөлөштә кәрәк булған материалдарҙы алыу, килтереү һәм башҡа мөһим эштәрҙе Луиза Вәли ҡыҙы һәм Светлана Фуат ҡыҙы уңышлы атҡарып сыҡты. Әлкә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Низамов, "Янғантау" шифаханаһы директоры урынбаҫары Айрат Нурмөхәмәтов бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтһә, Франгил Вәлиуллин, Илнар Әхмәтйәнов, Ришат Зиннуров, Вил Сиражев, Илдар Ибраһимов, Айҙар Басиров, Булат Миңләхмәтов, Рифат Ғүмәров, Дамир Йәғәфәров, Ирек Йоносов төҙөлөш эшенә ҙур өлөш индерҙе.
Мәсетте асыу тантанаһы ҙур байрамға әүерелеп, изге сараға район етәкселәре, Өфө ҡунаҡтары, Әлкә һәм күрше ауылдар халҡы йыйылғайны. Район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов, Салауат районы имам-мөхтәсибе Мөҙәрис Фәрхиев, Әлкә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Низамов, ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ләлә Кәримова иң изге теләктәрен еткереп, барыһын да байрам менән ҡотланы. Илсур Ғиниәтуллин сығыш яһап, был изге эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтен белдерҙе. Луиза Вәли ҡыҙы мәсетте һалыу тураһында һөйләп үткәс, 1-се класс уҡыусыларына бүләктәр бирҙе. Светлана Фуат ҡыҙы төҙөлөш эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Мәсеттә тәүге тапҡыр намаҙ уҡылғас, сараға килгәндәр Айгиз Байрамғолов, Франгил Вәлиуллин, Рида һәм Луиза Ғиниәтуллиналар, Динә Йәғәфәрова биргән һарыҡ итенән бешерелгән ашты ауыҙ итте. Был әһәмиәтле саранан Әлкә ауылы мәктәбе лә ситтә ҡалманы. Директор Әлфиә Садиҡованың ярҙамы менән йөҙҙән ашыу кеше былау һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйланды. Халыҡ билдәле ҡурайсы Ишморат Илбәковтың моңдарын, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Әл-фатиха" тапшырыуын алып барыусы Морат Лоҡмановтың диндең әһәмиәте тураһында һөйләгәнен ҙур иғтибар менән тыңланы.
Ниһайәт, Әлкә ауылында ла иман нуры балҡыны. Ике айлы мөһабәт Аллаһы Тәғәлә йортоноң бынан ары көн һайын да ишеге асыҡ буласаҡ. Мәсеттә йома намаҙҙарын уҡыу, дини байрамдар үткәреү, исем ҡушыу, никах теркәү һәм башҡа изге саралар үткәреләсәк.
Мәсет – ауылға бәрәкәт, тиҙәр. Алла йорто төҙөлөү менән унда йәшәгән халыҡ та иман нурҙары менән байыһын, яҡшылыҡ сәскә атһын, эскелек кәмеһен, кешеләр бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә булып, мәсеткә йөрөһөн ине.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.