11.09.2016 Ҡорбан салайыҡ, сауап алайыҡ!
Күптәрҙән “ҡорбан салдырырға кәрәк”, “ҡорбан ашы ашаттым әле”, “баламдың һаулығы өсөн ҡорбан салдыҡ” кеүегерәк һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Ғөмүмән, ҡорбан салыу тураһында күптәр хәбәрҙар. Әммә уның төп асылын һәм мәғәнәһен бик әҙҙәр генә белә. Белгәндәренең бөтәһе лә быны тулыһынса аңлап бөтмәй.
Ҡорбан салыу – Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәренең береһе:
“...Раббың өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал” (108:2).
Ул – шәриғәт ҡанундарының береһе. Биргән ниғмәттәре өсөн шөкөр итеп, Алла ризалығы өсөн ҡорбан салыу – сөннәт.
Ҡорбан салыу – Аллаға ғына тәғәйенләнгән ғибәҙәт төрҙәренең береһе. Шуның өсөн дә ҡорбанлыҡ малын тик Алла өсөн, Уның ризалығына ирешеү ниәте менән салырға кәрәк. Ҡорбанды бер ниндәй ҙә әүлиәләр өсөн, фәрештәләр өсөн дә, бәйғәмбәрҙәр өсөн дә салмайҙар. Быны эшләгән кеше исламдағы иң ҙур гонаһты – ширк – ҡыла һәм мосолман булыуҙан туҡтай.
Ниндәй малды һайларға?
Малды ҡорбан итеп салыу динебеҙҙә ҡабул ителгән шарттарға тап килергә тейеш. Шул осраҡта ғына был ғәмәл дөрөҫ тип иҫәпләнә һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул ителә.
1. Ҡорбанлыҡҡа тик йорт малын ғына салалар.
Мәҫәлән, һыйыр, һарыҡ һәм кәзә.
2. Йәше еткән мал һайлана.
Мәҫәлән, һыйырға – ике, кәзәгә бер йәш тулырға тейеш. Һарыҡты алты айлыҡ сағында ҡорбан итергә була.
3. Ҡорбанлыҡ малдың етешһеҙлеге булырға тейеш түгел.
Күҙҙәрендәге асыҡтан-асыҡ күренеп торған етешһеҙлек. Мәҫәлән, улар үтә ныҡ ап-аҡ йә аҡшайып күҙ ҡабаҡтарынан сығып тора.
Мал ауырыу булырға тейеш түгел.
Мал аҫҡаҡ булмаһын.
Үтә арыҡ мал да ҡорбанлыҡҡа бармай.
Әгәр ҙә алдан ҡорбан итеп тәғәйенләнгән малдың үрҙә һаналған етешһеҙлектәре барлыҡҡа килһә, уны икенсеһе менән алмаштыралар. Шуға күрә ҡорбанлыҡ малын уны имгәтерҙәй ауыр эштә ҡулланмаҫҡа кәрәк.
4. Мал ҡорбан салған кешенеке булырға тейеш.
Урланған, кемдәндер талап йә алдап алынған малды ҡорбан итергә ярамай. Аллаһы Тәғәлә тик хәләл малды ғына ҡабул итә.
5. Малға башҡа сит кешенең хоҡуғы булырға тейеш түгел.
Мәҫәлән, ул мал кемгәлер вәғәҙәләнгән йә залог булараҡ әйтелгән.
6. Ҡорбан билдәле бер ваҡытта салынырға тейеш.
Зөлхизә айының унынсы көнөндә, Ҡорбан байрамы намаҙынан һуң. Йәиһә шул уҡ айҙың ун беренсе, ун икенсе һәм ун өсөнсө көндәрендә. Был көндәрҙе тәшриҡ көндәре тип йөрөтәләр. Башҡа ваҡытта салынған ҡорбан дөрөҫ булмай.
Ғөмүмән, ҡорбанлыҡ малын Ҡорбан байрамы намаҙына тиклем һәм зөлхизә айының ун өсөнсө көнөндә ҡояш байығандан һуң салырға ярамай. Әгәр ҙә ҡорбанлыҡ тип тәғәйенләнгән мал ниндәйҙер сәбәптәр менән ҡасып китһә, уны һуңыраҡ салырға рөхсәт ителә. Сөнки бында хужаның ғәйебе юҡ.
Салыр алдынан
нимәләрҙе белергә кәрәк?
Бер кеше үҙе һәм ғаиләһе исеменән бер һарыҡ йә кәзә сала ала. Ике кеше бергә йыйылып, һарыҡ йә кәзәне ҡорбан итә алмай. Ете кешегә йыйылып, бер һыйырҙы үҙе һәм ғаиләһе исеменән ҡорбан итергә ярай. Ә инде һигеҙ кешегә быны эшләү тыйыла. Сөнки һыйырҙың етенән бер өлөшө бер һарыҡҡа йәки кәзәгә бәрәбәр.
Салғандан һуң ҡорбанлыҡ малдың итен өс өлөшкә бүләләр: бер өлөшөн хужа үҙе ашай, икенсеһен бүләк итә, өсөнсөһөн мохтаждарға саҙаҡа итеп бирә. Ҡорбан малының итен дә, тиреһен дә, йөнөн дә һатырға рөхсәт ителмәй.
Ҡорбан салырға ниәт иткән кешегә зөлхизә айы башланыу менән сәсен, тырнаҡтарын ҡырҡырға, тиреһенең ниндәйҙер бер өлөшөн һыҙырып ташларға ярамай. Был эштәрҙән ҡорбан салғанға тиклем ары торорға кәрәк. Әгәр ҙә инде уның бындай ниәте зөлхизә айы башланғас барлыҡҡа килһә, шул ниәте барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып ошо эштәрҙән баш тартырға тейеш.
Ҡорбан малын
салыу шарттары
1. Ҡорбан салған кеше бәлиғ һәм үҙ аҡылында булырға тейеш. Тимәк, балаларҙың, иҫеректәрҙең йәки аҡылға еңелерәктәрҙең салыуы дөрөҫ булмай.
2. Малды салған кеше мосолман булырға тейеш. Үҙҙәрен христиан йәки йәһүд тип иҫәпләүселәрҙең салыуы ла дөрөҫ була.
3. Салған кешенең тап салыу тигән ниәте булырға тейеш.
Мәҫәлән, осраҡлы рәүештә генә малға бысаҡ ҡаҙап үлтереү салыу тип иҫәпләнмәй.
4. Мал Аллаһы Тәғәлә өсөн салынырға тейеш.
Малды бер ниндәй ҙә әүлиәләр, фәрештәләр, ендәр өсөн салырға ярамай.
5. Малды Алла исеме менән салырға кәрәк.
Йәғни салыр алдынан “Бисмилләһ” тип әйтеү зарур.
6. Малды осло һәм үткер нәмә менән салырға кәрәк.
Был бысаҡ, таш, быяла йә берәй тимер булырға мөмкин. Малды быуып йәки ток менән үлтерергә ярамай.
Әгәр ҙә бысаҡ үткер булмаһа, был малға ыҙалыҡ килтерәсәк.
7. Салған ваҡытта малдан ҡан сығарылырға тейеш.
Ҡан уның муйынынан сығарыла.
8. Сала торған малдың хәләл булыуы шарт.
Шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгән малды ғына салырға ярай. Мәҫәлән, урланған йәки талап алынған малды ҡорбанлыҡ итергә ярамай.
Ҡорбан салыуҙың шулай уҡ икенсел тәртиптәре лә бар. Йәғни улар ғибәҙәттең дөрөҫ булыуы өсөн шарт булып тормай. Әммә уларҙы үтәү маҡтауға лайыҡ. Малды салыр алдынан уның алдында бысаҡты үткерләмәҫкә, бысаҡты күрһәтмәҫкә тырышырға кәрәк. Шулай уҡ уны икенсе малдың күҙ алдында салырға кәңәш ителмәй.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, ҡорбан салыу – ғибәҙәт. Ул бөтә шартына килтереп үтәлгәндә генә дөрөҫ буласаҡ һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул ителәсәк. Иң мөһиме, бер нәмәне иҫтә тотоу зарур – ғибәҙәт тик бер Алла өсөн генә башҡарыла. Һәр ғәмәлегеҙҙә лә тик Раббыбыҙҙың ғына ризалығын эҙләгеҙ.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.