03.08.2016 Мин нисек динде үҙләштерҙем
Әсәйем динле, уҡымышлы кеше ине. Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарын, мөнәжәттәрен, салауаттарҙы ҡысҡырып уҡығанында мин дә отоп ҡала инем. Ә ғәрәпсә хәрефтәр менән беренсе синыфҡа төшкәнсе таныштым. Башта үҙемдең исемемде, унан ғаиләмдәге бар кешенең исемдәрен яҙырға өйрәндем. Аҙаҡ, өйҙән алыҫҡа киткәндә, әсәй менән ғәрәпсә хат яҙыша инем, тик Ҡөрьәнде уҡый белмәнем. Ул ваҡытта мәктәп дингә бигерәк ҡаршы булды. Уҡытыусылар: “Алла юҡ, һеҙ өйҙә ата-әсәләрегеҙҙе тыңламағыҙ, улар иҫке донъя ҡалдығы”, – тип өйрәтә ине.
Йылдар үтеп, уҡыныҡ, эшләнек, ғаилә ҡорҙоҡ, балалар тәрбиәләнек, ә рухи аҙыҡ биреүсе ата-бабалаларыбыҙҙан ҡалған ышаныс ҡайҙалыр күңел төбөнә төшөп ятҡан. Уны тиҙ генә күтәреп сығарырлыҡ түгел кеүек ине.
Бар туғандарым вафат булып бөткәс, олоғая башлағас, күңел төбөндә ятҡан дин орлоғо шытып сыға башланы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Ҡөрьән уҡырға өйрәнәм, намаҙға баҫам, тип үҙемә һүҙ бирҙем, ләкин был ниәтем тормошҡа ашмай килде. Кеше бит ул тәбиғәте менән һүлпән, беҙҙең арттан этәреүсе кәрәк. Ғәҙәттәге тормошто үҙгәртергә ҡурҡабыҙ, уның ағышы менән ағабыҙ, ихтыяр көсөбөҙ етмәй. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә беҙгә иҫкәртеү биреп тора икән. Был фекерҙе һуңынан ғына аңланым.
Хаҡлы ялға сыҡһам да, әйткән ниәтемде әленән-әле кисектереп килгән өсөн миңә иҫкәртеүҙәр булған. Башта бер ҡулым һынды, унан икенсеһе, машина ла бәреп китте. Иҫкәртеү төштәрҙә лә асыҡ беленгән. Ә мин һаман аңламайым, дингә күсмәйем. Ул арала үҙем ғәрәпсә иҫке китаптарҙы уҡыған булам, бәйғәмбәрҙәрҙең тарихын, хатта Библияны аңларға тырышам. Ҡазандан “Иман” гәзитен, китаптар яҙҙырып алам (ул ваҡытта бында китаптар юҡ ине). Ҡыҫҡаһы тикшеренәм, ә намаҙға баҫмайым, Ҡөрьән уҡырға өйрәнмәйем. Төшөмдә тағы бер иҫкәртте Аллаһы Тәғәлә. Был төштөң мәғәнәһен, ниһайәт, аңланым, Аллаһы Тәғәлә белдерә. Теге донъяға килгәнсе Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға өйрәнеп, вафат булған нәҫелдәрең рухына доға ҡылырға тейешһең, тине. Шунан һуң ғына бер йыл буйы үҙ алдыма уҡырға өйрәнеп, мәсеттә Ҡөрьән уҡый башлаған шәкерттәр янына ҡушылып, мөғәллим етәкселегендә уҡырға өйрәндем. Шуның менән бер рәттән, өйҙә иртәнге һәм киске намаҙҙарҙы уҡый башланым. Ә биш ваҡыт намаҙға һуңыраҡ баҫтым. Уны үҙ-үҙемә ҡарар сығарып, Алла алдына ниәт ҡуйып, ихтыяр көсө менән үҙемде мәжбүр итеп тотондом. Хәҙер өйрәнеп бөттөм, бер намаҙҙы ла ҡалдырғым килмәй. Бына шулай итеп, пенсияға сығыуыма 10 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Үҙем күп кешене дингә өндәнем. Дин юлына күскәндән һуң, күп мәсьәләләр ыңғай хәл ителде, бәлә-ҡаза туҡталды, төштәр асыҡ, күп кенә осраҡта хәлде алдан белдереп инә, теләктәр ҡабул була, дуҫ-иштәр ихтирам итә һ.б.
Шуны аңланым, Аллаһы Тәғәләгә кешенең ихласлығы, ысын күңелдән ышаныуы, таҙа ниәтле булыуы кәрәк. Әгәр һин ғибәҙәт ҡылып та, күңелеңдә ҡара уйҙар, асыу, көнсөллөк, үпкә, байлыҡ тураһында уй булһа, Раббыбыҙҙың ҡушҡандарын үтәмәйһең икән, теләктәр ҡабул булмай. Аллаһы Тәғәлә хыялдарҙы тиҙ генә түгел, ә яйлап тормошҡа ашыра. Йылдар үтеп китеүе мөмкин. Теләктәр бер-ике ултырып теләүҙән генә ҡабул булмай, улар системаға инергә тейеш. Намаҙҙан һуң теләктәрҙе конкретлаштырып теләргә кәрәк. Мәҫәлән, “Минең фәлән улыма тура юлға баҫырға ярҙам бир, үҙеңдең иман нурыңдан өлөш сығар, күркәм хаҡлыҡ бир”, – тип. Тағы ла дингә ышанған, ғибәҙәт ҡылған кешегә күҙ ҙә теймәй, сихыр ҙа алмай, ундай негативтарға мәрхәмәтһеҙ, насар кешеләр генә бирешә икән, тигән иҫбатлауҙар бар. Рух ныҡлығы, таҙа күңеле булған кешеләрҙең тәнде һаҡлаусы ҡабығы көслөрөк була икән.
Мин башҡаларға шуны кәңәш итәм: үҙ әрүахтарығыҙ рухына Ҡөрьәнде үҙегеҙ уҡырға тырышығыҙ, хәйер биреп, сит кешенән, мулланан уҡытыу ғына етмәй. Әруахтарға ла, иҫән балаларығыҙҙың дөрөҫ йәшәүе өсөн дә иң ҡабул ителгәне ата-әсәнең доғаһы. Әруахтарға доға ҡылыу бигерәк тә беҙҙең үҙебеҙ өсөн кәрәк. Әйткәндәй, улдарыма ла яйлап ҡына булһа ла ислам рухы инә. Ейәнсәрҙәрем намаҙ эсендә уҡыла торған бөтә доғаларҙы ятланы. Ял көндәре киске намаҙҙы бергә уҡыйбыҙ. Ғәрәп хәрефтәрен өйрәнделәр. Уларға был белем кәрәк булыр, уҡығанда, донъя көткәндә онотоп китһәләр ҙә, бер ваҡыт орлоҡ шытып сығыр, тип өмөтләнәм. Хоҙай ниәттәремде үтәрлек ғүмер биргәнгә, ғибәҙәттәр ҡылып, үҙемдең тәбиғәттең бер өлөшө икәнен аңларға мөмкинлек биргәненә һәм үҙ сығанығыбыҙға әйләнеп ҡайтып, тура юлдан барыуыма шатмын, шөкөр итәм. Гәзит уҡыусыларға дингә күсеүҙең еңел юлдарын теләйем.
Зәйтүнә КӨҪӘПОВА.
Салауат ҡалаһы.