«Йәшлек» гәзите » Иман » Рамаҙан – бар айҙарҙың солтаны



06.06.2016 Рамаҙан – бар айҙарҙың солтаны

Рамаҙан –  бар айҙарҙың солтаны5 июндә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды

Мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айына ла күп ҡалманы. Әгәр ҙә Алла насип итһә, тиҙҙән ураҙаға ла инәсәкбеҙ. Беҙгә ошо изге айҙы биргән, тәүбәләр ҡылып, гонаһтарыбыҙҙан арыныр, ғибәҙәттәр ҡылып, әжер күбәйтер мөмкинлектәр биргән Аллаға маҡтау булһын.

Әжер-сауаптарға өлгәшер, теләктәр ҡабул була торған изге айға етә алһаҡ, был Алланың иң ҙур бүләге буласаҡ. Тимәк, Ул беҙгә гонаһтарыбыҙҙан арыныр өсөн тағы бер мөмкинлек бирә. Алла рәсүле: “Был айҙа ниндәйҙер өҫтәмә ғибәҙәт ҡылыусының әжере башҡа айҙарҙа мотлаҡ булған ғибәҙәтте эшләүсенең әжеренә тиң. Ә мотлаҡ булған ғибәҙәт ҡылыусының әжере башҡа айҙарҙа ошондай етмеш ғибәҙәт эшләүгә тиң”, – тип әйткән. Гонаһтарҙан арыныуға килгәндә инде, уның ошондай һүҙҙәре билдәле: “Биш намаҙ, шулай уҡ икенсе йомаға тиклем йома намаҙы һәм киләһе Рамаҙанға тиклем Рамаҙан айы – быларҙың барыһы ла, әгәр ҙә оло гонаһтар ҡылынмаһа, гонаһтарҙан арыныу булып тора”.
Рамаҙан айы – ураҙа тотоу, күберәк тәүбә ҡылыу, төнгө намаҙҙар уҡыу, саҙаҡа таратыу, Ҡөрьән уҡыу айы. Был айҙа үҙен мосолман тип тапҡан һәр кеше мотлаҡ рәүештә ураҙа тоторға тейеш. Ауырлы йә имеҙеүсе ҡатын­дар­ға, сәфәрҙә булғандарға, сирлеләргә ураҙанан баш тартыу рөхсәт ителә. Бер ниндәй сәбәпһеҙ ураҙаны ҡалдырыу – оло гонаһ. Шулай уҡ ураҙаны Рамаҙан айы буйына тотор­ға кәрәк. Йәғни 29 йәки 30 көн буйына. Ә айҙың башында, уртаһында, аҙағында бер нисә көнләп түгел. Рамаҙан айындағы ураҙа еренә еткереп тотолғанда ғына камил һанала һәм Алла тарафынан ҡабул ителә.
Рамаҙан айы алдынан ниҙәр эшләргә кәрәк? Айҙың башланыуын ҡайҙан беләбеҙ? Билдәле булыуынса, бәйғәмбәребеҙ Рамаҙан айынан бер ай алда, йәғни Шәғбан айында күберәк ғибәҙәт ҡылырға, күберәк өҫтәмә ураҙа тоторға тырышҡан. Сәхәбәләр Рамаҙан айына тиклем ярты йыл дауамында Алланан ошо изге айға тиклем ғүмер биреүен һораған. Ә Рамаҙан айы үтеп киткәс инде ярты йыл буйы Раббыбыҙҙан ураҙаларын ҡабул итеүен һорағандар.
Беҙҙең илдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ураҙа айына әҙерләнеү, уны ҡыуанып ҡаршы алыу күренештәре юҡ. Мосолман илдәрендә, ғәҙәттә, бер ай алдан уҡ байрам атмосфераһы һиҙелә, мосолмандар был изге айҙы көтөп ала. Мысырҙа, мәҫәлән, урамдар төрлөсә биҙәлә, йорт-тирә таҙартыла, яңы йыһаз алына, хәленән килмәгәндәр балаҫ алып булһа ла түшәргә тырыша. Былар бары тышҡы күренеш. Беҙ эске яҡтан да ошо изге айҙы ҡаршы алырға әҙерләнергә тейешбеҙ. Бар ғибәҙәттәребеҙ тик Алла ризалығы өсөн ихлас күңелдән булырға тейеш. Рамаҙан айы килеп еткәс инде Мысыр урамдарында ифтар (ауыҙ астырыр) өсөн махсус палаткалар ҡуйыла. Унда теләгән кеше инеп ашап сыға ала. Рамаҙан айы шулай уҡ төнгө намаҙҙарҙы көсәйтеү менән дә билдәле. Был айҙа йәстү намаҙынан һуң тәрәүих намаҙы уҡыла.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Рамаҙан айында ураҙа тотоу – мосолман өсөн фарыз ғәмәл. Аллаһы Тәғәлә былай тип әйткән: “Эй һеҙ, иман килтереүселәр! Һеҙгә тиклем булған­дар­ға ҡушылған кеүек үк, һеҙгә лә ураҙа тотор­ға ҡушылды. Бәлки, һеҙ тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ” (“Әл-Баҡара”, 183).
Күптәр ураҙа тотоу ҡояш ҡалҡҡандан алып байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылыу тип уйлап, яңылыша. Ураҙа тотоуҙың маҡсаты күпкә бөйөгөрәк. Төп маҡсат булып тәҡүәлеккә ирешеү тора. Тимәк, Алланан тейешенсә ҡурҡыу, Уның ризалығына ынтылыу.
Иң тәү сиратта Рамаҙан айы тәүбәне яңыртыу, көсәйтеү айы булып тора. Был айҙың Рамаҙан тип аталыуына “гонаһтарҙың янып бөтөүе” тигән мәғәнә һалынған. Ошо изге айҙа һәр ваҡыт гонаһтары өсөн тәүбә ҡылып, изге эштәр эшләп, кеше уларҙан арына. Ғәйепһеҙ кеше булмай, сөнки әҙәм балаһы һәр ваҡыт яңылыша. Гонаһтарҙан арыныуҙың иң яҡшы юлы – ихлас күңелдән тәүбә ҡылыу. Сөнки: “Ысынлап та, Алла тәүбә ҡылыусылар­ҙы ярата” (“Әл-Баҡара”, 222). Рамаҙан айында күп итеп тәүбә эшләргә һәм һуңынан да был изге эште дауам итергә кәрәк.
Ураҙа тотоуҙың киләһе маҡсаты – ихтыяр көсөн көсәйтеү. Ихтыяр көсө ныҡ булғанда әҙәм балаһы күп нәмәгә ирешә ала. Рамаҙан айында кеше ашап-эсеүҙән тыйылып, күберәк изге эштәр эшләргә ынтылып, насар эштәрҙән ары торорға тырышып ихтыяр көсөн үҫтерә. Рух ныҡлығы күп ауырлыҡты йырып сығырға ярҙам итә, күңел төшөнкөлөгөнән аралай. Юҡҡамы ни зәғиф, ауырыу кешеләр һау-сәләмәт кешеләргә ҡарағанда күпкә рухи яҡтан көслөрәк була, маҡсаттарға нығыраҡ ынтыла. Тимәк, улар булғанына шөкөр итә белә, ихтыяр көсөн нығыта.
Рамаҙан айында әҙәм балаһы шулай уҡ ихласлыҡҡа өйрәнә. Сөнки ураҙа тотоуҙың төп шарты – ихлас ниәт. Беҙ ураҙаны ихлас күңелдән тик Аллаһы Тәғәлә өсөн генә тотор­ға, ошо ниәтебеҙҙе көн һайын яңыртып торор­ға тейешбеҙ. Бөтә ғәмәлдәрҙең дә ихлас күңелдән эшләнелеүе – уларҙың ҡабул булыуы өсөн төп шарт.
Ураҙа тотҡан кеше гонаһтарҙан ары торор­ға, нәфсеһен тыйырға, тыйылған нәмәләрҙе ҡалдырырға тырыша. Ураҙа тотҡан кешегә телен насар һүҙ һөйләүҙән тыйырға кәрәк. Сөнки ғәйбәт һүҙ һөйләү, алдашыу ураҙаны боҙа. Аллаһы Тәғәләгә бындай кешенең ашап-эсеүҙән тыйылыуы кәрәкмәй. Ураҙа тотаһың икән, тимәк, бөтә тән ағзаларыңды ла гонаһтан араларға тейешһең.
Маҡсаты – әхлағыңды үҙгәртеү. Рамаҙан айында, гонаһтарҙан ары торорға тырышыу менән бер рәттән, әҙәбең өҫтөндә лә эшләргә кәрәк. Был изге айҙа талашып, әрләшеп йөрөү килешмәй. Кем дә булһа һине битәрләргә тотона, талашырға сәбәп эҙләй икән, бәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә: “Мин – ураҙала”, – тип әйтергә кәрәк.
Ашап-эсеүҙән, ғәйбәт һүҙ һөйләүҙән, әрепләшеүҙән баш тартыу өсөн, ихтыяр көсөнән тыш, ҙур түҙемлек тә кәрәк. Тимәк, ураҙа тотоуҙың тағы бер маҡсаты – са­бырлыҡҡа өйрәнеү. Алла сабырҙар­ҙы ярата. Ҡыйын саҡтарҙа ла сабырлыҡ күрһәтә белергә кәрәк. Ундайҙарға әжер-сауаптар ҡарал­ған: “Ысынлап та, сабыр булғандарға әжерҙәре тулыһынса иҫәпһеҙ-һанһыҙ бирелер” (“Әз-Зумар”, 39).
Ошо маҡсаттарҙың барыһынан да сығып, дөйөмләштереп әйткәндә, ураҙа тотоу – ул Раббыбыҙға буйһонорға ла өйрәнеү. Әммә был буйһоноуыбыҙ ураҙа тотҡан ваҡытта ғына түгел, һәр ваҡыт булырға тейеш.
Изге Рамаҙан айынан алда ошо маҡсаттар­ҙы тағы бер ҡат иҫкә төшөрөп, ниәтебеҙҙе дөрөҫләргә онотмаһаҡ ине.
Рамаҙан айының ҡасан башланыуына килгәндә инде, беҙ уны бәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, айға ҡарап беләбеҙ. Тимәк, Шәғбан айының 29-сы йәки 30-сы көнөндә яңы айҙың тыуыуын күҙәтергә кәрәк. Яңы ай тыуа икән – Рамаҙан айы башланды, ураҙаға инергә ваҡыт тигән һүҙ. Ә инде бер йыл алдан астрономик календарь төҙөп, шуның буйынса ураҙаны башлау дөрөҫ түгел. Сөнки ҡайһы саҡта яңылышлыҡ китергә мөмкин. Яңы айҙың ҡасан башланырын бары Алла ғына белә. Уны алдан уҡ билдәләп ҡуйыу мөмкин түгел.
Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙабыҙҙа уҡыған аяттарыбыҙҙы, биргән саҙаҡа һәм фитырҙарыбыҙҙы ҡабул ҡылып, йәннәттә осрашыу­ҙарыбыҙҙы насип итһен! Рамаҙан айында йөрәктәребеҙ иман нурында нурланһын, йорттарыбыҙ бәрәкәт менән тулһын!

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға