«Йәшлек» гәзите » Иман » Махсус биттәр » Йәшлек ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр



04.02.2016 Йәшлек ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр

Эльза һәм Илфат Ишембәтовтар, ғаилә тормошонда уңырға теләһәгеҙ, ололар фатихаһын алығыҙ, ти.

“Һәр бәхетһеҙ ғаилә үҙенсә бәхетһеҙ,
һәммә бәхетле ғаиләләр бәхетле бер төрлө”.
(Л. Толстой).


Һуңғы ваҡытта бәхетһеҙ ғаиләләр һаны ҡурҡыныс тиҙлек менән арта. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте лә күптән түгел күңелһеҙ мәғлүмәттәрен халыҡҡа еткереп, уйланырға мәжбүр итте: баҡтиһәң, Башҡортостан инде бер нисә йыл рәттән никахтар тарҡалыу һаны буйынса Волга буйы төбәктәрендә беренсе урында килә. 2015 йылда ла был йәһәттән “алдынғылығын” бирмәгән – 11 айҙа республикабыҙҙа 14 441 пар айырылышҡан. Белгестәр, ғаилә нигеҙе ҡаҡшау осоро башланды, тип саң ҡаҡҡанда, татыу, ныҡлы ғаиләләр иғтибар үҙәгенә баҫа. Аллаға шөкөр, ундайҙар арабыҙҙа бар. Эльза һәм Илфат Ишембәтовтар – Учалы ерен биҙәгән мосолман ғаиләһе.


Йәшлек ҡәҙерен  белеп йәшәйҙәрИлфат менән Эльза мәсеттә таныша. Рәсәй ислам университетын тамамлаған Илфат Ибраһим улы Учалы ҡалаһы мәсетенә мәзин булып эшкә килә. Әйткәндәй, әгәр мәзиндәр араһында оҫталыҡ конкурсы уҙғарылһа, ул, һис шикһеҙ, берәй “гәлсәр һандуғас” исеме яулар ине – моңло аҙаны алыҫтарға тарала, көмөш тауышына һоҡланмаған кеше юҡ. Иман йортона килеүселәрҙе хәҙрәт алсаҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Һәр кемде тыңлап, аңлап, йылы һүҙ ҡушып, урынлы кәңәшен биреп, мөмкин булғанса ярҙам күрһәтергә тырыша. Бер көн, әүәлгесә дежурҙа ултырғанында, кәрәкле доғаларҙы ентекләберәк өйрәнеү ниәте менән килгән һылыу ҡыҙҙы ҡабул итә. Дини белем менән бүлешеүҙән башланған аралашыу һөҙөмтәһендә йәштәр никахҡа инә.

Тәүге күрешеүҙән үк Илфат хәҙрәттең кешелекле, илтифатлы, изге күңелле булыуы Эльзаны әсир итә, уға ҡарата көслө ихтирам уята. “Ғаилә именлеге, татыулыҡ сере тәү сиратта – бер-береңде хөрмәт итеүҙә. Иреңде ҡәҙерләйһең икән, балалар ҙа атаһын хөрмәт итер, малайҙарға – яҡшы өлгө, ҡыҙҙар ҙа дөрөҫ тәрбиә ала. Әгәр иреңә екеренеп, үҙһүҙлеләнеп, өҫтөн булырға тырышһаң, бер ниндәй тәртип булмаясаҡ”.

“Тиҫтер” (“Ровесник”) клубында педагог-ойоштороусы булып эшләүсе Эльза Зиннур ҡыҙы кейәүгә сығырҙан бер йыл алда намаҙ уҡый башлай, ләкин тәүҙә башын ҡаплап йөрөргә йөрьәт итмәй. Буласаҡ ире яулыҡ ябыныуҙың әһәмиәтен аңлата. “Хәҙрәттең һүҙҙәре йөрәгемә үтеп һеңде. Никах көнөндә үҙем теләп, яулыҡ ябындым”, – тип хәтирәләре менән бүлешә Эльза ханым. Йәш ҡатын, эштән китергә тура килер инде, тип уйлана. Имиджын үҙгәрткән хеҙмәткәрҙе беренсе көндө үк директор (ул ваҡытта Оскар Аверьянов) саҡырта. “Эштән ҡыуылырмын, тип ҡурҡаһыңдыр, – ти ул, йылмайып. – Тыныслан. Беҙ яҡшы белгестәргә мохтажбыҙ. Эшмәкәр­легеңде дауам ит”.

Ишембәтовтарҙың өйөн шатлыҡҡа күмеп, тормоштарына йәм өҫтәп, бер-бер артлы ике улы тыуа. Исем һайлауға ата-әсә бик етди ҡарай, хәҙерге йәштәрҙең күпселеге һымаҡ, яңғырауыҡлыҡ, “мода” артынан ҡыумай, мәғәнәле булғандарын эҙләй. Тәүге малайҙарын Ихсан итеп атай­ҙар. Был исем “изгелек, яҡшылыҡ” тигәнде аңлата. Икенсе улдары – Ильяс. “Бәләкәскә исемде оҙаҡ уйланыҡ, – тип һүҙгә ҡушыла Илфат хәҙрәт. – Абдулла, Йософ, Мөхәммәт… Бер ҙә килешә алмайбыҙ. Мөхәммәт исеме бик оҡшай ҙа, уның бөйөклөгөн аҡлау баланың иңенә бигерәк оло яуаплылыҡ йөкмәтә һымаҡ. Бер көн, ҡыуанып, кәләшем шылтырата: “Таптым! Ильяс! Ильяс булһын!”. Алла илсеһенең исеме бит ул, бик матур, булһын, тинем”.

Әңгәмәләшеп ултырғанда, өс йәшлек Ихсан төрлө ручка-ҡәләмдәрҙән үҙенсәлекле фигура әтмәләгән дә, үҙенең ижадына ымлап күрһәтә: “Атай, ҡара әле. Бына мин нимә эшләнем”. Һуңынан эргәмә килә. Ике күҙе – ҡағыҙ битенән шыуған ҡәләмемдә. Күрәһең, төҙөлмәһен тамамлар өсөн бер деталь етмәй… Һөйкөмлө малайҙың саф башҡортса һөйләшкәнен эске ҡәнәғәтлек менән кинәнеп тыңлайым. Баланы туған телгә һөйөү аша тәрбиәләгән ошондай атай-әсәйҙәр күберәк булһын ине ул…

Илфат хәҙрәт 2013 йылда асылған “Мөкәрәмә” мәсетенә имам итеп саҡырылғас, Ишембәтовтар Учалы ауылына күсә. Әлеге көндә улар мәсеттең бәләкәй генә ваҡытлы торлағында йәшәй. Өйҙөң майҙаны – 4х5 кв. м. Тығыҙҙыр инде унда дүрт кешегә. Тик зарланыуҙың әҫәре лә юҡ. Хужабикә көнләшерлек са­бырлыҡ күр­һәтә. Хәлә­ленең күп ваҡытын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә, иман нуры таратыуға бағышлағанын аңлап ҡабул итә Эльза ханым. Ишем­бәтовтар ғаиләһендә эште ир-ҡатындыҡына бүлмәйҙәр: Илфат мәсеттә оҙаҡлаһа, Эльза йорт эштәрен ырата. Ғаилә башлығы, үҙ сиратында, мөмкинлек сыҡһа, ҡатынына булыша. “Күп ғаиләләрҙе юҡлыҡ, аҡса наҡыҫлығы тарҡата. Ә беҙҙе, киреһенсә, берләштерә. Ауырлыҡтар – һынау, түҙергә кәрәк”, – ти Илфат хәҙрәт.

– Бәғзе мосолман ирҙәр ҡатындарына ныҡ ҡаты, хатта ҡыйырһытыу, рәнйетеүҙән дә тартынмай, үҙҙәрен хаҡлы тип иҫәпләгән әҙәмдәр осрай. Һеҙ быға ниндәй ҡарашта? – тип һорайым Илфат Ибраһим улынан. “Ҡөрьәндә “Ҡатындар” тигән сүрә бар, ирҙәр хаҡында сүрә юҡ. Бәйғәмбәребеҙ ғәләй­һис-сәләмгә инанған тәүге йән эйәһе ҡатын булған, ул – Хәдижә (р.а.). Хәдижә (р.а.) Алла рәсүле ғәләйһис-сәләм артынан тәүге намаҙ атҡарыусы ла. Иман өсөн тәүге шәһит та гүзәл заттан – Сумайя бинт Хайят. Мәккә урынында төпләнгән тәүге кеше лә – ҡатын, Хәжәр, Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең ҡатыны. Ошонан күренә инде: ҡатын-ҡыҙҙың динебеҙҙә дәрәжәһе бик юғары, мөнәсәбәт тә ошоға ярашлы булырға тейеш, тимәк. Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмдең нәсихәтен иҫтән сығарырға ярамай мөьмингә: “Ҡатындарығыҙға яҡшы мөғәмәлә күрһәтегеҙ”. “Тормош булғас, төрлөһө була, – тип өҫтәй Эльза ханым. – Беребеҙ ут булғанда, икенсебеҙ – һыу. Берәй мәсьәләлә килешмәһәк, тыныс ҡына, балалар булмағанда хәл итәбеҙ”.

Ишембәтовтар яңы өйләнешкән парҙар менән тағы бер бәхет сере менән уртаҡлашты. “Ғаилә тормошонда уңырға теләйһең икән, ата-әсә, ҡайны-ҡәйнә фатихаһын алыу зарур. Ололар һүҙен һанға һуҡмай, тәкәбберләнеү йыш ҡына ғаилә карабын һәләкәткә килтерә лә”, – ти Илфат һәм Эльза.

“Йәшлек киләсәге менән бәхетле”, – тип яҙып ҡалдыр­ған Гоголь әфәнде. Үҙ ерҙәрендә олтан булып, балаларын башҡорт рухында тәрбиәләп, халҡыбыҙҙы хаҡ юлға әйҙәгән Ишембәтовтарҙың киләсәге өмөтлө булыр тип ышанғы килә. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешеп, ике донъя бәхетенә эйә булырға хыяллана йәш мосолмандар. Ишембәтовтарҙың теләктәре бойомға ашһын, иншалла. Теләк булһа, йөрәк етә, ти бит халыҡ мәҡәле.

Альбина ҒӘЛИЕВА.
Учалы ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға