22.01.2016
Ураҙа тотоп, кеше ҡарғамайыҡ
Иман кешенең күңелендә булһын йәки Ураҙа тотоп, кеше ҡарғамайыҡ.
Һуңғы йылдарҙа дини кеше булыу модаға инеп китте. Белгәне лә, белмәгәне лә, аңлағаны ла, аңламағаны ла үҙенең намаҙ уҡыуы, ураҙа тотоуы, дини белем алыуы, мәсеткә йөрөүе, күпме хәйер биреүе тураһында ҡысҡырып һөйләп йөрөй. Ҡайһы бер әҙәмдәр бының менән ғорурлана, хатта йәмғиәттә уны әләм урынына ҡуллана. Имеш, ул хажға барған, уның фекере өҫтөн булырға тейеш... Уларҙың бындай сығыштары тотош тамашаға әүерелә.
Ә иман беҙҙең күңелебеҙҙә, йәнебеҙҙә булырға тейеш икәнен күптәр ҡабул итергә теләмәй. Беҙҙең ғәмәлдәргә тәү сиратта кешеләр түгел, ә Аллаһы Тәғәлә баһа ҡуя. Бер танышымдың осраҡлы ғына дин юлынан китеүен белеп ҡалдым. Сәй табынына саҡырғас, баш тартты һәм башҡаларға ишетелмәҫлек итеп кенә ураҙа тотоуын әйтте. Аҙаҡ ҡына уның инде ете йыл намаҙ уҡыуын, мәҙрәсәлә белем алыуын әйттеләр. Был турала һүҙ ҡуҙғатҡас, тыйнаҡ ҡына итеп: “Ул турала һөйләп йөрөмәүем оялыуҙан түгел, ә үҙемде өҫтөн ҡуйғым килмәүҙән. Етмәһә, мин ислам диненең барлыҡ ҡағиҙәләрен дә үтәмәйем. Яулыҡ ябынмайым, сит ир-ат менән бер коллективта эшләйем, концерт, театр кеүек тамашаларҙы ҡарарға яратам. Мин ҡасан да булһа был гонаһтарым өсөн яуап тоторомдо беләм. Әлегә үҙемдең хаҡ мосолман икәнемде таныйым, намаҙ уҡыйым, ураҙа тотам, хәмерҙән, харам ризыҡтан баш тарттым, зина ҡылыу, урлашыу, алдашыу, ғәйбәт һөйләү кеүек ярамаған эштәрҙән тыйылып йәшәргә тырышам. Һәр кемдең иманға үҙ юлы, мин иртәрәк килдем, кемдер һуңғараҡ”, – тине.
Ә бит бик һирәктәр генә үҙен тыйнаҡ тота. Кемделер үпкәләткем килмәй, әммә күптәр намаҙ уҡый башлау менән тырышып-тырышып башҡаларға ла үҙҙәрендә булмаған аҡылды өйрәтә башлай. Фанаттарса үҙҙәре артынан мәсеткә йөрөргә өндәй, теге йәки был ярамай, тип кеше алдында йөҙ йыртырға, тәртип индерергә керешә, ҡиәмәт көнө менән ҡурҡытырға ла күп һорамай. Һәр һөйләшеүҙе дингә бороп, күңелде ғарҡ итә. Бындай көсләшеүҙән шәхсән биҙә башлайым (имандан, исламдан түгел, ә дин артына йәшеренеп, оҙон-оҙаҡ нәсихәт уҡыусы кешеләрҙән). Улар үҙҙәренең ныҡышмаллығы, фанатлығы менән башҡаларҙы ошо хаҡ юлыбыҙҙан биҙҙерә түгелме икән? Хас та селтәрле маркетинг менән шөғөлләнергә тәҡдим яуҙырған бизнесмендар инде. Ундай дуҫтарым да бар, шылтыратһалар, телефонды алырғамы, юҡмы, тип бер аҙ уйланып алам. Сөнки улар ҙа, байлыҡ, матур тормош вәғәҙә итеп, үҙҙәре артынан әйҙәмәксе. Динде икенсе төрлө аңлаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Үҙәк баҙары янында йәштәрҙе мәсеткә йөрөргә өндәп, урамда ҡосаҡлашып, үбешеп тороу зина ҡылыу иҫәбенә инеүе тураһында тотош вәғәз һөйләп торған апайҙың документтарын тикшерҙе. Сектант булыуы мөмкин, тине улар. Фанатлыҡ шулай кире һөҙөмтә лә биреп ҡуя шул. Дин өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар, белмәгән осраҡтар булһа, кәңәш өсөн мәсеттәр эшләй, уларҙа белемле муллалар бар бит.
Бер осраҡ тураһында ла яҙып үтмәйенсә булдыра алмайым. Бер таныш инәй, оло инде, йәше 80-де ҡыуа, мәсеткә йөрөй. Рамаҙан айы ине, район үҙәгенән бергәләшеп ҡайтып киләбеҙ. Ниндәйҙер йомош менән танышына килгән дә, уныһы ярҙам итеүҙән баш тартҡан. Был инәй сәғәт ярым буйы уның барлыҡ гонаһтарын иҫенә төшөрҙө, әрләне. Ә бер һүҙе бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы: “Ҡарғаным! Ә мин бөгөн ураҙаламын, ҡарғышым мотлаҡ төшәсәк!” Был осраҡтан һуң минең ул инәйгә барлыҡ ихтирамым юҡҡа сыҡты. Үҙем мәсеткә даими йөрөмәһәм дә, ураҙаны кемделер ҡарғар, насарлыҡ теләр өсөн тотмайым. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы һәм гонаһтарымды ярлыҡауы өсөн бағышлайым был изге ғәмәлде.
Яулыҡ ябынып, мәсеткә йөрөгән ҡыҙҙарҙың да тәмәке тартып, әҙәпһеҙ һөйләшеп торғанын күрергә тура килде. Һөйләшеп киткәйнек, уларҙан мәсеткә йөрөүҙәренең сәбәбен һораным. “Унда аҡыллы, бай егеттәр йөрөй һәм кәләште лә иманлы ҡыҙҙар араһынан һайлай”, – тип яуапланы береһе. Тик яулыҡ ябыныу ғына иман тураһында һөйләмәй бит. Биш ҡат яулыҡ ябынһаң да, күңелгә сафлыҡ үҙенән-үҙе инмәй (элек еңел тормош алып барыусылар, гонаһҡа батыусылар тураһында түгел һүҙем, ҡайһы бер кешеләр тәүбәһенә ҡайтып, иманға килә. Уларға һоҡланыуҙан башҡа тойғом юҡ. Ике төрлө тормош алып барыусыларға аптырайым. Телдә – бер һүҙ, күңелдә – икенсе тойғо, ә йәшәйеш рәүеше бөтөнләй башҡаса...).
Динде тышҡы атрибутика итеп ҡулланыусылар көндән-көн фәтүә арттырырға ярата. Ҡөрьән аштары, дини байрамдарыбыҙ уңайынан ойошторолған байрамдар ғына ни тора?! Береһенән береһе уҙҙырып табын әҙерләйҙәр, ярышып-ярышып хәйер тараталар. Ә әҙерлек эштәре йорт-ҡураға йыһаз алыуҙан уҡ башлана. Ә ҡунаҡҡа иң тәүҙә дәрәжәле дуҫ-иштәре, байыраҡ туғандары саҡырыла. Аҙаҡ инде бер нисә көн буйы улар табын хаҡында гәп һата: “Фәләндең сәк-сәге лә булманы, ә төгән хәйергә 100 тәңкә генә таратты. Абау, Хоҙайым, анауының хан заманындағы карауаты ултырасы! Кешеләр ундайҙы күптән сығарып ташланы бит инде. Әхирәтем ғүмер буйы аш-һыу әҙерләй белмәне инде, был юлы ла ашының тоҙо күп булған”… Ярай ҙа никах ашы, бәпескә исем ҡуштырыу йәки Ураҙа, Ҡорбан байрамдары айҡанлы ҡунаҡ йыйылһа. Ә мәрхүмдәрҙе ерләгәндән һуң, өсөн, етеһен уҡытҡанда бындай һөйләшеү – әҙәм хурлығы. Ғәзиз әсәһен йәки балаһын, яҡын кешеһен юғалтҡан кешелә ниндәй табын ҡайғыһы булһын?!
Әруахтар рухына уҡылған аят-сүрәләр ҡабул булырмы, доға уҡығанда һонолған ҡулдарыбыҙ хаҡына сауап яҙылырмы? Был турала уйлаған кеше лә юҡ. Баҡый донъяға күсеүсене һуңғы юлға оҙатыусылар араһында тамаша ҡылырға ғына килеүселәр ҙә осрай. “Эй шул иланы инде... Фәлән менән әрләшеп йөрөйҙәр ине, килгән әле ул... Ҡыҙы күренмәй, әллә ҡайтманымы икән?..”
Ә инде ҡайһы бер мулла-абыстайҙарҙың кеше ерләү, никах, исем ҡуштырыу кеүек йолаларҙы тотош кәсепкә әйләндереүе тураһында һүҙ ҙә юҡ. Торлаҡ һатып алғас, өйгә аят уҡытырға булдым. Данлыҡлы мәсеткә барып, шул йола хаҡында һораша башланым. Аҙан ҡысҡырыу фарыз икән, уны мотлаҡ ир кеше башҡарырға тейеш. Саҡырған мулла хәйергә мең һум аҡса һораны, унан тыш, такси ялларға ҡушты. Ә мин быға тиклем, хәйерҙе һәр кем мөмкинлегенә ҡарап бирә, тип уйлай инем...
Һәр кешене бер ҡалыпҡа һалып булмай. Һәр кемдең үҙ холҡо, ғәҙәте бар. Мәсеткә йөрөп кенә кеше ҡырҡа үҙгәреп китмәй. Тик үҙегеҙҙең диндә булыуығыҙҙан тамаша яһамағыҙ, зинһар.
Кемдер минең менән бәхәскә сығыр, үҙемде лә ғәйепләүсе табылыр. Әммә мин был яҙмамда бары тик үҙемдең күҙәтеүҙәремде, күргәндәремде генә бәйән итәм.
Г. ВӘЛИТОВА.
“Ҡарғаным! Ә мин бөгөн ураҙаламын, ҡарғышым мотлаҡ төшәсәк!” Был осраҡтан һуң минең ул инәйгә барлыҡ ихтирамым юҡҡа сыҡты. Үҙем мәсеткә даими йөрөмәһәм дә, ураҙаны кемделер ҡарғар, насарлыҡ теләр өсөн тотмайым. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы һәм гонаһтарымды ярлыҡауы өсөн бағышлайым был изге ғәмәлде.