«Йәшлек» гәзите » Иман » АҠЫЛ ЙӘШТӘ ТҮГЕЛ – БАШТА



13.11.2015 АҠЫЛ ЙӘШТӘ ТҮГЕЛ – БАШТА

Учалы егете Зәйнулла Әхмәтшин 9 йәшендә мәсеткә йөрөп, ғәрәпсә уҡырға өйрәнһә, 19 йәшендә хаж ҡылды.

Быйыл Рәсәйҙән 12 мең мосолман хаж ҡылды, уларҙың араһынан мең тирәһе кеше – Башҡортостандан. Хажиҙар төркөмөндә ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа бар, төрлө һөнәр эйәләре, төрлө яҙмышлы. Учалы егете Зәйнулла Әхмәтшинға ни бары 19 ғына. Тәүәккәл яҡташыбыҙ йәш булһа ла, хаҡ юлға әле генә баҫмаған, уның үҙенсәлекле тарихы иғтибарға лайыҡ.

АҠЫЛ ЙӘШТӘ ТҮГЕЛ – БАШТА“Әгәр ҙә ҡолом Миңә бер ҡарыш яҡынлашһа, Мин уға бер терһәккә яҡынлашырмын, әгәр ул бер терһәккә яҡынлашһа, Мин уға бер сажинға яҡынлашырмын, әгәр ул Миңә йәйәү атлаһа, Мин уға йүгереп атлығырмын” (2129 хәҙис, “Әл-Бохари”).
Бала саҡтан Зәйнулла Ҡөрьән аяттарын тыңларға ярата. Быға иғтибар иткән әсәһе, улы илаһа, магнитофонды ҡабыҙа – ғәрәпсә яңғыраған доғалар сабыйҙы шунда уҡ тынысландыра. Ҡала мәсетенең бейек манараһы, унан ишетелгән моңло аҙан тауышы малайҙы әсир итә. Иман йортоноң тупһаһын тәү тапҡыр 9 йәшендә аша атлау менән Зәйнулла үҙе өсөн яңы донъя асҡан һымаҡ була һәм башҡа унан тыш йәшәй алмауын аңлай. Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм еткергән тәғлимәтте үҙләштереү теләк кенә булып ҡалмай, оло маҡсатҡа әүерелә. Малай имам-хатиптың урынбаҫары Рөстәм Ситдиҡовтан ғәрәп хәрефтәрен танырға өйрәнә, 1 – 2 ай үтеүгә ғәрәпсә тотлоҡмай уҡый башлай. Мәсеттә ойошторолған махсус “Ислам нигеҙҙәре” курсын тамамлай.

“Намаҙға торғанда, намаҙыңды был донъя менән хушлашҡан кеше һымаҡ уҡы! Аҡланыу һүҙҙәрен килтермә! Һәм кешеләр ҡулындағына ышанма” (Ибн Маджа, Зухд, 15; Әхмәд V, 412).

Күптәр дингә килеп тә, намаҙға баҫыуҙы һуҙып йөрөй. Бәндәнең һылтауҙары етерлек: эшем тығыҙ, сирләйем, доғалар иҫтә ҡалмай… Ә бит һәр кешегә тормош мәшәҡәттәрен ауыҙлыҡлап, көн тәртибен дин талаптарын иҫәпкә алып көйләү зарур. Был йәһәттән Зәйнулла Әхмәтшиндан үрнәк алырлыҡ. 14 йәшендә намаҙ уҡый башлай. Мәктәптә уҡып йөрөгән үҫмер башҡалар күҙенә салынмаҫҡа тырышһа ла, диндарлығы барыбер беленә. Шикле мөнәсәбәт тә, тыйыу-өгөтләүҙәр ҙә, ҡулайлы шарттар булмауы ла мөьминде фарыз итеп ҡуйылған бурысын үтәүҙән һис тә һыуындырмай.
Зәйнулла 14 йәшендә тәү тапҡыр ураҙа тота. Август айына тура килгән Рамаҙанды, еңел булмаһа ла, тейешенсә үткәреп ебәреүгә өлгәшә.

“Белем эҙләгеҙ, бының өсөн Ҡытайға барыр кәрәк булһа ла” (хәҙис).

Мәктәп программаһынан тыш, Зәйнулла Рәиф улы ислам буйынса күп китап уҡый. Дини белемгә ысын мәғәнәһендә сарсап, һыуһап йөрөй йәш мөьмин. Ҡайҙа аға икән ул һыуһынды ҡандырырлыҡ тулы шишмәләр?

Бирәм, тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, бер көн мәүлит ваҡытында мәсеткә Дағстандан ҡунаҡтар килеп төшә. Дағстан мөфтөйө ебәргән хәҙрәттәр ислам, бәйғәмбәрҙәр хаҡында һөйләй, Рәсәй ислам университетының Дағстандағы филиалы тураһында мәғлүмәт тә бирә. Шул кистән Зәйнулла йөрәгендә тау иленә барыу хыялы тоҡана. Дин сәскә атҡан республика, бер яҡтан, төплө белем алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһындырһа, икенсе яҡтан – был төбәк Зәйнулла Рәсүлевтың рухи мираҫын ҡабул иткән, аманатын һаҡлаған. Әйткәндәй, мәҡәлә геройыбыҙҙың тыуғанда алған исеме – Вадим. Зәйнулла ишан шәхесенә шул тиклем ихтирамы көслө булып, исемен уның хөрмәтенә үҙгәртә.

Егет Кавказ яҡтарына барыу ниәтен йөрәк түрендә һаҡлап йөрөй, ләкин ата-әсәһе фатихаһын бирмәҫ тип ҡурҡа. Борсолоулы уйҙар менән көйөп йөрөгәндә, яҙмыш уны Мансур ауылында йәшәүсе Дағстан мәҙрәсәһендә уҡыған Динислам Мальцев менән осраштыра. “Динисламға уҡырға ингәндә 14 кенә булған, миңә 17 йәш бит, ебәрерҙәр, бәлки”, – тигән өмөткә инана.
Улының ынтылышын ихтирам иткән Гөлсирә Вәсип ҡыҙы ҡәҙерле балаһы менән бергә Дағстанға юллана. Махачкалаға килеп, уҡыу йорто менән танышып, бар нәмәне үҙ күҙе менән күреп, айышына төшөнгәс кенә тыныслана, улын ҡалдырып ҡайта. Нәҡ ошо ваҡытта Дағстандың баш ҡалаһына изге ҡомартҡыларҙы килтергән булалар. Гөлсирә Вәсип ҡыҙына бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең сәсен һәм сапанын күреү бәхете тейә.

Зәйнулла башкөллө уҡыуға сума. Уңыштар көттөрмәй: мөғәллимдәр шәкерттең һәләтен күреп, уны беренсе курстан икенсегә күсерә. Шулай итеп, яҡташыбыҙ өс йыллыҡ уҡыу йортон ике йылда тамамлай.

Мәҙрәсәнән һуң университетта уҡыуҙы кисектереп торорға тура килә – Дағстан мөфтөйө сит тарафтарҙан килгән студенттарға берәй йылға булһа ла ҡайтып, үҙ төбәктәрендә белем таратырға ҡушҡан. Остаз һүҙен кире ҡағырға баҙнат итмәгән Зәйнулла Учалыға ҡайтты. Ғилем эйәһе әле ҡала мәсетенең мәҙрәсәһендә фикх, ғәрәп грамматикаһы дәрестәре алып бара. Ваҡытын буш үткәрергә күнекмәгән егет Учалы тау-байыҡтырыу техникумында программист һөнәрен үҙләштерә.
“Ул Үҙенең рәхимлеге менән кемде теләй, шуны һайлай. Алла – бөйөк рәхмәт эйәһе!” (Ҡөрьән, 3/74).

Хаж – мосолмандарға фарыз итеп ҡуйылған ғәмәл. Был бурысты үтәүҙән бик күптәр, күпме ынтылһа ла, мәхрүм ҡала. 19 йәштә үк Ҡәғбәне барып күреү – оло бәхет. Зәйнулла Әхмәтшин Илшат Хафизов етәкселегендә, 60 кешенән торған төркөм менән сәйәхәткә сыға. Өфөнән – Истанбулға, Истанбулдан Мәҙинәгә осалар. Мәҙинә ҡалаһында ике көнгә туҡтайҙар. Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм мәсетендә ғибәҙәт ҡылып, Әбү-Бәкерҙең (р.а.), Ғомарҙың (р.а.) ҡәберҙәрен күрәләр. Урындағы халыҡ бик ҡунаҡсыл булып, намаҙҙан һуң мәсет эргәһендә мохтаждарға аҙыҡ таратҡан кешеләр күп осрай.

Артабан хажиҙар, ихрам кейеп, Мәккә ҡалаһына йүнәлгән. Бында Әл-Хәрам мәсетенә барып, намаҙ уҡып, кесе хажды (умра) атҡарғандар. Нур, Саур, Ғәрәфәт тауҙары, Мина уйһыулығы, Джәмәрәт күпере, Ибраһим ғәләйһис-сәләм улы Исмәғилде ҡорбан итеп салырға тейеш булған ер, Зәм-зәм һыуын ҡойған завод һәм башҡа изге урындар буйлап экскурсия яһағандар.
700-ҙән ашыу кешенең ғүмерен ҡыйған фажиғәлә ватандаштарыбыҙ зыян күрмәгән – таш атыу йолаһын башҡарырға улар үлемесле ҡыҫылыштан алыҫ, икенсе яҡтан барған. Был Аллаһы Тәғәләнең сикһеҙ мәрхәмәте күрһәткесе, хажиҙарҙың ғаиләләре быны барыһынан да яҡшыраҡ аңлайҙыр…

Мина уйһыулығында хажиҙар палаткаларҙа йәшәгән. “Был мәл мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ, – ти Зәйнулла Рәиф улы. – Бай ҙа юҡ, ярлы ла – Хоҙай алдында барыһы тигеҙ. Шул тиклем иғтибарлы мөнәсәбәт, ағай-эне ишеләй аралашыу”.

45 градус эҫегә өйрәнмәгән кешеләр кондиционер янына һыйынып, һалҡын тейҙереп йонсой. Ләкин хаж ҡылыуҙың иң ҡыйыны ауырыуға һабышыу түгел, изге ер менән хушлашыу була.

Зәйнулла Әхмәтшин ҡалала тыуып үҫһә лә, туған телен онотмаған. Өйөндә аралашыу башлыса башҡортса. “Туған тел, мәҙәниәт тураһында етди уйланғаным булмағайны, – тип фекерҙәре менән бүлешә әңгәмәсем. – Дағстанға барғас, тыуған илдең ҡәҙерен аңланым. Дағстан халҡы үҙ теленә, диненә ереккән, йәберләргә бирмәй. Шуға ла улар көслө халыҡ, иманым камил – Ер шарынан юғалмаҫтар. Милли уҙаңдары көнләшерлек. Миндә лә илһөйәрлек артты. Ҡөрьәндә әйтелгән бит: “Алла – бай, ә һеҙ – ярлы. Һәм әгәр ҙә ситкә боролһағыҙ, Ул икенсе кешеләр менән һеҙҙе алмаштырыр, һәм улар һеҙгә оҡшамаған булырҙар” (47/38). Халҡыма ундай аяныс яҙмышты һис теләмәйем, мәҙрәсәлә мөғәллимлек итеп, милләттәштәремә хәҡиҡәтте еткерергә мөмкин булғанса көс һалырмын, иншалла”.

Аҡыл йәштә түгел – башта, тиҙәр. Намыҫлы яҡташыбыҙ Зәйнулла Әхмәтшинды Аллаһы Тәғәлә моратына ирештерһен, тип уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Альбина ҒӘЛИЕВА.
Учалы ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға