30.05.2015 Башҡорттар – Аллаһы Тәғәләнең бик һөйөклө һәм рәхмәтле халҡы
Мосолман донъяһындағы изге рәжәб айында Башҡортостанға Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең алтын сылбырында оло Шәйех, Әҙәм улдары араһында иң оло әүлиәләрҙең береһе һаналған Шәйех Мәхмәт Әҙил ән-Нәҡшбәндиә килде. Ул иң юғары кимәлдәге Солтан Әүлиә, әүлиәләр Солтаны, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тоҡомо һәм бәйғәмбәребеҙҙең ғилемен мираҫ итеп алыусы Нәҡшбәндиә тәриҡәте сылбырындағы 40 имамдың береһе. Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡаниҙың улы. Ҡазанда, Болғар, Чистай ҡалаһындағы сөхбәттәрҙән һуң, Әүлиә беҙҙең Миәкә районының Нарыҫтауҙағы бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт сәхәбәләре Зәйед улы Зөбәйер һәм Зөбәйер улы Абдрахмандың мәҡәме һәм изге шишмә янында доғалар ҡылды, Нарыҫтау итәгендәге яланда меңәрләгән халыҡ ҡатнашлығында йома намаҙы һәм сөхбәт уҡылды. Артабан изге сәфәр Асҡын һәм Тәтешле тарафтарында дауам ителде.
Ә хәҙер Мәүләнә Солтан Әүлиә Шәйех Мөхәммәт Мәхмәт Әҙил әл-Нәҡшбәндиәнең Нарыҫтауҙағы сөхбәттәренә ҡолаҡ һалайыҡ: “... Башҡорт халҡын иң ауыр, иң фажиғәле, иң үҫешмәгән осорҙарҙа ла тәриҡәт юлы һәр саҡ ҡотҡара килде. Тап ошо шәриҡәт әһелдәре асылда әүлиәләр. Әүлиә ата-бабаларыбыҙҙың доғалары менән беҙҙең халыҡ һәр ваҡыт хәйер-фатихала йәшәй. Шуға күрә бер ниндәй иҡтисади көрсөктән ҡурҡмағыҙ, барыһы ла Аллаһы Тәғәлә әмере буйынса эшләнә. Аллаға һыйынығыҙ һәм тура юлдан, хаҡ юлдан барығыҙ. Хоҙай былай ҙа барығыҙҙың ризығын күптән билдәләп ҡуйған. Артығы булмай. Шуға ла ризыҡ артынан йүгереп йөрөүселәр, ҡайғырып ҡаңғырыусылар, был, әлбиттә, иманының зәғифлегенән. Иманығыҙҙы нығытығыҙ.
...Нарыҫтауға һеҙ Алла хаҡына килдегеҙ, Хоҙай риза булһын. Бөтә ҡылған доғаларығыҙ ҡабул булһын. Шифа, бәрәкәт, һаулыҡ бирһен Раббым. Хәйерле ғилемдәр килһен һеҙгә. Халҡығыҙға Алла ҡиәмәткә ҡәҙәре аҫыл нәҫелдәр бирһен. Донъяла ла, әхирәттә лә бәхет һәм сәғәҙәттә йәшәргә насип булһын. Фатиха!”
Сәхәбәләр – Асҡында
Ике быуатҡа яҡын һуҙылған азатлыҡ ихтилалдары осоронда ауыл-ауыл халҡы менән тотошлай яндырылған Асҡын төбәге бөгөн рухи тамырҙарына әйләнеп ҡайта, мәсеттәр төҙөй, дин юлына баҫа, күмәкләшеп йома намаҙҙарын уҡый. 26 мәсет эшләп килә, уларға халыҡ күпләп йөрөй. “Унда беҙҙең муллалар күп, ә бер ҡайҙа өлгөрөп булмай, – тине Рәсәй Үҙәк диниә назаратының Асҡындағы мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт. – Хәҙер әрмегә оҙатыу, юбилей, никах һ.б. – барыһы ла Ҡөрьән уҡытып атҡарыла”.
Иҫке Ҡаҙансы мәсетенең имам-хатибы Әбдрәхим Сафин – районда иң көслө Ҡөрьән уҡыусы. Ғөмүмән, көслө рухлы, иманлы, диндәр, тәҡүәле, тырыш, сыҙам, сабыр халыҡ йәшәй Асҡында. Уларҙың илһөйәрлегенә таң ҡалырлыҡ. Әйтәйек, Иҫке Ҡаҙансылағы мәсетте был ауылда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Нурулла Сафиндың васыяты буйынса балалары Зөфәр, Риф, Зилә, Булат ауылдаштарының ярҙамы менән төҙөгән.
Асҡын районы үҙәгендәге мәсеттә Шәйех Мәхмәт Әҙил ән-Нәҡшбәндиә кешенең рухи аҙығы һәм зыяраттарҙы зыярат итеү тәртибе тураһында сөхбәт һөйләне. Рухи аҙыҡһыҙ, белемһеҙ, мәғрифәтһеҙ кешенең артабан үҫешә, камиллаша һәм эске мәғәнәгә, йөкмәткегә эйә була һәм әхирәткә алып барып еткерерлек хазина туплай алмауын бәйән итте.
Зыярат – тормош һәм үлем, ғүмер һәм Әхирәт тураһында уйланып, әруахтар рухына доға ҡылыу урыны. Беҙҙең дин йома көндәрҙе ата-әсәләрегеҙҙең ҡәберҙәренә барырға, уларҙы ҡарап, тәрбиәләп, доға уҡырға ҡуша, тине Әүлиә.
Мәүләнә Иҫке Ҡаҙансыла тағы ла Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәргә, ризыҡҡа бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты: “Кешенең миллион-миллион һум аҡсаһы булып та, Хоҙай уға фатихаһын бирмәһә, бар байлығы үҙенән һуң тороп ҡаласаҡ. Шул уҡ ваҡытта иң фәҡир кеше, Алла тәғәйенләгәнен аҙағынаса ризыҡланып, тормошон Раббыбыҙ фатихаһы менән тамамлаясаҡ. Тәриҡәттең нигеҙ ташы – барына риза булыу”.
Йәнкиҫәктәге нурлы мәсет
36 изге, шифалы, тылсымлы шишмә менән уратып алынған Йәнкиҫәк ауылындағы “Нур” мәсетен ысын ил инәһе, бер үҙе биш бала ҡарап үҫтергән көслө рухлы ҡатын, республикала күренекле дин әһеле, шифалы ҡуллы күрәҙәсе Мөнирә Саттарова төҙөткән. Изге урында, Шәйех Мәхмәттең атаһы Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡаниҙың фатихаһы һәм туранан-тура ярҙамы менән төҙөлгән Алла йорто. Мөнирә ике тапҡыр Ванга менән осрашҡан. Бар донъяға танылған данлыҡлы күрәҙәсе уға: “Тыуған ерең изге, һин бик көслө шәхес, һине Алла алып бара”, – тигән. Һиндостанға барып ҡайтҡас, Мөнирәне ҙур Әүлиә Шәйех Нәҙим үҙ янына, Кипрға саҡыра. “Мәүләнә миңә сабырлыҡ, түҙемлек, шул тиклем ҙур бәрәкәт, иманлыҡ, шифалыҡ бирҙе. Ул мине үҙемде эҙләүҙән туҡтатты. Изге ереңдә мәсет төҙө лә йәшә, хәлемсә ярҙам итермен, тип, фатихаһын бирҙе”, – тип һөйләй Мөнирә.
Бәллүр шишмәләр ерендә
Мәүләнә Солтан Шәйех Мөхәммәт Мәхмәт Әҙил әл-Нәҡшбәндиәнең төньяҡ-көнбайышыбыҙҙағы иң төпкөлдәге Тәтешлегә тиклем килеүе ныҡ ғәжәпләндерҙе, һоҡландырҙы, тетрәндерҙе. “Беҙ Башҡортостан ерлегенә бер ниндәй донъяуи эштәр, үҙ мәнфәғәтебеҙҙе ҡайғыртып килмәнек, бары тик барыһының рухи донъяһын нығытыу маҡсаты менән юлландыҡ”, – тип мөрәжәғәт итте ул Тәтешле мәсетенә йыйылған халыҡҡа.
Артабан сәхәбәләр Ғәли Соҡоройҙоң тыуған төбәге Иҫке Соҡор ауылындағы мәсеттә, музейында, суфый шағирҙың изге зыяратында изге доғалар ҡылды. Һуңынан Иҫке Күрҙем ауылындағы Ғарифулла Кейеков хәҙрәттең шифалы, саф шишмәләрен ислам дине, тәриҡәт нурына күмде, аяттар, доғалар уҡыны, ете ерҙән атылып сыҡҡан Батырлыҡ, Матурлыҡ, Аҡыл, Бәхет, Именлек, Сәләмәтлек, Мөхәббәт һыуҙарын ауыҙ итте.
Мәсет әһелдәре, урындағы хакимиәт оло дәрәжәгә лайыҡлы ҡунаҡтарҙы, Шәйех Мәхмәт Әҙил ән-Нәҡшбәндиәне, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинды, алыҫтан килгән имам-хәҙрәттәрҙе күркәм сәләм менән тәбрикләне.
Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин халыҡты Үҙәк диниә назараты һәм ике меңдән ашыу мәхәлләләге мосолман ҡәрҙәштәребеҙ исеменән сәләмләп тәбрикләне, изге теләктәр теләне. “Тәтешле районында 30-ҙан ашыу, ә тотош Башҡортостанда 1200-гә яҡын мәсетебеҙ бар”, – тине ул.
Мәүләнә Әүлиә ислам нурына һыуһаған халыҡҡа сөхбәт уҡыны: “Бәйғәмбәребеҙ изге хәҙис-шәрифтәрҙә, ир һәм ҡатын кешегә ғилем өйрәнеү фарыз, тип әйтеп ҡалдырған. Ғилем ул бишектән алып кешенең ҡәберенә ҡәҙәр дауам итер. Һәм бөтә ғәмәлдәрҙең башы изге ниәттәндер. Йома көндәрендә уҡыған хөтбә, вәғәздәрҙә семеткән изге теләктәр, яҡшылыҡҡа өндәгән һүҙҙәр, әлбиттә, ошо ғилемдәндер. Ислам ғилеме иң тәүҙә яҡшы, әҙәпле, иманлы булыу менән ысын, хәҡиҡи ғилем булып ҡала.
... Аллаға шөкөр, һеҙҙең ерлегегеҙҙә бик күп, меңдәрсә изге йәнле зат, ғалим кешеләр, әүлиә шишмәләре бар. Кәрәмәт эйәләре булған йәндәрҙең юлын һеҙ дауам итәһегеҙ, һәм ошо юл һеҙгә шифа бирер. Ошо бәрәкәтле ергә Аллаһы Тәғәлә тағы ла күп-күп бәрәкәттәр яуҙырһын, бөтә төр бәлә-ҡазаларҙан һәр саҡ ҡурсалап торһон”.
* * *
Сөхбәттән һуң майҙан тулы халыҡ Мәүләнә Әүлиә менән өйлә намаҙын уҡыны, фатиха, бәрәкәт алды. Мәүләнә Солтан Әүлиә шәйех Мөхәммәт Мәхмәт Әҙил ән-Нәҡшбәндиәнең Башҡортостанға өсөнсө сәфәре был. 2013 йылда килгәнендә Нарыҫтауҙағы сөхбәтендә былай тигәйне: “Алла һөйөү менән ҡараған милләт һеҙ. Һеҙҙең башҡорт халҡы барса һынауҙарҙы үтеп сыҡты, элеккенән дә яҡшыраҡ тормош буласаҡ бында”.
Амин. Шулай булһын.
Зәйтүнә ХАНОВА.
Өфө – Миәкә – Асҡын – Тәтешле.