21.03.2014 Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо
Һунайнда һуғыш
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Мәккә исламдыҡына әүерелгәс, ислам һиҙелерлек көсәйҙе. Тик Мәккәнән көньяҡта көн күреүсе көслө генә Һәүәзи ырыуы элеккесә үҙ динен тотто. Һәүәзиҙәр бик һуғышсан кешеләр ине. Шуға мосолмандар менән алышмаҡсы булдылар. Һәүәзи менән сәҡиф ырыуҙарының башлыҡтары йыйылып кәңәш тотто һәм көслө ғәскәр туплап, мосолмандар Ғәрәп ярымутрауын баҫып алмаҫ борон үҙҙәрен юҡ итергә килештеләр.
Алла рәсүле һәүәзи менән сәҡифтәрҙең мосоломандарға ҡаршы бергәләп һуғышырға ниәтләүен ишетеп ҡалды. Был турала ентекләберәк белһен өсөн үҙ кешеһен шунда ебәрҙе. Алла рәсүленең беренсе булып һуғыш башлағыһы һәм баҫып ингеһе килмәне. Бадрҙағы алышта көрәйештәр рәсүл менән һуғышырға килде. Мосолмандарҙы яҡлап һуғышырға тура килде уға. Өһөт эргәһендәге алышты Бадрҙағы еңелеү өсөн үс алмаҡсы булып көрәйештәр башланы. Мәҙинә янында соҡор тирәләй һуғышҡанда ла ғәрәптәр менән йәһүдтәр исламды юҡ итмәксе булып һуғыш асты, Алла рәсүленә үҙ дине өсөн көрәшергә тура килде.
Алла рәсүле ебәргән сапҡын кире әйләнеп, һәүәзиҙәр менән сәҡифтәрҙең уға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнеүен әйтте. Алла рәсүле тегеләрҙең һөжүме көтөлмәгән хәл булмаһын өсөн ҙур ғәскәр йыйырға бойорҙо.
Ул 10 меңлек ғәскәр тупланы. Әбүсуфиян ике мең яугир килтереп ҡушты. Мәккә кешеләре бәйғәмбәргә бик күп ҡорал бирҙе. Уның ҙур ғәскәре ҡотто алырлыҡ булды.
2.
Һәүәзиҙәргә бүтән ырыуҙарҙан күп кеше ҡушылды. Уларҙың араһында бәйғәмбәрҙең бала сағы шунда үткән Саад ырыуы ла бар ине. Уның башында ҡыйыу һәм тәжрибәле башлыҡ торҙо. Тик олоғая килә күҙҙәре күрмәй башланы. Ул бары тик кәңәш кенә бирә ала ине. Һәүәзиҙәрҙең башлығы утыҙ йәшлек Малик ибн Әүеф булды. Уның һәр хәрәкәтенән һәм эшенән йәшлек дәрте аңҡып торҙо. Ул яугирҙарға һуғышҡа барлыҡ мөлкәте менән бисәләрен һәм балаларын да алырға ҡушты. Бисәләре, балалары, малы менән ҡуша һуғышҡа ҡупҡан ғәскәрҙе күргәс, Саад башлығы аптырап һораны:
– Мин ишәк баҡырғанын, бала илағанын, һыйыр мөңрәгәнен яңылыш ишетмәйемме?
Малик ибн Әүеф бөтөн мал-мөлкәт менән һуғышҡа сығырға бойорғанын әйттеләр.
Һуҡыр башлыҡ:
– Ә Малик ҡайҙа? – тине.
Янына Малик килгәс:
– Мин ишәк баҡырыуын, бала илауын, һыйыр мөңрәүен яңылыш ишетмәйемме? – тине.
Малик:
– Мин үҙемдең кешеләремде уларҙың балалары, ҡатындары һәм мөлкәте менән ҡуша күтәрҙем.
– Ниңә?
– Әгәр туғандары һәм мөлкәте эргәһендә булһа, яугир аяуһыҙыраҡ һуғыша, тип һанайым.
Башлыҡ уға, ҡатындарҙы һәм малдарҙы ҡайтарт, тине. Еңеү өсөн атлы яугир ғына кәрәк, ә еңелә ҡалһаң, туған-тыумаса ла, мал-мөлкәт тә – бөтөнөһө лә юҡҡа сығасаҡ.
Быға Малик:
– Мин һиңә буйһонмаясаҡмын. Һин ҡартайғанһың инде, аҡылың да кәмегән, – тине.
Тәжрибәле башлыҡ Маликты үҙ ыңғайына ҡуйҙы ла үҙ кешеләре янына китте. Малик уның һүҙен тыңлауҙан баш тартты, шуға башлыҡтың Малик менән ҡуша һуғышҡыһы килмәне. Малик ҡатындарҙы дөйәгә мендереп, яугирҙар рәтенең артына теҙҙерҙе. Уларҙың артына дөйәләр һәм һыйырҙарҙы ҡуйҙырҙы. Мосолмандар ҡыҫа башлаһа, яугир ҡаса алмаһын өсөн шулай иткәйне Малик.
3.
Мосолмандар ғәскәре алға китте. Ул ҡыҫынҡы тарлауыҡты үтеп, киң яланға сығырға тейеш ине. Маликтың ғәскәре, ҡатындар, дөйәләр, ишәк менән һарыҡтар ҙа шул яланда ине. Тарлауыҡ Һунайн тип атала һәм ныҡ ҡыҫынҡы, ҡараңғы ер ине. Уның аша тик бәләкәй-бәләкәй генә төркөмләп уҙып була ине. Тарлауыҡтың ян яғында текә ҡаялар теҙелгәйне, ә күрше тауға Малик ғәскәренең бер өлөшө баҫҡан.
Алла рәсүленә бер кеше килеп:
– Һәүәзиҙәрҙең йәштәре мөлкәте менән ҡуша Һунайн янына йыйылған, – тине.
Бәйғәмбәр йылмайҙы ла, ышаныслы итеп:
– Алла теләһә, иртәгә был мосолмандар өсөн бай улъя буласаҡ, – тине.
Алла рәсүле мөһәжирҙәрҙең хәрби байрағын Әлигә тапшырҙы. Икенсе байраҡты Сәғит ибн Әбүвәҡҡәс алды. Өсөнсөһө Өмәр ибн Әлхаттабҡа бирелде. Бер байраҡ ансарҙарға булды. Рәсүл ҡасырына менде лә ғәскәргә ҡуҙғалырға бойороҡ бирҙе. Мосолмандарҙың атлыларына Хәлит ибн Әлвәлит етәкселек итте.
Иртән етте. Һунайн тарлауығында һаман ҡараңғы ине әле. Мосолмандар тарлауыҡҡа инеү менән һәүәзиҙәр ян-яҡтағы тауҙарҙан быларҙың өҫтөнә таш яуҙырырға, йәйәнән атырға тотондо. Шунан мосолмандарға ҡылыс менән ҡоралланған йәйәүлеләр һөжүм итте. Ҡыҫымға түҙә алмай, мосолмандар сигенде. Алла рәсүленең уларҙы яңы алышҡа дәртләндереүенән фәтүә булманы. Ул үҙе иһә Әли, Әбүбәкер, Ғәббәс ағаһы һәм иң яҡын арҡаҙаштары менән элекке урынында ҡалды. Ул хатта:
– Мин ысын бәйғәмбәр, ялған түгел. Мин Абдулла Моталлип улы, – тип дошманға ҡаршы китте. Уға ярҙамға Ғәббәс ағаһы ташланды. Ул ҡасырҙы йүгәненән эләктереп алды ла мосолмандарҙы Алла рәсүленә ярҙамға саҡырырға тотондо. Ғәббәстең:
– Йәшәр ер, ҡасыр урын биргән ансарҙар! Ағас аҫтында ант иткән мөһәжирҙәр! Мөхәммәт иҫән! Алға! – тигән көслө тауышы тарлауыҡты яңғыратты.
Ҡасып барғандары һәм Алла рәсүлен бер үҙен ташлап киткәндәре өсөн мосолмандарға оят булып китте, улар кире борола башланы. Һәр яҡтан:
– Мин һинең янда! Мин һинең алдыңда! – тигән тауыштар ишетелде.
Кешеләр Алла рәсүлен һырып алды. Ул уңға боролоп:
– Ансарҙар! – тип ҡысҡырҙы.
– Беҙ һинең янда, бәйғәмбәр! Беҙ һинең менән!
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Мосолмандар яңынан һуғышҡа ташланды һәм һәүәзиҙәрҙе тарлауыҡтан бәреп сығарҙы. Алыш яланда дауам итте. Бында Хәлиттең атлылары мосолмандарҙың дошмандарына һөжүм итте.
– Эш эшләнде. Улар беҙҙе еңә алмаясаҡ! – тип һөрәнләне бәйғәмбәр.
Әли ибн Әлиталип ҡылыс менән әле уңға, әле һулға сапты, Хәлит ибн Әлвәлит дошман артынан дошманды бәреп төшөрҙө. Мосолмандар үҙ дине өсөн һуғышты, ә һәүәзиҙәр еңелмәҫ өсөн бар көсөн һалды. Мосолмандарҙың һөжүме шул тиклем көслө булды, дошман түҙмәйенсә, бисәләрен, балаларын, мал-мөлкәтен ташлап ҡасырға тотондо. Һуңғылары мосолмандарға улъя булды.
4.
Мосолмандар ҡулына 24 мең һарыҡ, дүрт мең унция көмөш һәм алты мең әсир төштө. Яугирҙары сигенмәһен өсөн уларҙың артына ҡатындарын, дөйә менән һарыҡтарҙы теҙергә бойорған Малик ибн Әүеф үҙе ҡасты.
Малик ибн Әүеф, бер йылға етерлек ризыҡ һәм башҡаларын алып, Таиф нығытмаларында йәшеренер урын тапҡан, тинеләр. Алла рәсүле үҙенең яугирҙарына Таифҡа барып, Малик менән һуғышырға бойорҙо. Хәлит ибн Әлвәлиттең атлылары менән йәйәү ғәскәр шунда уҡ алышҡа китте. Ҡәлғәгә етеп, мосолмандар уны ҡамауға алды, ә Малик менән һуғышсылары быларға уҡ атты. Әбүсуфиян ибн Һарбтың күҙе яраланды. Бүтән күп кенә мосолман да яра алды. Хәлит ибн Вәлит, ҡәлғәгә яҡын килеп:
– Кем минең менән алыша? – тип ҡысҡырҙы.
Ҡәлғәгә йәшенгәндәрҙән берәү ҙә ҡаршыға сыҡманы. Кемдер берәү:
– Беҙҙән берәү ҙә һиңә сыҡмаясаҡ. Сөнки беҙҙең йылдарға етер ризығыбыҙ бар. Ризыҡтың бөткәнен көтһәң, беҙ һиңә ҡаршы сығып, һуңғы кеше ауғансы һуғышасаҡбыҙ! – тине.
Сәлмән Әлфарси ҙур таштар ырғыта алырлыҡ катапульта эшләне. Мосолмандар ҡәлғәне емертер өсөн әленән-әле таш атты. Ике ташбаҡаға (кешеләрҙе уҡтан һәм һөңгөләрҙән һаҡлай торған хәрби ҡоролма) ышыҡланып, мосолмандар ҡәлғәгә ут төртөү өсөн уның төбөнә үк килеп етте. Эстәгеләр “ташбаҡа”ға йәшенеп килгән мосолмандарға ҡыҙҙырылған тимер ташланы. Йүгереп ҡасҡан яугирҙар уҡтан үлде йә йәрәхәтләнде.
Ҡәлғәне ҡамауҙа тотоу һуҙылды. Алла рәсүле арҡаҙаштарының береһенән был турала фекерен белеште. Теге:
– Төлкө өңөндә ята, – тине. – Көтһәң, тоторһоң. Китһәң, һиңә бер зыян да булмаҫ.
Бәйғәмбәр һәүәзиҙәргә ҡаршы һуғышты бит инде. Ул бер ваҡытта ла кеше үлтерергә теләмәне. Һәүәзиҙәрҙе еңгәндән һуң яңы һөжүм булыр тип хәүефләнмәһә лә була ине. Шуға ҡәлғәнән ҡамауҙы алырға ҡушты. Мосолмандар ҡәлғә тирәһенән киткәндә:
– Алла рәсүле, ҡәлғәләге сәкифтәрҙе ҡарға! – тинеләр.
Алла рәсүле кешеләрҙе эстән генә ҡарғарға яратманы. Алла уны кешеләрҙе хаҡ юлға сығарырға, бәхеткә әйҙәргә ебәрҙе бит. Шуға бәйғәмбәр:
– Раббым, сәкифтәрҙе хаҡ юлға сығар! Уларҙы мосолман ит! – тип ялбарҙы.
5.
Мосолмандарға әсир ҡатындарҙың береһе килде лә:
– Мин һеҙҙең юлбашсығыҙҙың апаһы, – тине.
Мосолмандар бик ныҡ аптыраны. Алла рәсүленең ир йә ҡатын туғандары юҡ ине бит. Әммә ҡатын тағы-тағы ҡабатланы:
– Мин һеҙҙең юлбашсығыҙҙың һәм әфәндегеҙҙең апаһы.
Шунан уны бәйғәмбәргә алып килделәр. Ҡатын:
– Һин мине таныйһыңмы? – тип һораны.
Уға текләп, бәйғәмбәр:
– Юҡ тип тә әйтә алмайым. Әммә кем һуң һин? – тине.
– Һинең апайың. Әбүзөйәптең ҡыҙы.
Был Саад ырыуынан Хәлимәнең ҡыҙы, Мөхәммәттең имсәктәш апаһы ине. Алла рәсүле баҫып, сапанын йәйҙе һәм уны үҙенең янына ултыртты. Хәлимә, уның ире Әлхарис тураһында һорашҡанда үҙенең күҙҙәренә йәш тулды. Улар икеһе лә үлде, тине ҡатын.
Алла рәсүленә һәүәзиҙәрҙән илселәр килде һәм үҙҙәренең исламға күсеүҙәре, Алла динен ҡабул итеүҙәре тураһында белдерҙеләр. Алла үҙенең бәйғәмбәренең бүтәндәр, сәкифтәрҙе ҡарға, тип һорағанда: “Раббым, сәкифтәрҙе хаҡ юлға сығар! Уларҙы мосолман ит!” – тигәнен ишеткәйне инде.
Табыҡта һуғыш булманы
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Исламдың Ғәрәп ярымутрауында ныҡ таралыуын белгәс, Рим императоры Ираклий мосолмандар менән һуғышыр өсөн ғәскәр тупларға булды. Яңы дин уның дәүләтен дә баҫып алыр тип ҡурҡты. Бөркөт һүрәте төшөрөлгән Рим байрағы аҫтында Әшшамда ҙур көс йыйылды. Ираклий ғәскәре яҡшы өйрәтелгән 40 мең һалдатҡа етте.
Ираклийҙың Алла рәсүленә ҡаршы һуғышҡа ғәскәр әҙерләүе тураһында бәйғәмбәргә еткерҙеләр. Алла рәсүле дошмандың Ғәрәп ярымутрауына ингәнен көтмәй, Әшшамға барып һуғышырға ҡарар итте. Әгәр бәйғәмбәрҙе үҙ илендә еңһәләр, тип уйланы ул, был уның үҙенең дә һәм бөтөн мосолмандарҙың да үлемен аңлатасаҡ.
Бик эҫе көндәр тора ине. Кешеләр үҫкән уңышты йыйыу хәстәре менән күмелгән. Һәр кем үҙ баҡсаһының күләгәһендә булырға теләй ине. Ә алдағы һуғыш бик ауыр, алыҫ ерҙә һәм көслө дошман менән булырға тейеш бит. Шуға күрә бәйғәмбәр, алдағы һуғышҡа әҙерләнер өсөн Табыҡҡа китәбеҙ, тип белдерҙе.
Дошманға уның ниәте беленеп ҡуймаһын өсөн Алла рәсүле үҙ кешеләренә лә бер ни ҙә әйтмәне.
Бындай һуғышҡа әҙерләнер өсөн бик күп мал-мөлкәт кәрәк ине. Шуға күрә рәсүл бай мосолмандарҙы хәйер һалырға һәм ярлыларҙы үҙ ҡарамағына алырға өндәне. Ғосман ибн Аффан бер кеше лә бирмәгән хәйерҙе һалды, был ун мең һалдатты ҡорал, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә етте. Алла рәсүле:
– Раббым, Ғосмандан ҡәнәғәт булсы! Мине ул ныҡ ҡәнәғәтләндерҙе, – тип ялбарҙы.
Үҙенең бар булған дүрт мең дихрамын Әбүбәкер һалды. Аҡсаһын тапшырған саҡта бәйғәмбәр унан:
– Ғаиләңә әҙерәк ҡалдырҙыңмы һуң? – тип һораны.
Әбүбәкер ышаныслы тауыш менән:
– Мин уларға Алланы һәм Алла рәсүлен ҡалдырҙым, – тине.
Өмәр ибн Әлхаттаб рәсүлгә үҙ мөлкәтенең яртыһын килтерҙе. Бәйғәмбәр:
– Ғаиләңә әҙерәк ҡалдырҙыңмы һуң? – тип һорағас:
– Мин уларға икенсе яртыһын ҡалдырҙым, – тине.
Римгә ҡаршы һуғышырға барасаҡ ғәскәрҙе әҙерләр өсөн мосолмандар бик күп хәйер һалды. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең ҡиммәтле биҙәүестәрен бирҙе. Был да ғәскәр туплауға китте. Ә уны “хужа ғәскәре” тип атанылар, сөнки ул бик ауыр йылда әҙерләнде.
2.
Мосолман ғәскәре юлға сығырға әҙерләнеп бөттө. Алла рәсүле янына ете кеше килеп, еккегә мал биреүен үтенде.
– Минең бер нәмәм дә юҡ, – тине рәсүл.
Был кешеләргә бирерлек уның дөйәләре лә, ҡасырҙары ла юҡ ине. Тегеләр ҡайғыға ҡалды. Сөнки улар Алла өсөн һуғышырға теләгәйне, ә үҙҙәренең һуғышҡа барырға екке малы юҡ. Бәйғәмбәр янынан киткәс, былар илап ебәрҙе. Әммә юлға сығыр алдынан ғына бәйғәмбәр улар өсөн мал табып бирҙе. Ҡәнәғәт булған кешеләр дөйәләргә атланып, бүтәндәр менән бергә китте.
Алла рәсүле хәрби байраҡтарҙы бүлеп өләште. Төп байраҡ Әбүбәкергә бирелде. Шунан Зөбәйер ибн Әләүәм алды. Бүтәндәрен ансарҙар алды. Юлға сығыр алдынан ғына Алла рәсүленә, ҡайһы бер мосолмандар бер йәһүдтең өйөнә йыйылып:
– Бындай эҫелә Римгә ҡаршы һуғышҡа сығыуҙың мәғәнәһе юҡ, – тип ултырғандар, тип еткерҙеләр.
Ғәлим ХИСАМОВ тәржемәһе.