28.02.2014 Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
Мәҙинә янындағы һуғыш
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Йәһүдтәр Мөхәммәтте күрә алманы. Уның дине тиҙ таралыуын һәм тик шуның арҡаһында Мәҙинәнең көсәйә барыуын белгәс, улар, Алла рәсүлен ҡайһылайтып юҡ итергә, тип ныҡлап уйлана башланы. Мөхәммәттең иң дәһшәтле дошманы көрәйештәр булғанға күрә йәһүд аҡһаҡалдары мосолмандарға ҡаршы бергә көрәшеү тураһында һөйләшер өсөн Мәккәгә китте.
Әбүсуфиян һәм бүтән Көрәйеш етәкселәре янына килеп:
– Уны юҡ иткәнсе көрәштә беҙ һеҙҙең менән бергә буласаҡбыҙ, – тинеләр.
Көрәйештең ҡайһы бер затлылары йәһүдтәрҙән Мөхәммәттең дине тураһында һорашырға булды. Берәү:
– Мөхәммәт менән беҙҙең аралағы килешеү тураһында һеҙҙең изге китабығыҙҙа яҙылған бит. Әйтегеҙ әле: Мөхәммәттең дине яҡшымы, әллә беҙҙекеме? – тип һораны.
Йәһүдтәр Мөхәммәттән көнләшә һәм уға ныҡ асыулы ине. Шуға:
– Һеҙҙең динегеҙ яҡшыраҡ. Уға ҡарағанда һеҙ хаҡлыраҡ, – тинеләр.
Көнләшеү тойғоһо уларҙы күп балбалдарға табыныу берҙән-бер Аллаға ғибәҙәт итеүгә ҡарағанда һәйбәтерәк тип әйтергә мәжбүр итте.
Көрәйештәр Мөхәммәткә ҡаршы йәһүдтәр менән берлектә һуғышырға ризалашты. Улар көрәйештәр менән генә мөрхәтһенмәйенсә, бүтән ырыуҙар менән дә килешергә тип, артабан китте. Улар исламды бөтөрөргә, Алланың нурын һүндерергә ниәтләнде.
2.
Йәһүдтәрҙең көрәйештәрҙе, бүтән ғәрәптәрҙе мосолмандарға ҡаршы ебәргәндәре, ә Әбүсуфияндың ғәскәр башында һуғышҡа ҡуҙғалғаны билдәле булды. Мосолмандар, артабан ни эшләргә, тип уйға ҡалды. Улар дошмандың берләшкән көсөнә ҡаршы тора алмай, шулай ҙа Мәҙинәне һаҡларлыҡ мөмкинлектәре бар ине. Ғәрәптәр элек тә, әле лә тик бер төрлө – дошманға йөҙгә йөҙ теҙелешеп һуғыша торғайны. Шуға Әбүсуфиянға ҡаршы сығып алышырға тәҡдим итеүсе булды. Яңы дин эҙләп үҙ илен ташлап киткән һәм Алла рәсүлен күреп һөйләшкәндән һуң исламды ҡабул иткән Сәлмән Әлфарси бүтән фекер әйтте. Ул ҡаланы ҡамауға алғас ғәскәрҙең нисек хәрәкәтләнгәнен күргән кеше ине. Ул Мәҙинәне уратып тәрән һәм киң соҡор ҡаҙырға тәҡдим итте.
– Бәйғәмбәр, – тине ул, – ҡала әйләнәһендә ҡаҙылған соҡорҙо мәжүсиҙәр аша сыға алмаясаҡ.
Бәйғәмбәргә был фекер хуш килде. Ул көрәк алды ла соҡор ҡаҙырға тотондо. Мосолмандарҙың һәммәһе лә Мәҙинә тирәләй киң һәм тәрән соҡор яһарға сыҡты. Кешеләр эшләп арыны, бәйғәмбәр уларҙы дәртләндерҙе һәм үҙе лә тупраҡ ташыуҙан туҡтаманы. Ул Ибн Рәүәһә исемле мосолмандың һүҙҙәрен ҡабатланы:
– Эй, Аллам, әгәр Һин беҙҙе хаҡ юлға төшөрмәһәң, беҙ хаҡлыҡты тапмаған булыр инек. Беҙ хәйер бирә лә, намаҙ уҡый ҙа белмәҫ инек. Хәҙер беҙгә рух ныҡлығы һәм көс бир, аяҡтарыбыҙҙа ныҡ торайыҡ тегеләр килгәндә. Мәжүсиҙәр беҙгә яманлыҡ ҡылды, әгәр улар тағы ла золомға ниәтләнһә, беҙ уларҙы ҡыйратасаҡбыҙ.
Сәлмән дә бүтәндәр менән бергә соҡор ҡаҙҙы. Бер ваҡыт уның көрәге ҙур ташҡа төртөлдө. Унан алыҫ түгел Алла рәсүле эшләй ине. Сәлмәндең ташты бер үҙе генә сығарып ташлай алмаҫын күргәс, ул ярҙамға килде. Ул кәйләне күтәреп бер һуҡты, кәйлә аҫтынан бер услам осҡон сәсрәне. Икенсегә һуҡты, йәнә осҡондар осто. Өсөнсөгә ташҡа бәргәйне, тағы шул күренеш ҡабатланды. Сәлмән:
– Бәйғәмбәр, һинең кәйләң осҡон уйната. Ҡайҙан килә бындай нур? – тип таң ҡалды.
– Һин, ысынлап та, нур күрҙеңме? – тине бәйғәмбәр.
– Эйе.
– Беренсе осҡон Йәмәнгә юл асты, икенсеһе – Әшшамға һәм Әлмәғрибкә, өсөнсөһө Әлмәшриҡҡә юл һалды тигәнде аңлата, – тине бәйғәмбәр.
Был ауыр мәлдә, мосолмандар дошманға асыҡтан-асыҡ ҡаршы тора алмайынса хәрби нығытма соҡоро ҡаҙғанда, Алла рәсүле Алла был һуғышта ла еңеү яуларға ярҙам итеренә, ислам диненең Йәмәндә, Әшшамда, Әлмәшриҡ менән Әлмәғрибтә лә таралырына сикһеҙ ышана ине.
3.
Әбүсуфияндың ун меңлек ғәскәре бар ине. Ә Мөхәммәттең ҡулына өс меңләп яугир килде.
Тәрән соҡор ике ғәскәрҙе айырҙы. Ә Мәҙинәләге йәһүдтәр үҙ ҡәлғәһенә инеп бикләнгәйне. Улар Алла рәсүленә был һуғышта бер яҡҡа ла ҡушылмаҫҡа һүҙ биргәйне. Уларҙың ҡәлғәһе янына көрәйештәр менән вәғәҙә ҡуйышҡан йәһүдтәрҙең башлығы килде лә ҡапҡа шаҡыны. Эстәге йәһүд етәксеһенә:
– Ас ҡапҡаңды! – тип ҡысҡырҙы.
Тегенеһе:
– Мин Мөхәммәт менән килештем һәм һүҙемдә торасаҡмын, – тине. – Унан сафлыҡ һәм хәҡиҡәттән башҡа бер ни ҙә күргәнем юҡ.
– Ас, тим. Һөйләшә торған һүҙ бар! – Килеүсе үҙенекен тылҡыны. – Ас. Мин һиңә бик мөһим хәбәр килтерҙем.
– Ниндәй хәбәр? – Ҡапҡа асылды.
– Мин һиңә көрәйештәр, бүтән ғәрәптәр һәм йәһүдтәр исеменән килдем. Ул Мөхәммәтте һәм уның яҡлыларҙы дөмөктөрмәй тороп, бынан китмәйәсәк.
Ҡәлғә хужаһы:
– Кит бынан, йөрөмә. Мин Мөхәммәтте тик тоғро һәм ышаныслы кеше тип беләм, – тине. Әммә тора торғас ул – Мөхәммәттең элекке уҙаҡсыһы, дошман яғына сығырға ризалашты. Был турала Алла рәсүленә билдәле булды. Ул ҡәлғәгә Мәҙинә мосолмандарының аҡһаҡалдарын саҡырып:
– Миңә килеп еткән һүҙ дөрөҫмө-юҡмы, шуны тиҙ генә асыҡлағыҙ, – тип ебәрҙе.
Мосолмандар йәһүдтәргә барып, бәйғәмбәр ҡушҡанды һоранылар. Тегеләр мыҫҡыллы рәүештә:
– Кем ул Алла рәсүле? Беҙҙең менән Мөхәммәт араһында бер ниндәй ҙә килешеү юҡ, – тине.
Мәҙинәнең мосолман етәкселәре йәһүдтәрҙең һатылғанын белде. Алла рәсүле янына кире ҡайтып, йәһүдтәрҙең дошман яғына сығыуын раҫланылар.
4.
Һөжүм итеүселәр соҡорҙо аша сығырға тырышып ҡараны, ләкин мосолмандарҙың уғы тегеләрҙе сүпләй торҙо. Көрәйештәр мосолмандарҙы айға яҡын ҡамауҙа тотто. Әбүсуфиян Мөхәммәтте бер көн эсендә ҡыйратып Мәккәгә ҡайтырға иҫәп тотҡайны ла, килеп сыҡманы.
Соҡорҙоң тар бер еренә көрәйештәрҙең атлылары тупланғайны. Уларға ҡаршы Әли ибн Әбүталип етәкселегендә мосолман һыбайлылары сыҡты. Һуғыш көрәйештәрҙең еңелеүе менән тамамланды.
Ҡамалыу һөҙөмтәһендә мосолмандар аслыҡтан һәм һыуыҡтан интегә ине. Бәйғәмбәр Аллаға табына һәм мосолмандарҙың хәлен еңелләштереүҙе үтенә башланы.
Бер төндө һыуыҡ ныҡ көсәйҙе, әсе ел иҫте. Мосолмандарҙың соҡорҙо һаҡлаусылары уның эсенә инеп ҡыуыштарына йәшенде. Ә көрәйештәр ҡасырға урын таба алманы. Көслө ел уларҙың ҡыуыштарын ҡыйратты, булған ғына мөлкәтен туҙҙырып бөттө. Уларҙың лағырында ҡот осҡос тәртипһеҙлек башланды. Кешеләр һыуыҡтан, елдән ышыҡ ер табырға тырышты, тик ҡайҙан алаһың уны. Тәбиғәт көсө уларға ҡаршы боролдо. Ел тымһа, Мәккәләренә ҡайтып ҡына китерҙәр ине лә бит...
Таң атты, ел кәмене. Мосолмандар ҡараһа, дошман лағырында шылт иткән тауыш та юҡ.
– Кем теге яҡтағы хәл тураһында хәбәр алып килергә теләй? – тип һораны бәйғәмбәр.
– Мин, – тине Әлзөбәйер ибн Әләүәм.
Ул шым ғына дошман лағырына инде һәм ипләп кенә күҙәтергә тотондо. Әммә ҡыйралып ятҡан һауыт-һаба, ҡыуыш кәрәк-ярағынан башҡа бер ни ҙә, бер кеше лә юҡ ине.
Шатлығынан Әлзөбәйер яр һалды:
– Улар киткән! Улар ҡасҡан!
Ҡыуаныс бүтәндәргә лә күсте һәм улар кемуҙарҙан:
– Алланан башҡа илаһ юҡ! Лә илаһи илла аллаһ! Аллабыҙ беҙҙең үтенесте үтәне! Ул үҙ ҡолдарының хәлен еңеләйтте! Алла дошманды ҡаҡшатты! Алланан башҡа оло көс юҡ! – тип тәсбих әйттеләр.
Бәйғәмбәр Алланың рәхмәтенә намаҙ сыҡты ла:
– Хәҙер беҙ уларға һуғыш асабыҙ инде. Улар беҙгә түгел, беҙ уларҙы барып баҫабыҙ! – тип белдерҙе.
5.
Алла рәсүле үҙ йортона китте, бүтәндәр ҙә өйҙәренә таралышты. Бәйғәмбәр өҫтөндәге ҡоралын сисеп кенә һалғайны, алдында Ябраил фәрештә пәйҙә булды.
– Алла рәсүле, һин ниңә ҡоралыңды һалаһың? – тип һораны ул. – Ҡоралһыҙланырға ярамай. Иң бөйөк һәм иң ҡеүәтле Алла һиңә дошманыңа ҡаршы һуғышҡа сығырға ҡуша. Ә мин уларҙы зилзибәр килтерергә китәм.
Йәһүдтәр, Мөхәммәткә хыянат итеп, уның дошмандары менән берләшкәйне бит. Аллаһы Тәғәләнең Мөхәммәткә хәйерле ҡарашы булмаһа, дошман ҡамауынан ҡотҡармаһа, ислам шунда юҡҡа сыға ине инде. Көрәйештәрҙе еңгәндән һуң йәһүдтәргә һуғыш асырға һәм уларҙы мосолмандарҙан алыҫҡараҡ ҡыуып ебәрергә кәрәк ине.
Алла рәсүле кешеләрҙе йыйып:
– Кем мине ишетә һәм буйһона, һеҙгә бөгөн өйлә намаҙын йәһүдтәрҙең йортонда уҡырға бойорам! – тине.
Мосолмандар хәрби тәртипкә баҫып, йәһүдтәр ҡәлғәһенә йүнәлде. Быларҙы күргәс, йәһүдтәрҙең ҡото алынды, шулай ҙа ҡәлғәнең эсенә бикләнерлек көс таптылар. Тик уларҙа ризыҡ менән һыу оҙаҡҡа етерлек түгел ине. Йәһүдтәр солох һорағансы мосолмандар быларҙы ҡамауҙа тотто.
Алла рәсүле йәһүдтәргә исламға күсергә тәҡдим итте. Тегеләр баш тартты. Һәм кемдең хаҡлы, кемдең юҡ икәнлеген бойондороҡһоҙ ҡазый әйтһен, тинеләр. Ҡазый, йәһүдтәр килешеү менән нығытылған уҙаҡсыларына ҡаршы сыҡҡан, хыянат ҡылған, тине. Ә хыянат өсөн яза – үлем. Дошмандың бөтөн ирҙәре лә үлтерелде. Шулай итеп, Аллаһы Тәғәлә Мәҙинәне мәңгелеккә мосолмандарға бирҙе. Алланың ҡөҙрәте сикһеҙ шул.
Әлхоҙайбей далаһында
килешеү
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Бадр һәм Өһөт эргәһендәге һуғыштарҙа көрәйештәр мосолмандарҙы тар-мар итергә тырышты. Дошмандар берләшкән көйө лә Мөхәммәткә ҡаршы һуғышып ҡараны, әммә ислам уларҙан да көслөрәк булып сыҡты. Исламды ут һәм ҡылыс менән көйҙөрөп, һуйып бөтөрөргә тырышһалар ҙа, ул үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәткән бәхәсһеҙ раҫлауҙар һәм кешеләрҙең эске ышаныуы арҡаһында торған һайын киңерәк тарала барҙы. Мосолмандарҙы эҙәрлекләү уларҙа исламға ышанысты арттыра ғына торҙо. Мосолмандарҙың һаны туҡтауһыҙ күбәйҙе. Әгәр Бадрҙағы һуғышта ислам яҡлы өс йөҙ кеше булһа, Өһөттәге алышта, Бадрҙан һуң бер йыл үткәс, мосолман ғәскәренең иҫәбе ете йөҙ кеше ине. Мәҙинә эргәһендәге һуғышта ислам һуғышсылары өс меңгә етте.
Кешеләрҙең исламға берәмләп кенә түгел, үҙ ирке менән төркөм-төркөм булып килеүе артты. Исламды улар хаҡ дин тип ҡабул итте. Бер кем дә уны ҡылыс менән көсләп ҡушманы. Киреһенсә, ислам дине уны ҡорал көсө менән юҡ итергә ниәтләнгән шарттарҙа үҫте.
2.
Алла рәсүле Мәккәгә хажға барырға йыйынды. Хаж мәлендә кешеләр Ҡәғбәгә илдең бөтә мөйөшөнән дә килә торғайны. Мосолмандар Мәккәгә аҡ кейемдә дөйә менеп барырға йыйынды. Уларҙың һаны 1400 кешегә етте һәм улар ҡорал алманы. Ул көрәйештәргә һуғышырға йыйынмауҙарын, ә Изге йортта булып, уны тәбрикләргә килеүҙәрен иҫбатламаҡсы ине.
Мосолмандар юлда саҡта Алла рәсүленә бер кеше килеп:
– Көрәйештәр һинең килә ятҡаныңды белгән һәм, юлбарыҫ тиреһе ябынып, һиңә ҡаршы сыҡты. Улар һине Мәккәгә индермәҫкә ант итте, – тине.
Алла рәсүле һуғыш көҫәмәй ине. Ул тик Ҡәғбәлә генә булырға уйлағайны. Шуға:
– Һуғыш көрәйештәрҙең булмышын биләгән икән. Ни эшләп улар мине бүтән ғәрәп кешеһе кеүек күрмәй? Улар мине үлтермәксе инде. Мин үлһәм дә, йә Алла ярҙамы менән еңеү яулаһам да, улар төркөм-төркөм булып исламға инәсәк бит инде. Ни уйлай һуң көрәйештәр? Алла исеме менән ант итәм, Алла мине бәйғәмбәр итеп ебәргән маҡсатҡа өлгәшкәнсе – һәммәһе лә мосолман булғансы, йә үҙем шәһит ҡалғансы көрәште дауам итәсәкмен.
Мосолмандар үҙҙәрен көрәйештәр көтөп торған юлдан түгел, бүтән тарафтан китте һәм Мәккә ситенә имен-һау барып етте. Ошонда бәйғәмбәрҙең дөйәһе тубыҡланды. Кешеләр:
– Дөйә тубыҡланды! – тиеште.
Алла рәсүле:
– Дөйәне үҙ ваҡытында Мәккәгә филде индермәгән көс туҡтатты, – тине. – Әгәр көрәйештәр мине туғанлыҡты дауам итергә саҡырһалар, мин барам.
Бәйғәмбәр үҙенең ҡалаһын ярата ине. Мәккәлә һуғыш ҡупмауын, ҡан түгелмәүен теләне ул. Был хәүефһеҙлек ҡалаһы ине бит. Бәйғәмбәр юлдаштарына:
– Ошонда туҡтайбыҙ, – тине.
Кешеләр дөйәләрҙән төшөп, Мәккә янында лағыр ҡорҙо.
Ғәлим ХИСАМОВ тәржемәһе.