28.02.2014 Үҙебеҙҙең дин белгестәре кәрәк
Үткән йыл тарихи ваҡиғаларға бай булды. Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратының 225 йыллыҡ юбилейын билдәләү уңайы менән республикабыҙға Рәсәй Президенты Владимир Путин килде. Ул республикала лайыҡлы мосолман лидерҙарын әҙерләүсе мәҙрәсәләр булдырырға тәҡдим итте. Бигерәк тә йәштәргә һәм балаларға дөрөҫ дини тәғлимәт биреүгә иғтибар һәм көстө йүнәлтергә кәрәклеген, ислам дине буйынса белемле кадрҙар әҙерләүҙең көнүҙәк мәсьәлә булғанлығын белдерҙе.
Рәсәй тарихына байҡау яһаһаҡ, атай-олатайҙарыбыҙ араһында милли һәм дини бүленеш булмауына, бер-береһенә оло ихтирам, ярҙам күрһәтеүенә, шунлыҡтан ауыр һуғыш юлдарын бергәләп үтеп, еңеүҙәр яулауына һоҡланабыҙ.
Бына Башҡортостан мосолмандарының VII съезы үтеүгә лә бер аҙ ваҡыт уҙҙы. Әммә унда үткән йылдарҙағы эштәргә, мөһим ваҡиғаларға туҡталып, һығымта ла бирелмәне, етешһеҙлектәр ҙә телгә алынманы. Беҙҙә барыһы ла ал да гөл тип, киләсәккә бурыстар ҡуйылды. Ысынбарлыҡта хәл итәһе мәсьәләләр бар әле. Халыҡтың иманға ҡайтыуы тормошобоҙҙо үҙгәрткәндәй булһа ла, икенсе яҡтан, дингә ышыҡланып, яман эштәрен башҡарған, ҡурҡыныс идеологияны алып барған төркөмдәрҙе лә булдырҙы. Традицион диндән ситкә тайпылған йәштәрҙе күрергә теләмәүҙән мәсьәлә хәл ителерме? Ҡайһыһы аңлап, ә күптәре төшөнөп тә етмәйенсә хәүефле дини ағымдарға эйәрә. Шуға күрә иң әһәмиәтлеһе – мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе ошо тоҙаҡтан һаҡлап ҡалыу. Традицион динебеҙҙә уҡытыусы мөғәллимдәрҙең әҙерлекле булыуы мөһим. Дини ғилем биреүгә яуаплы ҡарарға кәрәк, осраҡлы кешеләрҙең уҡытыуын, курстар үткәреүен мотлаҡ туҡтатмаһаҡ, яҡшыға алып бармаҫ. Ни өсөн Башҡортостандан сыҡҡан дини кадрҙарҙың баһаһы юҡ? Ниңә уларға эшләргә тейешле шарттар тыуҙырмайбыҙ? Улар сит өлкәләрҙә мөфтөйҙәр, кәрәкле кадрҙар ролен уңышлы үтәй. Ә үҙ республикабыҙ мохтажлыҡ кисерә. Бының сәбәбе ниҙә?
Урал аръяғының үҙәк мәсеттәрендә Урта Азиянан килгән, Рәсәй гражданы булмаған остаздар дәрес бирә. Үҙебеҙҙә дини ғилем бирерлек кеше лә юҡ.
Әйтәйек, нисә йыл буйы Урал аръяғы мәсеттәрендә Хәйбулла, Сәид, Дауыт исемле сит милләт (Урта Азия) кешеләре уҡытты, ҡыҙҙарыбыҙҙың әле береһенә, әле икенсеһенә өйләнеп (рәсми булмаһа ла, никахлашып) бөттөләр. Арабыҙҙа Ислам университетын тамамлаған, дипломлы мөғәллимдәр ҙә бар ине бит. Ниңә уларҙы күтәрмәнеләр? Ҡыҫҡаһы, мәсеттәрҙе традицион юлда булған йәш имамдар менән тәьмин итеү – кисектергеһеҙ мәсьәлә. Икенсе ағымға эйәргән йәштәр араһында аңлатыу эштәрен әүҙем алып барырға кәрәк. Үҙебеҙҙең телдә тәрән йөкмәткеле күләмле дини китаптар әҙерләү ҙә – күптән өлгөргән мәсьәлә. Сөнки хәҙер йәштәр күпләп дингә килә. Улар дин йолаһын үтәүгә генә түгел, уның асылына төшөнөргә, был тәғлимәтте ныҡлап өйрәнеп, йәшәү рәүеше итеп алырға теләй. Дини етәксе уҡымышлы, юғары мәҙәниәтле, ғилемле, тәжрибәле һәм бөтә яҡлап аңлы булырға тейеш.
Фәтихә ҒАЗЗАЛОВА,
пенсионер уҡытыусы.