RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

21.02.2014 Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

5.
Бәйғәмбәр отряды менән Бадр уйһыулығына етте һәм ошонда быуа быуып, һыу тултыр­ҙы. Көрәйештәр ғәскәрен күргәс, күккә ҡарап:
– Раббым! Атлы ғәскәре менән ҡуша көрәйештәр килә. Һауалы булыуҙары арҡаһында улар һиңә һәм һинең рәсүлеңә ҡаршы һуғыш­ҡа сыҡты. Улар бәйғәмбәреңде алдаҡта ғәйепләй. Раббым, беҙгә вәғәҙә иткәнеңде бир һәм еңеү ебәр!
Мосолмандар һәм көрәйештәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы теҙелде. Көрәйештәрҙән берәү:
– Уларҙың быуаһынан һыу эсергә һәм уны ҡыйратырға Раббым алдында һүҙ бирәм, – тине.
Теге быуаға табан ҡуҙғалғас, Хәмзә ибн Әбделмоталлип уға ҡаршы сыҡты ла тәүҙә уның аяғын сабып өҙҙө, шунан быуа ярында үлтерҙе. Көрәйештәр сафынан өсәү сыҡты ла мосолмандарҙы һуғышҡа саҡырҙы.
– Мөхәммәт! Үҙеңдекеләрҙең араһынан иң көслөләрҙе сығар беҙгә ҡаршы! – тип ҡысҡыр­ҙылар.
Бәйғәмбәр:
– Өбәйҙә, Хәмзә менән Әли, баҫығыҙ ҡаршы! – тип бойорҙо.
Алыш башланды. Хәмзә дошманын үлтер­ҙе. Әли ҙә үҙ дошманын тиҙ үк еңде. Өбәйҙә лә еңеүгә өлгәште. Өс мосолман көрәйештең өс аҡһаҡалын түшәп һалды.
Шунан Мөхәммәт яҡлылар һәм көрәйештәр араһында уҡ атыш китте. Мөхәммәт үҙе яҡлыларға:
– Мөхәммәттең йәненә хужа булыусы ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, һуғыш яланында ауһа ла сигенмәҫ яугирҙарға ожмах кинәнесе вәғәҙә итә, – тине.
Ҡанлы һуғыш китте. Ике яҡ та ҡылыс алышына ташланды. Ҡоралдар дошман өҫтөнә төштө. Әбүйәһәл үлде. Мосолман батырҙары аяу белмәй һуғышты, мәжүсиҙәрҙең баштары оса торҙо. Мәккә һуғышсылары башлыҡтарының үлгәнен күргәс, ҡасырға тотондо. Мосолмандар уларҙы ҡыуа һәм тотоп әсиргә ала башланы. Әсиргә төшөүселәр араһында Өмәй ибн Хәләф тә бар ине. Уны күргәс, Билал Мәккәлә тегенән татыған язаларын иҫенә төшөрҙө. Мөхәммәтте яҡлаған өсөн сүлгә сығарып, ауыр таш аҫтына һалып ҡуйғанын нисек онотһон?
Билал:
– Өмәй ибн Хәләфтең башы! Һин ҡотолһаң, мин үләм! – тип вәғәҙәләне.
Билал дошманына ташланды һәм уны ҡылыстан үткәрҙе. Ул Бадр һуғышында үлтерелгән Көрәйеш аҡһаҡалдарының һуңғыһы ине.
Үле кәүҙәләрҙе мосолмандар Бадр уйһыу­лығындағы ҡойоларҙың береһенә ырғытты. Уларҙың өҫтөнә Алла рәсүле:
– Бына һеҙ үҙегеҙҙең Раббығыҙ вәғәҙә иткәнде алдығыҙ, ә мин үҙемдең Раббымдың вәғәҙәһендәгегә өлгәштем, – тине.
Мосолмандар:
– Алла рәсүле! Һин мәйеттәргә өндәшәһеңме? – тип аптыранылар.
– Ул мине һеҙҙән кәм ишетмәй, – булды яуап.
Бадрҙағы һуғыш мосолмандарҙың еңеүе менән бөттө. Ул Мөхәммәттең бер тигән еңеүе, көрәйештәрҙең хурлыҡлы ҡыйралыуы ине. Алла ихтыяры булһа, йыш ҡына аҙ һанлы ғәскәр ҙур көстө лә еңә.

Өһөт эргәһендә һуғыш

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Бадрҙағы һуғышта Мөхәммәт Көрәйеш ғәскәрен еңде. Унда әлеге ырыуҙың бик күп билдәле кешеһе үлде. Вафат булған көрәйештәрҙең балалары йыйылышып, Әбү­суфиян менән бүтән аҡһаҡалдар янына барҙы.
– Көрәйеш халҡы! Мөхәммәт беҙҙең иң яҡшы кешеләребеҙҙе үлтерҙе. Уның менән һуғышта беҙгә ярҙам итегеҙ, – тинеләр.
Бадрҙа үлтерелгән атай, бабай һәм улдар өсөн үс алмаҡсы булып Алла рәсүленә ҡаршы һуғыш асырға йыйынды улар. Көрәйеш­тәрҙең береһендә Әбис ырыуынан Вәхш исемле ҡол һөңгөнө бик оҫта бәрә һәм бик һирәк кенә яҙа ебәрә ине. Хужаһы шуға:
– Бүтәндәр менән ҡуша һин дә һуғышҡа кит. Әгәр минең бабамды һәләк иткән Мөхәм­мәттең ағаһы Хәмзәне үлтерһәң, азатлыҡ бирәм һиңә, – тине.
Әбүсуфиян етәкселегендә Көрәйеш кешеләре һуғышҡа китте. Утба ибн Рабыйҙың ҡыҙы Әбүсуфияндың ҡатыны Һиндә лә ире менән ҡуша китте. Ул яугирҙарҙы Мөхәммәт менән һуғышҡа дәртләндерҙе. Уның атаһы Утба менән ағаһы Әлвәлитте Хәмзә үлтергәйне. Шунан ҡон ҡайтармаҡсы булды Һиндә.

2.
Көрәйештәрҙең һуғышҡа ҡуҙғалғанын белгәс, бәйғәмбәр үҙенекеләрҙе Өһөт тауы янына алып сыҡты. Ғәскәр башлыҡтарын йыйып:
– Әгәр теләһәгеҙ, Мәҙинәлә тороғоҙ. Дошман ҡалаға яҡынлашһа, шунан алышҡа күтәрелербеҙ, – тине.
Бәйғәмбәр, дошманды ҡаланың үҙендә көтөп, тегеләр яҡынлашҡас, диуарҙан таш менән бәргеләү отошлораҡ булыр, тип уйлағайны. Был дөрөҫ ҡарар булды. Сөнки көрәйештәрҙең ғәскәре ҙур һәм уға ҡаршы асыҡтан-асыҡ сығыу хата булыр ине. Бәйғәмбәр һәм уның яҡлылар Мәҙинәлә ҡалһа, көрәйештәргә ҡаланы алыу бик ҡыйын­ға төшәсәк бит. Әммә был ҡарар йәш мосолмандарҙың күңеленә ятманы, улар асыҡ алышта һуғышырға теләне.
– Бәйғәмбәр! Беҙҙе дошманға ҡаршы алып сыҡ. Улар беҙҙе ҡурҡаҡ һәм хәлһеҙ тип белмәһен, – тип ҡысҡырыштылар.
Бәйғәмбәр килгәнгә тиклем Мәҙинә халҡының башлығы булған һәм король рәүешендә тәхеткә ултырырға самалаған Абдулла ибн Өбәйә:
– Алла рәсүле! Мәҙинәлә ҡал һәм дошман­ға ҡаршы сыҡма, – тине. – Әгәр беҙ ҡалала торһаҡ, ул беҙҙе бер ни ҙә эшләтә алмаясаҡ. Әгәр инде дошман беҙгә һөжүм итергә йыйын­һа, беҙ уны юҡ итәсәкбеҙ. Улар әле ҡайҙа, шунда ҡалһын, теймә, бәйғәмбәр, һәм уларҙан зыян аҙыраҡ булыр. Дошман ҡалаға инә ҡалһа, яугирҙарыбыҙ улар менән алышасаҡ, ә ҡатын-ҡыҙ һәм балалар өҫтән таш менән дөмбәҫләйәсәк. Әгәр һуғышмайынса ҡайтһалар, бер нәмәһеҙ ҡаласаҡтар.
Әммә йәштәр, дошманға ҡаршы сығыуҙы талап итеп, йәнә шаулаша башланы. Дошман Мәҙинәгә инһә, хурлыҡ буласаҡ. Бәйғәм­бәрҙең йәшәгән өйөнә инеп барғанын күргән ҡайһы бер кеше:
– Алла рәсүле беҙгә Мәҙинәлә ҡалырға ҡушҡайны, ә беҙ уны ҡаланан ситкә сығырға мәжбүр иттек. Былай эшләргә ярамаҫ ине беҙгә, – тиеште.
Һуғыш кейемдәре кейгән бәйғәмбәр өйөнән сыҡты. Уның ҡаршыһына кешеләр йүгерешеп барҙы:
– Алла рәсүле, үҙең ҡушҡанса бында ҡал.
Ул:
– Халыҡҡа һуғышырға һәм дошманға ҡаршы сығырға бойороҡ биргән бәйғәмбәргә үҙе яуҙа ҡатнашмай ҡалырға ярамай. Мин һеҙҙе кәңәш тоторға ҡорға йыйҙым, һеҙ дошманға йөҙмә-йөҙ баҫырға ҡарар иттегеҙ. Дошман менән осрашҡанда күңелегеҙ саф, ҡарарығыҙ ҡәтғи булһын, – тине.
Мосолмандар мәсеткә йыйылды. Улар бөтәһе меңгә яҡын яугир булды. Бәйғәмбәр ғәскәрҙе ҡарап сыҡты ла Мөсәб ибн Өбәйгә хәрби байраҡ тапшырҙы. Артабан бәйғәмбәр етәкселегендәге ғәскәр Мәҙинәнән сығып китте. Мосолмандар үҙҙәренең Раббыһы Ҡәғбәләге балбалдарҙан бөйөк икәнен раҫларға әҙер ине.

3.
Үҙенең кәңәшенә ҡолаҡ һалмайынса йәштәрҙең теләген өҫтөн ҡуйғаны өсөн Абдулла ибн Өбәйәнең бәйғәмбәргә асыуы килде. Үҙенең янында атлаған яугирҙарға боролоп, ул:
– Ул мине түгел, тегеләрҙе тыңланы. Шулай булғас, нимә хаҡына үлергә тейеш һуң беҙ? – тине.
Өс йөҙгә яҡын үҙенең яҡлылар менән Өбәйә кире боролдо. Бәйғәмбәр ҡалған ғәскәр менән юлын дауам итте һәм Өһөт тауы янына барып етте. Тау итәгендә лағырға туҡтанылар. Йәйәнән атыусылар күрше тауға урынлаштырылды һәм уларға теләһә ниндәй шартта ла бейеклектән китмәҫкә бойороҡ бирелде.
Ҡылыс менән ҡоралланған йәйәүле ғәскәр Көрәйеш яугирҙарын тығыҙ ҡулсаға алырлыҡ итеп иңгә-иң баҫтырылды. Әбүсуфияндың өс меңлек ғәскәренә ете йөҙ мосолман ҡаршы сығырға тейеш булды. Бәйғәмбәр үҙ ғәскәренең рухи күтәрелеше тегеләрҙекенән юғары икәнлегенә ныҡ ышана ине. Әгәр мосолмандарҙың һәр береһе уның бойороҡтарын теүәл үтәһә, исламдың дошмандарына ҡаты ҡыйралыш киләсәк ине.
Өһөт тауының итәгенә етәрәк йәйрәп ятҡан тигеҙлектә Көрәйеш ғәскәре күренде. Улар Мөхәммәттең ғәскәре менән күҙгә күҙ текәлгәнсе килде. Ғәҙәттәгесә, һуғыш ике яҡ батыр­ҙарының алышы менән башланды. Көрәйештән Әбүталха ибн Әбүталип сыҡты.
– Кем минең менән алыша? – тип һөрәнләне ул. Мосолмандарҙан берәү ҙә ҡуҙғалманы. Теге йәнә ҡысҡырҙы:
– Кем минең менән алышҡа әҙер?
Ҡаршы яҡтан өндәшеүсе табылманы. Әбүталха:
– Мөхәммәт яҡлылар! Һеҙ бит, һуғышта шәһит булған кеше туп-тура ожмахҡа инә, тиһегеҙ, алдаҡсы икәнһегеҙ ҙә һеҙ. Юҡһа үҙегеҙҙән кем дә булһа майҙанға сығыр ине.
Мосолмандар сафынан Әли ибн Әбүталип алға атланы. Улар ҡылыстарын сатраш­ландыр­ҙы. Әбүталха дошманына үҙенең көсө етмәҫен тойҙо һәм ҡаса башланы. Әли тегене ҡыуып та етте, башын сабып та өҙҙө.
Һуғыш башланды. Мосолмандар:
– Үлем! Үлем! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра тауҙан алға ташланды. Улар мәжүсиҙәрҙе ҡыҫырыҡлай башланы. Көрәйештәр атлыларының командиры Хәлит ибн Әлвәлит Мөхәммәт ғәскәренең артына үтеп инер өсөн быларҙы әйләнеп сығырға маташты. Әммә бер ни ҙә эшләй алманылар. Сөнки йәнәш тауҙа урынлашҡан мосолмандарҙың уҡсылары былар өҫтөнә уҡ ямғыры яуҙырҙы һәм атлылар кире боролорға мәжбүр булды. Тегендә лә, бында ла уңышһыҙлыҡҡа осраған дошман ҡаса башланы. Мосолмандар иһә быларҙы артынан ҡыуаһы урынға улъя йыйыр­ға тотондо ла китте. Командир уларға:
– Алла рәсүле бойороҡһоҙ сафтан сыҡмаҫҡа ҡушты, – тип ҡысҡырҙы.
Һалдаттар:
– Дошман еңелде бит инде, беҙҙекеләр улъя йыя, – тиеште.
Алла бәйғәмбәренең бойороғон үтәмәйенсә уҡсылар улья сүпләргә тотондо. Быны күргән Хәлит ибн Әлвәлит, ул оҫта хәрби етәксе ине, атлыларын кире борҙо һәм уҡсылар­ҙың артына инеп һөжүм яһаны. Быларҙан һаҡланабыҙ тип, уҡсылар Өһөт менән йәнәш тау араһындағы үҙ кешеләренә ата башланы. Мөһәжир менән ансар һуғышсылары уҡ тейеп йығылды. Көтөлмәгән ошо хәл яуҙы үҙгәртте лә ҡуйҙы. Тәүҙә еңеүҙе ҡулында тотҡан мосолмандар һөжүмде кире ҡағыусыға әүерелде.
Хәмзәне күреп ҡалған Вәхш һөңгөһөн күтәреп тегегә янаны ла ҡоралын тегегә тоҫҡап бәрҙе. Хәмзә үлемесле яраланып ергә ауҙы. Вәхш дошманының янына барып, һөңгөһөн һурып алды һәм Һиндәне эҙләп китте. Уйы – Бадрҙағы һуғышта атаһы менән ағаһын үлтереүсенең юҡ ителеүе тураһында әйтеү ине.
Шуны ишеткән Һиндә Хәмзәнең кәүҙәһе эргәһенә йүгереп килде лә эсен ярып, бөйөрөн тартып сығарҙы һәм нәфрәтен баҫа була быны ашарға йыйынды. Ошо мәл мосолмандар Мөхәммәттән алыҫлашҡан саҡ ине. Уның янында Әли, Өмәр менән Әбүбәкер һәм бер нисә һаҡсы ғына тороп ҡалғайны. Өмөмәрә исемле яугирҙарға һыу ташыусы мосолман ҡатыны Мөхәммәттең яңғыҙ тиерлек ҡалыуын күрҙе лә ҡулындағы күн күнәген ташланы һәм бәйғәмбәргә ярҙамға йүгерҙе. Ошо ваҡытта быларға ҡаршы бер көрәйеш:
– Күрһәтегеҙ миңә Мөхәммәтте! Мин үлһәм-үлермен, әммә ул да ҡотола алмаҫ! – тип ҡылысын болғап йән-фарман ташланды. Өмөмәрә бының ҡаршыһына баҫты. Көрәйеш ҡылыс менән сабып ҡатынды яраланы. Өмөмәрә тегегә ике тапҡыр сабып өлгөрҙө һәм ир ҡасты. Кемдер берәү: “Мөхәммәт үлде!” – тип һөрәнләне. Әбүсуфиян Мөхәммәт дөмөктө тип уйланы һәм һуғышты туҡтатырға ҡушты. Ул бит бында Мөхәммәтте үлтерергә һәм Хәмзәнән үс алырға килгәйне. Көрәйеш байрағы янына һуғышсылар йыйылды.
Мосолмандарҙан берәү Мөхәммәтте күреп ҡалды ла:
– Аллаға шөкөр! Алла бәйғәмбәре иҫән! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Әммә бәйғәмбәр уға, шаулама, тип ишараланы. Әбүсуфиян үлектәр араһында Мөхәммәттең кәүҙәһен эҙләне. Таба алмағас, хәүефкә ҡалды. Ул:
– Тереләр араһында Мөхәммәт бармы? – тип ҡысҡырҙы.
Бәйғәмбәр:
– Яуап бирмәгеҙ уға, – тип тыйҙы.
Әбүсуфиян:
– Тереләр араһында Әбүбәкер бармы? – тип һөрәнләне.
Бәйғәмбәр:
– Өндәшмәгеҙ, – ти һалды.
Әбүсуфиян:
– Тереләр араһында Ибн Әлхатаб бармы? – тине.
Яуап ишетелмәгәс, Әбүсуфиян:
– Тимәк, улар барыһы ла үлгән. Тере булһалар, өндәшерҙәр ине, – тине.
Өмәр түҙмәне:
– Алдайһың һин, Алла дошманы, – тип яр һалды. – Алла үҙеңде көлкөгә ҡалдырып мыҫҡыллаясаҡ.
Мосолмандар һуғышты дауам итмәк булды. Әбүсуфиян:
– Бөгөнгө көн һеҙгә Бадрҙағы хәл өсөн яуап ул, – тине. – Әлүзза бөгөн беҙҙе ҙурланы, ә һеҙҙең Әлүззағыҙ юҡ. Шуға беҙ еңдек, – тип, артабан һуғышмаҫҡа ҡушты.
Өмәр:
– Беҙҙең Раббыбыҙ – Алла. Ә һеҙҙең Аллағыҙ юҡ, – тип яуапланы.
– Киләһе йыл яңынан Бадрҙа осрашырбыҙ, – тине Әбүсуфиян.
– Эйе, осрашырбыҙ әле, – тип ҡуйҙы Өмәр.
Әбүсуфиян кешеләрен йыйҙы ла Мәккәгә ҡайтып китте. Бәйғәмбәр, һуғыш эҙемтәләрен барларға тип, тауҙан төштө. Ағаһы Хәмзәнең йәнһеҙ кәүҙәһен күргәс, күҙҙәренә йәш, йөрәгенә хәсрәт тулды.
Алла рәсүленең бойороғон үтәмәү арҡаһында килгән еңелеүҙе мосолмандар бик ауыр кисерҙе. Киләсәктә хатаны төҙәтеп буласаҡ әле тигән фекер генә ҡайғыны бер аҙ еңеләйтте.

Ғәлим ХИСАМОВ тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?