07.02.2014 Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
Ун дүрт быуаттан ашыу ваҡытта Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге бәйғәмбәре Мөхәммәт ибн Абдулла тураһында яҙыусылар, шағирҙар, тарихсылар, ғалимдар төрлө әҫәр, тарихи һүрәтләмә, дастан йә ғилми хеҙмәтте күп яҙған. Әммә уның хаҡында башҡорт телендә тәржемәләр юҡ ине. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо тураһындағы хикәйәләрҙең яҙыусы Ғәлим Хисамовтың башҡорт телендәге тәржемәһе гәзитебеҙҙә былтыр июль – сентябрь айҙарында донъя күргәйне. Уҡыусыларыбыҙ тарихи дини хикәйәләрҙе яратып ҡабул итте. Түбәндә әҫәрҙең дауамын бирә башлайбыҙ.
Ауыр көндәр
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Көндәрҙең береһендә Өмәр ибн Әлхаттаб биленә ҡылыс тағып, ҡайҙалыр сығып китте. Юлында берәү тап булып:
– Ҡайҙа киттең, Өмәр? – тип һораны.
Өмәр, ярһып:
– Миңә хыянатсы Мөхәммәтте табырға кәрәк. Ул көрәйештәр араһында дошманлыҡ сәсә, беҙҙең динде һәм хоҙайыбыҙҙы мыҫҡыллай. Үлтерәм мин уны! – тип ҡысҡыра.
Теге кеше:
– Алла шаһит, һин үҙ-үҙеңде һуҡыр яһайһың, Өмәр! Мөхәммәтте үлтерһәң, Әбделманафтың туғандары һине һис ни булмағандай йәшәтер тип уйлайһыңмы? Өйөңә ҡайтып, ғаиләңдең хәлен рәтләһәң, яҡшыраҡ булмаҫмы? – тине.
– Ә минең ғаиләмә ни булған? – тип аптыраны Өмәр.
– Һеңлең Фатима, уның ире Сәйет күптән мосолман булды һәм Мөхәммәт артынан дин тота.
Асыуынан шартларҙай булған Өмәр Фатима менән уның ире янына йүгерә-йүгерә китте. Был ваҡытта бер мосолман тегеләргә Таһа сүрәһен уҡып ултыра ине. Өмәрҙең аяҡ тауышы ишетелгәс, мосолман йәшенә һалды, ә Фатима сүрә яҙылған ҡағыҙҙы күрһәтмәҫ өсөн өҫтөнә ултырҙы. Өй янына еткәс, Өмәр сүрә уҡыған тауышты ишеткәйне инде. Шуға һеңлеһенән:
– Кем нимә мығырланы бында? – тип һораны.
Һеңлеһе менән кейәүе:
– Һин берәй нәмә ишеттеңме? – тине.
– Хоҙай шаһит, миңә һеҙ Мөхәммәттең дин эшендә эйәреп йөрөйһөгөҙ икән тинеләр, – шулай тине лә, Өмәр кейәүе Сәйеткә һуғып ебәрҙе. Фатима ирен яҡларға ташланды. Өмәр уға ла һуғып, йәрәхәтләне, ҡан ағып китте. Шул саҡ Фатима:
– Эйе, беҙ мосолман булдыҡ. Аллаға һәм уның бәйғәмбәренә ышанабыҙ. Беҙҙе, ни теләһәң, шулай ит! – тине.
– Бир миңә бая уҡып ултырған ҡағыҙҙы. Мөхәммәт ни килтерә икән һеҙгә, күрәйем!
Һеңлеһе:
– Беҙ һиңә яҙыуҙы бирергә ҡурҡабыҙ.
– Ҡурҡма!
Өмәр, ҡулъяҙманы уҡығас та, кире бирәм, тип үҙ хоҙайҙары исеме менән ант итте. һеңлеһе Өмәрҙең исламға күсеүен бик теләй ине.
– Ағай! Һин мәжүси булғанға күрә бысраҡһың, ә сүрәле ҡағыҙҙы тик таҙа ҡуллы кеше генә тота ала.
Өмәр йыуынып килде. Шунан ғына Фатима уға Таһа сүрәһе яҙылған ҡағыҙҙы бирҙе. Уҡығас, Өмәр:
– Ҡайһылай матур яҙылған изге һүҙҙәр, – тине.
Быны ишеткәс, бая йәшенгән кеше сыҡты ла, шатланып, Өмәргә:
– Өмәр! Бәйғәмбәрҙең намыҫы аша Алла һине үҙ иткән икән. Уҙған төндө үҙ ҡолағым менән бәйғәмбәрҙең: "Раббым! Исламды Әбүәлхәким ибн Хишам, йә Өмәр ибн Әлхаттаб менән көсәйт. Аллаға ялбар, Аллаға!" – тигәнен ишеттем, – тине.
– Мине Мөхәммәткә алып барығыҙ. Ул хәҙер үк мине исламға алһын! – тине Өмәр. Өмәр исламды ҡабул итергә китте.
2.
Кешеләрҙең яңы дингә күсеүе Көрәйеш ырыуы халҡының йәнен ныҡ көйҙөрҙө. Уларҙың башлыҡтары Мөхәммәтте үлтерергә булды. Был турала ишеткән Әбүталип Әбделмоталлип нәҫелен йыйҙы һәм улар Алла рәсүлен ҡаланың нығытылған яғына килтереп, шунда булыуы ихтимал үлтереүселәрҙән һаҡларға бойороҡ бирҙе. Мөхәммәт ҡатыны Хәҙисә һәм мосолмандар менән бергә шунда йәшенде. Әбделмоталлиптың нәҫеле Мөхәммәтте үҙ ҡанаты һәм һағы аҫтына алғанды белгәс, көрәйештәр Мөхәммәт яҡлылар менән араны өҙөргә, шул иҫәптән сауҙа итмәҫкә, ҡыҙ бирмәҫкә, алмаҫҡа һүҙ ҡуйышты. Был турала ҡарар сығарып, уны яҙып, Ҡәғбәнең эске яғына элеп ҡуйҙылар.
Мәжүсиҙәр мосолмандарҙы ҡамауға алды. Тегеләрҙең ашарына ла бөттө. Балалар асығып иларға тотондо. Өҫтәүенә, һуңғы өс йыл рәттән килгән ҡоролоҡ арҡаһында ризыҡ былай ҙа таҡы-тоҡо ғына ине. Бер көн бәйғәмбәр Әбүталип янына килеп:
– Алла көрәйештәр яҙып элгән ҡарарға ҡаты ҡырмыҫҡаларҙы ебәргән. Тегеләр ҡарарҙың яҙыуын ашап бөткән, "Алла" һүҙе яҙылғанды ғына ҡалдырған, – тине.
Әбүталип:
– Был турала һиңә Раббың хәбәр иттеме? – тип һораны.
– Эйе, – тине бәйғәмбәр.
– Улай булғас, ни эшләп беҙ үҙебеҙ бикле ултырабыҙ һуң?
Әбүталип Көрәйештең аҡһаҡалдарына барып:
– Алла һеҙҙең ғәҙел түгел ҡарарығыҙға ҡаты ҡырмыҫҡаларҙы ебәргән. Тегеләр ҡағыҙығыҙҙы ашап бөткән, – тине.
Аҡһаҡалдар Ҡәғбәгә барһа, ысынлап та, ҡарар яҙылған ҡағыҙҙан арлы-бирле киҫәк кенә ҡалған. Тегеләр, ҡурҡыуға төшөп, мосолмандарҙы ҡамауҙан сығарған.
3.
Хәҙисә һуңғы өс йылда үҙенә, Мөхәммәткә һәм бөтөн мосолмандарға төшкән ҡыҫымды башына ла килтермәгәйне. Көрәйештәр уларҙы төрлө язаға тарттырҙы, аслыҡҡа ла дусар итте. Хәҙисә был тиклем һынауҙар кисерергә күнекмәгәйне, өйөнә ҡайтҡас, ятып ауырыны. Мөхәммәт һәр саҡ янында булды, хатта күҙ асып йомған араға ла ташлап китмәне. Бүтәндәр алдаҡта ғәйепләгәндә лә Хәҙисә иренә ышанды. Башҡа таяныс ҡалмағанда ла ул иренә төшөнкөлөккә бирелергә юл ҡуйманы. Динһеҙҙәр уны эҙәрлекләгәндә күңелен күтәрергә тырышты. Хәҙисә уға яҡшы ҡатын һәм һәйбәт ярҙамсы булды.
Хәҙисә өс көн ауырыны ла иренең ҡулында вафат булды. Мөхәммәт ысын күңелдән ярата ине уны, шуға бик ныҡ иланы. Юғалтыу ҡайғыһы баҫты ирҙе.
4.
Был йыл ҡайғылы ваҡиғаларға тулы булды. Хәҙисә үлде, ҡайғынан Әбүталип та аяҡтан яҙҙы. Әбүталиптың ҡаты ауырығанын белгәс, Көрәйештең аҡһаҡалдары:
– Хәмзә менән Өмәр мосолман булды. Мөхәммәттең өндәмәһенә Көрәйештең һәр нәҫел араһында ла ҡушыла бара. Әйҙәгеҙ, Әбүталипҡа барайыҡ, – тиеште.
– Әбүталип! Үҙең беләһең, һин дә беҙҙең һымаҡһың. Шуға һинең өсөн хафаланабыҙ. Һинең һәм ҡустың менән беҙҙең арала ни булғаны үҙеңә мәғлүм, ни хәл итәһең, әйҙә уныһы – үҙенсә, беҙҙеке үҙебеҙсә булһын. Ул беҙгә теймәһен, беҙ уны бимазаламайбыҙ. Беҙҙең динебеҙ үҙебеҙсә ҡалһын, – тинеләр.
Әбүталип Мөхәммәтте саҡыртып кеше ебәрҙе. Теге килгәс, Әбүталип:
– Ҡустым, былар – һинең халҡыңдың аҡһаҡалдары. Улар бер һүҙҙән, һинеке үҙеңсә, уларҙыҡы үҙенсә булһын, тип килгән, – тине.
Алла рәсүле:
– Ағай! Улар бөтөн ғәрәпте үҙенә буйһондорасаҡ, ғәрәп түгелдәр өҫтөнән хакимлыҡ бирәсәк бер генә һүҙ әйтһен, – тине.
Әбүйәхел:
– Һинең ейәнең менән ант итәм, ысынлап та, шулай, ун һүҙ тиһәң дә, барыбер шулай.
– Алланан башҡа илаһ юҡ, Унан башҡа берәүгә лә табынмаясаҡһығыҙ тип әйтегеҙ.
Аҡһаҡалдар үҙ-ара бәхәсләшергә тотондо.
– Был кеше беҙгә кәрәкте бирмәйәсәк. Беҙ үҙебеҙҙең аталарыбыҙҙан ҡалған динде тотасаҡбыҙ. Беҙҙең менән уның араны Алла үҙе хөкөмләһен, – тинеләр.
Аҡһаҡалдар ҡайтышты. Әбүталип Мөхәммәткә:
– Һин уларҙан күпте һораманың да инде? – тине.
Алла рәсүле ағаһының мосолман булыуын бик теләй ине.
– Ағай, бәлки, ул һүҙҙе һин әйтерһең, – тине.
Әбүталип тантаналы итеп:
– Ҡустым, әгәр көрәйештәрҙең, был үлемдән ҡурҡып, исламға күсте, тип әйтерҙәренән шикләнмәһәм, ул һүҙҙе һис икеләнмәй әйтер инем, – тине.
Әбүталип үлде. Мөхәммәт йәнә ҡайғыға тарыны. Ул үҙен көрәйештәрҙең төрлө хөсөтөнән ҡурсалап торған кешеһен юғалтты. Уғаса үҙенә ял һәм тыныслыҡ бирә алыусы һөйөклө ҡатынынан ҡалғайны.
5.
Әбүталип үлгәс, көрәйештәрҙең Алла рәсүленә хөсөтө тағы ла артты. Ул оҙаҡ уйлағас, үҙен дошмандарынан һаҡлар, кешеләре ислам динен ҡабул итер тип, Мәккәнән Таифҡа китергә булды. Унда барғас, Мөхәммәт ошонда көн күргән Сәҡиф ырыуына етәкселек иткән өс ағай-эне янына китте. Ырыу юлбашсыларын исламды ҡабул итергә өндәй башланы. Уларҙың береһе, мыҫҡыллап:
– Алла беҙгә ебәрергә һинән дә йүнлерәк кеше тапмағанмы? – тине.
Унан ырыу башлыҡтары Мөхәммәттең үҙенән көлөргә тотондо. Ни эшләһен рәсүл, китеп барҙы. Әммә тегеләрҙән былай ғына ҡотола алманы. Тегеләр ҡолдарға уны төрлөсә мыҫҡылларға, әрләргә, таш бәрергә ҡушҡан. Аҙым яһауы булды, быға таш осто. Аяҡтарындағы һанһыҙ йәрәхәтенән ҡан һарҡый, әммә Мөхәммәт һыҙланыуҙы түҙем кисерҙе.
Эҙәрлекләүселәренән айырылғас, ул ағас күләгәһенә ял итергә ултыра. Күккә ҡарап, табыныу һүҙҙәрен ҡабатлай.
Мөхәммәттең бәләгә тарығанын ике кеше күреп торған икән. Улар Аддас исемле бер малайҙы саҡырып ала ла:
– Бына һиңә һауыт. Шуға йөҙөм һал да, анау кешегә илтеп бир. Аша, тиң, – тине.
Аддас йөҙөмдө Мөхәммәт алдына илтеп ултырта.
Мөхәммәт "Алла хаҡына" тип һауытҡа ҡулын һуҙа.
Аддас уға ҡарап:
– Был яҡтағы кешеләр "Алла хаҡына" тип әйтмәй, – ти.
Алла рәсүле:
– Ә һин ҡайҙанһың, Аддас? Динең ниндәй? – тип ҡыҙыҡһына.
– Аинава яғында йәшәйем мин, христиандарҙан.
– Динсе Йуныс ибн Маты ауылынанмы ни? – тип һорай Алла рәсүле.
Аддас:
– Ә һин Йуныс ибн Матыны ҡайҙан беләһең? – тип аптырай.
– Ул – минең туғаным, – ти Мөхәммәт. – Ул бәйғәмбәр, мин дә бәйғәмбәрмен.
Аддас Мөхәммәт алдында баш эйә. Маңлайын, ҡулын, аяғын үбергә тотона.
Ныҡ кеше булараҡ, бәйғәмбәр Мәккәгә кире ҡайта ла, теләһә ниндәй ҡыйынлыҡҡа ла әҙер булып көтә башлай. Ул ауырлыҡ һәм ҡайғынан һуң һис шикһеҙ шатлыҡ килерен, ҡыйынлыҡтан һуң еңеллек булырын белә бит.
Йәсрибҡа күсенеү
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Алла рәсүле, кешеләрҙе исламға күсергә өндәп, ғәрәп ырыуҙарына йөрөй башланы.
Бер ырыуға барғас:
– Мин Алланың һеҙгә ебәрелгән бәйғәмбәре. Мин һеҙгә, Уны бер кемгә лә, бер нәмәгә лә тиңләмәйенсә һәм ҡатнаштырмайынса, Аллаға табынырға ҡушам, – тине.
Сәсен икегә ярып үргән ҡылый Әбүләһәб:
– Ул – алдаҡсы. Ышанмағыҙ шуға! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Алла бәйғәмбәре бүтән ырыуға барып:
– Кешеләр! Алланан башҡа илаһ юҡ, тип әйтегеҙ һәм һеҙ уңырһығыҙ, – тине.
Әбүләһәб уға тупраҡ бәрә-бәрә:
– Ышанмағыҙ уға! Ул һеҙҙе үҙегеҙҙең хоҙайҙарығыҙҙан яҙҙырмаҡсы була! – тип һөрәнләне.
Алла рәсүле исламға өндәп, үлтереүҙәрҙән ҡурсау эҙләп, ырыуҙан-ырыуға йөрөнө. Ул Алла ҡушҡанды кешеләргә еткереү өсөн тырышты. Әммә бөтөн ырыуҙарҙа ла:
– Әгәр ул яҡшы булһа, унан кешеләр баш тартмаҫ ине, – тип тыңларға теләмәнеләр.
2.
Йәсрибта (Мәҙинәлә) Ауыс һәм Һәҙрәт тигән ике ғәрәп ырыуы йәшәй ине. Улар мәжүсиҙәр булды. Ә күршеләре Богҡа табынған йәһүдтәр ине. Йәһүдтәр күп түгел. Ике арала һуғыш сығырҙай булһа, йәһүдтәр:
– Бәйғәмбәрҙең ваҡыты етте. Беҙ уның артынан эйәреп һәм уның ярҙамы менән һеҙҙе еңәсәкбеҙ, – ти торғайны.
Йәсрибтың ғәрәптәре был һүҙҙе ишеткәйне инде. Шуға Алла кешеләрҙе хәҡиҡәт юлына сығарыр өсөн үҙенең бәйғәмбәрен ебәререн дә белә ине.
Хаж ваҡыты еткәс, Йәсрибтың бер нисә ғәрәбе Мәккәгә табыныу өсөн килде. Бәйғәмбәр, уларҙы осратып:
– Һеҙ кем? – тип һораны.
– Һәҙрәт ырыуынан беҙ.
– Һеҙ йәһүдтәрҙе таныйһығыҙмы?
– Эйе.
– Ултырып һөйләшергә риза булмаҫһығыҙмы? – тине бәйғәмбәр.
Ултырыштылар. Рәсүл уларҙы Аллаға табынырға һәм исламды ҡабул итергә саҡырҙы, Ҡөрьән сүрәләрен уҡыны. Шунан тегеләр үҙ-ара:
– Ҡарағыҙ әле, был бит йәһүдтәр һөйләгән теге бәйғәмбәр ҙә баһа, – тиеште. – Ул беҙгә үҙе килгән.
Ғәрәптәр исламды ҡабул итә һәм бер йылдан йәнә осрашырға һүҙ бирә.
3.
Мөхәммәт менән күрешкәндән һуң ғәрәптәр Йәсрибҡа ҡайта һәм үҙҙәренең исламды ҡабул итеүҙәре тураһында белдерә. Улар бүтәндәрҙе лә яңы дингә күсергә өгөтләй. Ислам бик тиҙ таралды, оҙаҡламай Йәсрибта Алла бәйғәмбәрен – именлек уға – иҫкә алмаған бер генә ғәрәп ғаиләһе лә ҡалманы.
Ваҡыт үтә торҙо. Бына яңынан хаж ҡылыр ваҡыт етте. Йәсрибтың иң күренекле ун ике кешеһе Мәккәгә китте һәм унда Алла рәсүле менән осрашты. Улар Алланы бер нәмәгә лә тиңләмәҫкә, урлашмаҫҡа, фәхишәлек итмәҫкә, үҙ балаларын үлтермәҫкә бәйғәмбәргә ант итте.
Хаж тамамланғас, ғәрәптәр Йәсрибҡа кире ҡайтты. Аллаһ рәсүле уларға эйәртеп Мусаб ибн Өмәрҙе ебәрҙе. Уға кешеләргә Ҡөрьән уҡырға, уның ҡағиҙәләрен өйрәтергә ҡушты.
Ғәлим ХИСАМОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).