RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡөрьән – хаҡ китап

28.01.2014 Ҡөрьән – хаҡ китап

Ҡөрьән – хаҡ китапҠыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда кешелектең асылы йотола барғандай. Әҙәм балаһы, үҙ булмышына ҡул һелтәп, киң мәғлүмәт саралары, телевидение нимә өйрәтә, шуны ҡабатлай башланы. Шуға ла кешенең фекерләү ҡеүәһе аҡһай, үҙ көсөн юғалта.
Бәйһеҙ тормош алып барған, төнгө клуб­тар­ҙа күңел асҡан, хыянатсы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр хаҡындағы төрлө мәғәнәһеҙ сериалдарҙы балауыҙ һыға-һыға йәки шарҡылдап көлә-көлә ҡарай торғас, ысын мәғәнәһендә заман афәтенә әйләнгән күренештәргә ғәп-ғәҙәти хәл кеүек ҡарай башланыҡ түгелме, йәмәғәт?
Нимә ашау, нимә кейеүгә тиклемен дә шул уҡ киң мәғлүмәт саралары өйрәтә. Үҙ зауығыңа, булмышыңа тап киләме, килешәме ул һиңә, юҡмы, был хаҡта баш ватып, уйланып тороу юҡ. Һинең өсөн барыһын да хәл иткәндәр инде. “Главное – это модно”, йәнәһе. Хәҙерге көндә яланғас йөрөү модала шикелле. Ҡайҙа ҡарама – ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙ. Дамир ағай Шәрәфетдинов әйтмешләй, урамда «төрөсиксән» ҡыҙҙар күбәй­ҙе. Оят тигәне лә юҡ. Килешһә, бер хәл. Киң мәғлүмәт сараларында фитнес, буй-һынды тәртиптә тотоу хаҡындағы тапшырыуҙар ҙа етерлек.
Интернеттан, мәғәнәһеҙлекте, фәхишәлекте күрһәткән телевизорҙан айырылып, саҡ ҡына уйланһаңсы, әҙәм балаһы. Ғүмер буйы байлыҡ туплап, аҙаҡ уларҙы кемгәлер ҡалдырып китеү, ашап-эсеү өсөн генә йәшәйме ни кеше? Тән матурлығыңды һатып, төнгө клубтарҙа күңел асыуҙамы ни бәхет?
Сәғәттәр буйы телевизор, компьютер алдында ултырырға ваҡыт тапҡан кеше ни өсөн барлыҡ һорауҙарға яуап биргән, мөғжизәләр тулы Ҡөрьәнде уҡырға ваҡыт бүлә алмай һуң? Уйлап табылған сит планета кешеләренә ышанып, бот сабып аптыран­ғансы, эргә-тирәбеҙҙәге мөғжизәгә торошло хәлдәргә, күренештәргә иғтибар итергә кәрәк. Мең дүрт йөҙ йыллап элек төшөрөлгән Китапта кешелек өсөн яңыраҡ ҡына асылған асыштар хаҡында хәбәр ителгән бит. Шулар хаҡында уйланыу, шул аяттарға күҙ һалыу кешене үҙ асылына ҡайтарырға тейеш.
Ҡөрьәндә һүрәтләнгәнсә, яралғының әсә ҡарынында үҫеү этаптарын ғына алып ҡарайыҡ. “Унан һуң шул мәней тамсыһын ойошҡан ҡан (яралғы) хәленә килтерҙек, ҡанды епсел-епсел ит иттек, уны һөйәккә (һөлдәгә) әүерелдерҙек, шул һөйәктәрҙе ит менән ҡапланыҡ һәм уны башҡа рәүешкә (кеше сүрәтенә) килтереп, хасил иттек. Барлыҡҡа килтереүселәр­ҙең иң маһиры – Аллаға маҡтау!” (“Әл-Муъминун”, 14). Бында әсә ҡарынындағы ярал­ғының иң тәүҙә һөйәктәре формалашыуы, аҙаҡ уларҙың ит менән ҡапланыуы хаҡында бәйән ителә. Эмбриология фәнендә, ΧΧ быуатҡа тиклем һөйәктәр менән ит ҡатламы бер юлы барлыҡҡа килеп үҫешә башлай, тигән фекер йәшәп килә. Хатта, Ҡөрьән фәнгә ҡаршы килә, тигән ғәйеп тә ташлай ғалимдар. Әммә яңынан-яңы тикшеренеүҙәр изге Китап­тағы аяттың кире ҡаҡҡыһыҙ дөрөҫлөк икәнен асыҡлай.
Күптәребеҙгә мәғлүм булыуын­са, бер-береһе менән осрашып та, бергә ҡушылып, буталып китмәгән, һәр береһе үҙенең үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡал­ған ике һыу ят­ҡылығы бар. Мә­ҫәлән, Төньяҡ диңгеҙ менән Балтик диңгеҙе, Урта диңгеҙ менән Атлантик океан, Ҡыҙыл диңгеҙ менән Һинд океаны, Суринам йылғаһы менән Атлантик океан. Был һыу ятҡылыҡтары бергә тоташҡан хәлдә лә ҡушылмай, үҙ төҫөн, үҙенсәлектәрен, тереклек донъяһын һаҡлап ҡала. Бының сәбәбе: улар араһында ниндәйҙер кәртә булыуы, уларҙың тығыҙлыҡ һәм тоҙлолоҡ айырмаһы. Был хаҡта кешеләр океанология фәне хаҡында хәбәр­ҙар булмаған саҡта уҡ аяттар төшөрөлөүе бик ғәжәйеп хәл. “Ул ике диңгеҙҙе йәнәш ҡуйыусы. Береһе – татлы, сөсө, икенсеһе – тоҙло, әсе. Ул араларына кәртә һәм йырып сыға алмаҫлыҡ ҡаршылыҡ ҡуйҙы” (“Әл-Фурҡан”, 53). “Ул бер-береһе менән осрашҡан ике диңгеҙҙе ҡушты. Улар араһында йырып сыға алмаҫлыҡ кәртә бар” (“Әр-Рахман”, 19 – 20). Бындай һыу ятҡылыҡтары хаҡында ғалимдар тик ΧV быуатта ғына асыштар яһаған бит.
Тере организмдарҙың 50 – 90 проценты һыуҙан тороуын фән дүрт быуат самаһы элек иҫбатлаған. Ә Ҡөрьәндә бит был хаҡта күптән хәбәр ителгән: “Алла һәр йәнлене һыуҙан яралтты. Улар­ҙың ҡайһы берҙәре ҡор­һағында шыуы­ша, ҡайһы берәүҙәре ике аяғында йөрөй, һәм ҡайһылары – дүрт (аяҡта). Алла ни теләй, шуны барлыҡҡа килтерә. Ысынлап та, Алланың бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә” (“Ән-Нур”, 45).
Әлбиттә, бындайыраҡ фәнни феномендар хаҡында Ҡөрьәндә әллә күпме аят бар. Үрҙә һанап үтелгәндәре – шуларҙың бары тик бәләкәй генә бер өлөшө. Оялмайынса: “Ҡөрьән уйлап табылған”, – тип гәп һатыу­сылар ҙа осрай. Яңыраҡ ҡына билдәле булған асыштар хаҡында 1400 йыллап элек үк нисек билдәле булған һуң ул сағында? Ә бит изге Китаптың быуаттар буйы бер хәрефе лә үҙгәрмәгән. Кешелеккә дөрөҫ йәшәү өсөн йүнәлеш булған Китаптың аяттарын Мөхәммәт бәйғәмбәр (Саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) еткергән. Ул бит бары тик ябай көтөүсе генә булған. Уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән. Быныһы Аллаһы Тәғәләнең үҙенә күрә бер хикмәте. “Һин быға тиклем бер Китапты ла уҡыманың һәм уны үҙ ҡулың менән күсереп яҙманың. Юғиһә ялған артынан эйәреүселәр шиккә төшөр ине” (“Әл-Ғәнкәбүт”, 48). Әгәр ҙә ул уҡымышлы булған булһа, хәҡиҡәтте ҡабул итергә теләмәүселәргә шул тиклем гүзәл итеп төҙөлгән, бер етешһеҙлеге, ҡаршылыҡлығы булмаған Китапты ул үҙе ижад иткән тип ғәйеп ташлар­ға мөмкинлек булыр ине.
Ҡөрьән – хаҡ китап. Мосолманлыҡ – хаҡ юл. Хоҙай Үҙенә ғибәҙәт ҡылып йәшәһен өсөн яралтҡан. Һәм бөтәбеҙгә лә эшләгән ғәмәлдәребеҙ өсөн яуап тоторға тура киләсәк. Был донъяға беҙ былай ғына ашап-эсеп, уйнап-көлөп йәшәү өсөн генә барлыҡҡа килмәгәнбеҙ бит. “Беҙ һеҙҙе уйын-көлкө өсөн барлыҡҡа килтерҙек һәм Беҙгә кире ҡайтарылмаясаҡһығыҙ, тип уйланығыҙмы ни?” (“Әл-Муъминун”, 115).
Үлем менән генә донъя бөтмәй, үлемдән һуң мәңгелек – әхирәт көтә. Уҡылмаған намаҙҙар, ғәүрәт ерҙәрҙе күрһәтеп йөрөү, ялғанлашыу, урлашыу, тотолмаған ураҙалар һәм башҡалар өсөн һәр кемебеҙ яуап бирәсәк. Унда инде балалар ҙа, байлыҡ та ярҙам итмәҫ. Һәр кемдең ҡылған ғәмәлдәре генә үҙе менән булыр. “Беҙ һәр кешенең муйынына уның ғәмәлдәрен элдек (уларҙан айырыл­ғыһыҙ итеп). Ә Ҡиәмәт көнөндә Беҙ (ғәмәлдәре яҙылған) китап бирербеҙ, һәм ул уны асыҡ хәлдә алыр. “Уҡы китабыңды! Бөгөнгө көндә ғәмәлдәреңде үҙеңә ҡаршы иҫәпләүең дә етә” (“Әл-Исра”, 13 – 14).
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә үлгәндән һуң кешене кире торғоҙоу Уның өсөн бер ни ауырлыҡ тыуҙырмауы хаҡында хәбәр итә. “Һеҙ үлек булып та Ул һеҙгә йән индергәндән һуң, нисек инде Аллаға инанмайһығыҙ? Аҙаҡ Ул һеҙҙе үлтерер, һуңынан терелтер, шунан һуң һеҙ Уға кире ҡайтарылырһығыҙ” (“Әл-Бәҡара”, 28). Үлгәндән һуң кешенең кире терелә алыуын инҡар итеү – оло ахмаҡлыҡ. Ер менән күкте барлыҡҡа килтереүсе, орбита буйлап күк есемдәрен өйрөлтөүсе, ҡоролоҡтан һуң ямғыр яуҙыртып, үҫемлектәрҙе, ерҙе терелтеүсе, һәр бер ҡар бөртөгөн ҡабатланмаҫ итеүсе Аллаһы Тәғәлә өсөн үлгәндән һуң барлыҡ кешелекте кире терелтеп, хөкөм итеү бер ни тормай. Шуға ла Раббыбыҙ Ҡиәмәт көнөнөң хаҡлығын раҫлау өсөн бармаҡ остарына нығыраҡ баҫым да яһай: “Беҙ уның һөйәктәрен йыя алмаҫ, тип уйлаймы ни кеше? Ул ғына түгел! Беҙ уның хатта бармаҡ остарын да кире тергеҙә алабыҙ” (“Әл-Ҡийәмә”, 3 – 4). Сөнки һәр кешенең бармаҡ эҙҙәре ҡабатланмаҫ булып тора. Улар ябай ғына һыҙыҡсалар түгел. Ә Алланың бөйөклөгөн тағы бер иҫбатлаусы мөғжизәгә торошло күренеш.
Уйлана белеүселәр өсөн үрҙә килтерелгән дәлилдәр етерлек. Ҡөрьән – һәр кем өсөн дөрөҫ юл, йәшәү рәүеше күрһәткесе.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?